8 февр. 2012 г.

Йылды йомғаҡлап



Янғындарҙан һаҡ булайыҡ

Донъяның әле ул осонда, әле был осонда булып торған күңелде тетрәндергес хәл-ваҡиғалар беҙҙең Баймаҡты ла урап үтмәй: янғындар, утта һәләк булыусылар, юл-транспорт фажиғәләре... Ошо хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт алыу маҡсатында Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы И.И. Әбүбәкиров менән әңгәмәләштек.

Иршат Исҡужович, 2011 йылды бүлек индәй һөҙөмтәләр менән тамамланы?
Былтыр янғын һүндереүселәр халыҡтан 250-нән ашыу саҡырыу алды. Йәғни, улар һәр кемгә төрлө хәл-ваҡиғаларҙа беренсе булып ярҙамға ташлана. Янғындарҙы һүндереү, юл-транспорт фажиғәләренә тарығандарға ярҙам итеү, урман һәм кипкән үләнде уттан йолоп ҡалыу – былар барыһы ла янғын һүндереүселәрҙең бурысы. Һандар теле менән әйткәндә, былтыр 65 янғын (2010 йылда – 64) һәм 30 янғын сығыу осрағы теркәлгән (130) һәм ул 3025100 һумлыҡ (2270000 һум) матди зыян килтергән. Утта 7 кеше һәләк булған (алдағы йылда 4 кеше, шул иҫәптән 2 бала), 5 кеше, шул иҫәптән 1 бала, төрлө тән йәрәхәттәре алған (10 кеше, шул иҫәптән 2 бала).
Районда күберәк ҡайҙа янғын сыға һәм утҡа нимә сәбәп була?
Янғын башлыса халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, электр ҡоролмаларын, мейесте эксплуатациялау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, балаларҙың шуҡлығы арҡаһында сыға. Тағы ла бер ҡурҡыныс сәбәп – кеше мөлкәтенә ут төртөү. Шулай уҡ транспорт сараларын, газ ҡоролмаларын эксплуатациялау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү ҙә күңелһеҙ хәл менән тамамланған осраҡтар бар.
Баймаҡ ҡалаһында – 10, Ишмырҙа – 8, Темәс – 4, Сибай – 4, Ниғәмәт – 4, Татлыбай – 3, Йомаш – 3, Семеновск – 3, Бикеш – 3, Моҡас – 3, Әбделкәрим – 3, Йылайыр – 2, Аҡморон – 2, Ишмөхәмәт – 2, Түбә – 1, Ярат – 1, Күсей – 1, Мерәҫ – 1, Ишбирҙе – 1, Ярат – 1, Күсей – 1, Таулыҡай ауыл биләмәләрендә 1 янғын сыҡҡан. Үрҙә һанап киткән янғындарҙа Темәс ауыл биләмәһендә – 3, Сибай, Ниғәмәт, Йылайыр, Аҡморон, Түбә ауыл биләмәләрендә берәр кеше һәләк булды.

Һеҙҙе ниндәй проблемалар борсой?
Ауыл биләмәләрендәге янғын һүндереү техникаһының иҫке булыуы. Шулай уҡ ауылдарҙа янғын һүндереү депоһы төҙөү ҙә күптән инде актуаль мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. 2011 йылдың 6 майында донъя күргән “Ирекле янғын һүндереү һағы тураһында”ғы һәм 2011 йылдың 31 октябрендә ҡабул ителгән 456-з-сы “Башҡортостан Республикаһында ирекле янғын һағы булдырыу тураһында”ғы закондарға таянып, Йомаш ауыл биләмәһендә бер Ирекле янғын һағы ойошторолдо.
Былтыр планға ярашлы 28 һәм пландан тыш 23 тикшереү үткәрҙек. Уның барышында 1017 ҡағиҙә боҙоу асыҡланды, 102 протокол төҙөлдө. Шуларҙың 84-е физик берәмектәргә, ә юридик берәмектәргә һәм граждандарға 9-ар протокол тултырылды. 213800 һумға административ штраф һалынды, шуларҙың 188900 мең һумы түләттереп алынды.
Темәс, Мерәҫ, Иҫке Сибай, Таулыҡай, Ярат, Ишмөхәмәт ауыл биләмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге торошо тикшерелде һәм күп кенә тупаҫ етешһеҙлектәр асыҡланды. Ҡайһы бер биналар янғын һүндереү ҡоролмалары менән тәьмин ителмәгән, янғын сигнализацияһы юҡ. Ауылдарҙағы бер нисә мәҙәниәт йорто, ятаҡтар, ауыл хужалығы предприятиелары, ауыл биләмәһе хакимиәте биналары, ҡалалағы ҡайһы бер ойошмалар янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәй.
Торлаҡ – 2011” профилактик операцияһы барышында торлаҡ, муниципаль һәм ведомстволағы йорттарҙың торошо тикшерелде. 25785 граждан янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж үтте. Янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса 5 ултырыш үткәрҙек. Квартал һайын муниципаль район хакимиәте, ауыл һәм ҡала биләмәләре, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, депутаттар менән берлектә ауыр хәлле ғаиләләрҙең, яңғыҙ йәшәгән граждандарҙың, инвалид һәм күп балалы ғаиләләрҙең йорттарында рейдтар ойошторҙоҡ.
Һүҙ аҙағында нимә әйтер инегеҙ?
Ағымдағы йылдың тәүге айында 7 янғын сыҡты, ул 345 мең һумлыҡ зыян килтерҙе. Янғын һөҙөмтәһендә ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре алды, шул иҫәптән бер бала. Мейесте дөрөҫ урынлаштырыу һәм эскплуатациялау ҡағиҙәләрен, йылытыу приборҙарын ҡулланыу тәртиптәрен боҙоу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү (шул иҫәптән тәмәке тартыу) һөҙөмтәһендә сыҡты был янғындар. Шуның өсөн дә һанаулы ғына секундтар эсендә ғүмер буйы йыйған мөлкәтебеҙҙән ҡолаҡ ҡаҡмайыҡ, яҡындарыбыҙҙың һәм үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ тиһәгеҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайым.
Лилиә Такаева әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.