8 февр. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Системалы, программалы ҡараш кәрәк”

БР ауыл хужалығы министры кәңәшмәлә шундай бурыс ҡуйҙы
Билдәле булыуынса, үткән шәмбе Баймаҡта Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгенең дала һәм тау-урман зоналарында мал ҡышлатыу барышы һәм 2012 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған зона кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә БР Хөкүмәтенең АПК-ны үҫтереү һәм тәбиғәтте файҙаланыу бүлеге начальнигы И.Р. Һаҙыев, ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев, уның урынбаҫарҙары, төбәк райондарының хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы һәм бүлек начальниктары, “Рәсәй ауыл хужалығы банкыһы” ААЙ-һы, Ветеринария идаралығы етәкселәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтар тәүҙә “Башҡорт деликатестары” ит комбинатында булып, ҡеүәтле предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты, артабан “Урал аръяғы” МТС-ына барҙы.
Әйтергә кәрәк, был сара конструктив диалог рәүешендә үтеүе, агросәнәғәт комплексындағы иң актуаль мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереүе һәм проблемаларҙы хәл итеүҙе бергәләп өйрәнеүе менән айырылып торҙо. “Бай потенциалға эйә булһа ла, Урал аръяғы райондарында тармаҡ торошо яҡшынан түгел, – тип билдәләне Эрнст Фәрит улы, – бында климат шарттарының да ябай булмауы йоғонто яһай. Шуның өсөн беҙгә маҡсатлы, берҙәм эш талап ителә. Төбәкте яңы кимәлгә күтәреү йүнәлешендә системалы, программалы ҡараш мөһим”.

Кәңәшмәлә 2012 йылда ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу өсөн мөмкин булған тиклем резервтарҙы файҙаланыу маҡсат итеп ҡуйылды. Сарала ҡатнашыусыларға яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү буйынса план төҙөү, минераль ашламалар индереү графигын үтәүҙе контролдә тотоу, төбәк үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған сәсеү майҙандарының рациональ структураһын төҙөү, орлоҡ запасын сәсеү стандарттарына еткереү тәҡдим ителде. Шул уҡ ваҡытта агрономик конференцияларға ҡәҙәр механизаторҙар һәм белгестәр өсөн уҡыуҙар үткәреү кәрәклеге хаҡында әйтелде.
Мал ҡышлатыу, 2012-2016 йылдарҙа республикала 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау, яҙғы сәсеүгә әҙерлек, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы, кредит биреү шарттары, “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыу – бына шундай актуаль мәсьәләләр көн үҙәгенә сығарылды һөйләшеүҙә.
Кәңәшмә тураһында ентекләберәк гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.