20 февр. 2012 г.

Cәйәсәт

Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙарға урын юҡ

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путиндың “Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙарға урын юҡ” исемле программа мәҡәләһе күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул ватандаштарыбыҙҙың күпселеген борсоған милли сәйәсәткә арнала. Иғтибарығыҙға респонденттарыбыҙҙың ошо хаҡтағы уй-фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

В.Н. Иванов, ҡаланың 2-се мәктәбе директоры, Башҡортостан рустары соборының Баймаҡтағы ойошмаһы рәйесе:
В.В. Путиндың һәр программа мәҡәләһен ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Уларҙа йәшәйешебеҙгә ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелә. Һуңғы ваҡытта һәр кемде борсоған милли сәйәсәткә айырым иғтибар бирелеүе лә юҡҡа түгелдер. Мин үҙем бер-береһе менән быуаттар буйына иңгә-иң терәшеп көн иткән, туғанлашып бөткән, дуҫ, татыу йәшәгән күп милләтле Баймаҡ ҡалаһында тыуғанмын, ошонда уҡ йәшәйем һәм эшләйем. Һуңғы ваҡытта илдә милләткә ҡағылышлы проблемалар килеп тыуыуы мине ғәжәпләндерә. В.Путин үҙенең мәҡәләһендә: “Күп төрлө телдәрҙе, йолаларҙы, этностарҙы һәм мәҙәниәттәрҙе туплаған Рәсәйҙә милләт мәсьәләләре иң мөһим проблемаларҙың береһе. Граждандар һәм милләттәр араһындағы татыулыҡтың илдең йәшәйеше өсөн төп шарт икәнлеген үҙендә яуаплылыҡ тойған һәр сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре аңларға тейеш”, – ти. Путин ҡасандыр үҙ халҡының татыулығы менән ғорурланған иң алдынғы һәм имен илдәрҙең бөгөн милли мәсьәләләрҙең киҫкенләшеүенән нисек ҡотолорға белмәүенә иғтибарҙы йүнәлтә. Артабан ул был проблемаларҙы хәл итеү юлдарының аныҡ тәҡдимдәрен индерә. Федераль органдар системаһында милли үҫеш мәсьәләләре өсөн яуаплы махсус структура төҙөү хаҡында һүҙ ҡуҙғата. “Моғайын, ил Президенты һәм Хөкүмәте менән туранан-тура эш итеүсе, айырым власть вәкәләттәренә эйә булған коллегия органы талап ителәлер. Милли сәйәсәтте тикшереүҙә һәм камиллаштырыуҙа милли һәм ижтимағи берекмәләрҙең мотлаҡ ҡатнашыуы зарур. Һәм, әлбиттә, бындай һөйләшеүҙәрҙә Рәсәйҙең традицион диндәре вәкилдәре тарафынан әүҙемлеккә иҫәп тотабыҙ”, – тип яҙа ул.
А.Р. Мәжитов, Өмөтбай мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы:
В.Путиндың программа мәҡәләләре менән даими танышып барам. Милләт мәсьәләһенә ҡағылышлыһы айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошоға бәйле үҙемдең фекеремде лә белдереп үткем килә.
Ауылыбыҙҙы борондан башҡорт һәм татар милләттәре үҙ иткән. Уның бер урамында – башҡорттар, икенсеһендә татарҙар йәшәй. Әле урамдарға ла рәсми рәүештә шундай атама бирелгән, йәғни Башҡорттар һәм Татарҙар урамдары бар. Был ике милләт вәкилдәренең дуҫ, татыу йәшәүенә тағы ла бер дәлил.
Премьер-министрҙың милләттәр араһындағы низағтарға борсолоу белдереп, уларҙы хәл итеү юлдарын күрһәткән тәҡдимдәре менән килешәм. Илдә ваҡыты-ваҡыты менән булып алған милләт-ара ыҙғыштар киләсәктә лә дауам итһә, бындай диалогка өлгәшеү мөмкин түгел, тип билдәләй В.Путин мәҡәләлә. Уның һүҙҙәре менән әйткәндә, теге йәки был ҡарарҙы ҡабул итеүгә власты тетрәнеүҙәр менән янап этәреү ниәте бер кемдең дә уйында булмаҫҡа тейеш. Шул маҡсатта Премьер-министр төбәктәр, айырыуса милли республикалар, кимәлендә сәйәси партиялар төҙөлөүенә юл ҡуйырға ярамағанлығын иҫкәртә.
Путин мәҡәлә һуңында: “Милли сәйәсәттә еңел ҡарарҙар юҡ һәм була алмай. Беҙгә дәүләттең шундай камил моделен төҙөү кәрәк: ул Рәсәйҙе үҙенең Ватаны тип һанаусы һәр кемдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тейеш” , – тип һығымта яһай. Был юлдар менән тулыһынса килешәм. Быға тиклем дә дуҫ, татыу йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре араһында артабан да шундай мөнәсәбәт һаҡланыуын теләйем.
З.Ғ. Ҡолоева, тыл һәм хеҙмәт ветераны, Баймаҡ ҡалаһы:
Үҙем Юлыҡ ауылы ҡыҙымын, милләтем дә татар. Ишбирҙе ауылының башҡорт егете Ҡолоев Фазылйән Аллаяр улына кейәүгә сығып, 55 йыл татыу, матур ғүмер иттек. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, хәҙер инде гүр эйәһе. Беҙҙең арала бер ваҡытта ла “һин – башҡорт”, “һин – татар” тигән һүҙ булманы. Балаларым да беҙҙең ике милләт вәкиле икәнде белмәнеләр ҙә. Әле 86 йәшкә аяҡ баҫтым. Шулай булһа ла гәзит-журналдар уҡыйым, телевизор тапшырыуҙарын ҡарайым, радио тыңлайым. Илдә барған оло сараға – Рәсәй Президенты һайлауына әҙерлек барышы менән дә ҡыҙыҡһынам.
В.Путин: “Беҙ күп милләтле, әммә берҙәм халыҡ. Был илебеҙҙе ҡатмарлы, күп яҡлы итә, үҫешкә иҫ киткес ҙур мөмкинлектәр бирә. Бер кемдең дә милли һәм дини мәсьәләләрҙе дәүләт закондарынан өҫтөн ҡуйырға хаҡы юҡ, закондар ҙа быларҙы иҫәпкә алырға тейеш”, –тип аныҡ маҡсаттар ҡуя.
Эйе, беҙ, төрлө милләт вәкилдәре, быуаттар буйына бергә йәшәнек, ҡурҡыныс һуғышты еңдек, артабан да бергә ҡаласаҡбыҙ. В.Путин да үҙенең мәҡәләһендә: “Беҙҙе бүлгеләргә тырышыусыларға шуны әйткем килә: бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ!” – ти.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.