10 февр. 2012 г.

Сәсеүгә әҙерлек

“Маҡсатлы, берҙәм эш талап ителә”

Билдәле булыуынса, ошо көндәрҙә Баймаҡта үткән зона кәңәшмәһендә малсылыҡ тармағын үҫтереү, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү кеүек мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды. Бөгөн ошо кәңәшмәлә күтәрелгән актуаль проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында ентекләберәк туҡталып үтәйек.
Тәбиғәт-климат шарттары ябай булмаған Урал аръяғының ауыл хужалығы тармағы бөгөн һәр яҡлап ярҙамға һәм үҫтереүгә мохтаж, – тип башланы үҙенең сығышын БР ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев. – Бөгөн төбәктә малсылыҡтың да, үҫемлекселектең дә хәле яҡшынан түгел. Шул уҡ ваҡытта техника менән тәьмин итеү кимәле насар, МТС-тарҙың да эшмәкәрлеген маҡтап булмай. Былтыр, мәҫәлән, республика буйынса үҫтерелгән уңыштың 200 мең тоннаһын юғалттыҡ.
Малсылыҡты күтәреү буйынса ла байтаҡ эшләйһе бар. Мал һаны һуңғы осорҙа 430 мең башҡа кәмегән. Иң мөһиме – беҙ тоҡомло малсылыҡты юғалттыҡ.
Быйылға төп бурыс – ауыл хужалығын үҫтереүҙе системалы нигеҙҙә, маҡсатлы һәм берҙәм эш менән дауам итеп, һөҙөмтәгә өлгәшеү. Бында, әлбиттә, дәүләт ярҙамы ла ҙур роль уйнаясаҡ. Иң беренсе сиратта техник потенциалды яңыртыу, республикала старт алған “500 һөтсөлөк фермаһын модернизациялау” программаһына яңы һулыш биреү, ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереүҙе дауам итеү маҡсат итеп ҡуйыла. Атап үтелгән программалар тураһында БР Президенты менән һөйләштек, ул үҙенең фатихаһын бирҙе. Февралдә үк уларҙы финанслай башлаясаҡбыҙ.

Шулай уҡ элиталы орлоҡсолоҡто тергеҙеү – актуаль мәсьәлә, беҙ уны хәл итеүгә ғалимдарҙы ла йәлеп итәсәкбеҙ. Бер үк ваҡытта хужалыҡтарҙы финанс һауыҡтырыу буйынса ситуацияны яйға һалырға кәрәк, сөнки предприятиеларҙы аңлы рәүештә банкротлыҡ процедураһына еткереп, унан аҡса “һурып ятҡан” тышҡы идарасылар күп. Был мәсьәләне контролгә аласаҡбыҙ.
Эш башлаусы фермер” исемле федераль программа старт алды. Уны республикала әүҙем тормошҡа ашырыу юлдары эҙләнә. Минеңсә, һеҙҙең төбәктә һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса айырым программа булдырырға мөмкин. Һарыҡ итенә, белеүебеҙсә, ихтыяж бик ҙур. Әйтәйек, үткән Ҡорбан байрамында ғына Өфөгә һуйыу өсөн 7,5 мең баш һарыҡ (!) алып килделәр. Тимәк, был йүнәлештә уйланаһы урын бар. Ҡошсолоҡ тармағы ла һеҙҙең шарттарҙа яҡшы табыш бирә алыр ине.
МТС-тар бөгөн үҙ бурыстарын тейешенсә үтәй алмай әле. Уларҙы артабан эффектлы эшләтеү механизмын уйларға һәм аныҡ саралар ҡабул итергә тура киләсәк.
Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа бирелде. “Ауыл хужалығында йылдар буйы йыйылып килгән проблемалар бик күп, – тине Илшат Хәмит улы, – әммә беҙ уны хәл итеүҙең юлдарын эҙләргә, табырға тырышабыҙ. Хужалыҡтарҙа семинар-кәңәшмәләр үткәреүҙе яйға һалдыҡ, йәш белгестәрҙе тыуған яҡтарына эшкә ҡайтарыу буйынса программа булдырҙыҡ. Бөгөн хужалыҡтарға йәштәр эшкә килә башланы. Ҡалала ит комбинаты файҙаланыуға тапшырылды, әле Темәстә ҡеүәтле һөт эшкәртеү заводы төҙөлә. Республика Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән элекке “Йылайыр” совхозының 2 мең баш малын һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Шулай уҡ 140 млн һум субсидия алдыҡ, 120 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр бихисап, айырыуса малсылыҡта. Уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә маҡсатлы эш алып барыла”.
Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин үҙенең сығышын малсылыҡ тармағына йүнәлтте. Ул килтергән һандар беҙҙең район өсөн, үкенескә ҡаршы, яҡшынан түгел. Бөтә күрһәткестәр буйынса ла тиерлек етди юғалтыуҙар күҙәтелә. Мал һаны кәмегән, тулайым һөт етештереү 34 процентҡа әҙерәк. Көндәлек уртаса һауым районда 4,6 кг тәшкил итһә, республика буйынса – 8,6 кг. Учалы районында үткән йылда фураждағы һәр һыйырҙан 3831 кг һөт һауылһа, Баймаҡта – 2044. 100 баш һыйырҙан уртаса 50 баш быҙау алынған (республика буйынса – 72). Көндәлек уртаса артым алыу ҙа насар – 326 грамм. Күрһәткестәрҙең түбән булыуының төп сәбәбе – мал һанының кәмеүе, зоотехния талаптарының теүәл үтәлмәүе, сифатлы мал аҙығы әҙерләүгә тейешле иғтибар бүлмәү.
Министрлыҡтың үҫемлекселектең прогрессив технологиялар бүлеге начальнигы А.Х. Ноғоманов яҙғы баҫыу эштәренең сәсеү майҙандары структураһын билдәләп,төбәктә иген-ҡуҙаҡлы культураларҙың, рапс, етен майҙандарын арттырыу, уның ҡарауы, көнбағыштыҡын кәметеү мөһимлеген әйтеп үтте. Мәҫәлән, беҙҙә иген-ҡуҙаҡлылар структурала ни бары 0,8 процент тәшкил итә, ә шул уҡ ваҡытта көнбағыш – 5,1 процент (фәнни нигеҙләнгән норма – 3 %). Шул уҡ ваҡытта пар ерҙәренә етерлек иғтибар бүленмәй. Әйтәйек, Урал аръяғы буйынса пар нормаһы 15 проценттан да кәм булырға тейеш булмаһа, нигеҙҙә ул Баймаҡта 3,8 проценттан артмай. Иҫкергән күп йыллыҡ үләндәрҙең майҙаны ла күп беҙҙә – бөтәһе 42,6 процент тәшкил итә.
Районда элиталы орлоҡсолоҡ, минераль ашламалар менән хәл бик киҫкен. Былтыр, мәҫәлән, бер килограмм да элиталы орлоҡ алынмаған, сәселгән 1 гектар майҙанға барлы-юҡлы 1,9 кг ашлама индерелгән (республика буйынса – 15,3 кг). Шуныһы үҙенсәлекле, ошо хәлде күҙ уңында тотоп, быйыл Баймаҡта төбәк райондары өсөн минераль ашламалар һаҡлау келәте булдырыласаҡ.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Р.Х. Зәйнуллин техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү барышы, райондарҙың матди-техник базаһы менән таныштырҙы. Баймаҡ районында яңы техника һатып алыу кимәле йылдан-йыл арта барһа ла, бер комбайнға 1239 гектар ерҙә уңыш йыйыу бурысы төшә. Был, әлбиттә, бик күп. МТС иһә былтыр райондағы баҫыуҙарҙың 49 процентын йыйып алырға ярҙам иткән. Тимәк, быйыл төп көс техника һатып алыуға йүнәлтеләсәк – министрлыҡтың ҡарары шундай.
Рәсәй ауыл хужалығы банкының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе И.Р. Мөхәмәтдинов быйылға биреләсәк кредит шарттары менән таныштырҙы. Ул үҙенең сығышында беҙҙең районға айырым туҡталып, Ленин исемендәге АХК, “Байҡара” агрофирмаһы менән яҡшы партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен билдәләне.
Артабан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Р.Р. Нуриәхмәтов (дәүләт ярҙамы тураһында), Ветеринария идаралығы начальнигы В.С. Буранбаев (сусҡаларҙың африка тағуны, бруцеллезды иҫкәртеү) телмәр тотто.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Э.Ф. Исаев был комплекслы мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итеп барыу бурысын ҡуйҙы һәм министрлыҡ алдына Баймаҡ районының сәсеү майҙандары структураһын урындағы ауыл хужалығы бүлеге белгестәре менән берлектә эшләргә ҡушты. Был иһә беҙҙең төбәк шарттарында иҡтисади яҡтан файҙалы һәм рентабелле культуралар үҫтереү юлдарын билдәләйәсәк.
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.