3 февр. 2012 г.

Батырлыҡ

Ике кеше уттан ҡотҡарылды

... Бөтә ғаләм тәмле йоҡоға талған мәл. Бары тик кешелек именлеге һағында булғандар ғына һәр ваҡыт уяу... 31 ғинуар таңғы сәғәт 5 тула 8 минутта 114-се Баймаҡ янғын һүндереү часында телефон шылтырауы янғын һүндереүселәрҙе аяҡҡа баҫтыра: Баймаҡта Тыныслыҡ урамының 21-се йортонда ут сыҡҡан! 
 
Ҡарауыл начальнигы В.Т. Яхин етәкселегендәге команда сигнал алғандан һуң өс минут эсендә шул урында була. Бында водитель Радик Иҙелбаевтың да оҫталығы ҙур роль уйнай. Бындай осраҡта һәр секунд ҡәҙерле, алтынға бәрәбәр икәнлеген яҡшы белә улар. Ә иң мөһиме – ут сыҡҡан ике ҡатлы йорттағы халыҡты эвакуациялау, янғынды һүндереү буйынса дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү. Валер Яхин тап шулай итә лә. Янғын һүндереүсе Айнур Исхаҡов менән беренсе булып утҡа үҙе ташлана. Ун минуттан “ҡыҙыл әтәс”тең кикереге шиңә. Ләкин шул ваҡыт бүлмә эсенән ыңғырашҡан тауыштар ишетелә. Оҙаҡ уйлап тормай Валер Тәлғәт улы эскә ташлана һәм төтөн тулы ҡараңғы бүлмәләге карауатта бер ҡатын менән баланы табып ала. Үҙе ҡатынды, ә Айнур Исхаҡов баланы күтәреп, диспетчер Ирмәк Ғәлиндың саҡырыуы буйынса килеп еткән “Ашығыс ярҙам” машинаһына сығарып һалалар. Бөгөн улар икеһе лә реанимацияла, ғүмерҙәренә хәүеф янамай.
Янғындың сәбәбе – ҡатындың түшәктә ятҡан килеш тәмәке тартыуы. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Әйткәндәй, В.Яхин янғын һүндереү часына 1997 йылда эшкә килә, шуның 14 йылын ҡарауыл начальнигы булып хеҙмәт итә. Ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып утҡа ташланған, уның артабан да шашып китеүенә юл ҡуймай, ике кешене уттан ҡотҡарған янғын һүндереүселәргә тыныс дежурлыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.