6 мар. 2012 г.

Баймаҡ ҡойоу-механика заводының 100 йыллығына ҡарата

Үҫештең яңы этабы үткәндәрҙән һут ала
«Беҙҙең республикала сәнәғәт күрһәткестәре илдәге уртаса күрһәткестән яҡшыраҡ. Был бик һәйбәт, ләкин быны беҙҙең быуын ҡаҙанышы ғына тип иҫәпләп булмай. Республиканың ҡеүәтле сәнәғәт комплексы тиҫтәләрсә йылдар дауамында булдырылды.
«Тулайым төбәк продуктына тейәп оҙатылған сит ил продукцияһы өлөшө» кеүек параметр буйынса республика Волга буйы федераль округында унынсы урында. Тимәк, был тәңгәлдә уйланырға, эшләргә урын бар».
БР Президенты Р.З. Хәмитовтың БР Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.


Баймаҡ ҡойоу-механика заводы ҡалабыҙға ошо статусты биреүсе иң эре сәнәғәт предприятиеһы һанала. Заводтың ҡойоу, металл эшкәртеү, механик йыйыу һәм ремонт – механика производствоһының барлыҡҡа килеүе, үҫеүе һәм камиллашыуының 100 йылға яҡын (1913-2013й.й.) тарихы бар.Элекке баҡыр иретеү заводының (1913-1957й.й.) төп металлургия производствоһын хеҙмәтләндереп, ҡойоу-механика хеҙмәттәре заводтың ҡойолма продукцияға, стандарт булмаған һәм махсус технологик ҡорамалдарға (металл иретеү мейестәре, һауа өрҙөрткөстәр, баҡыр иретеү мейестәре, һыу менән һыуытыла торған кессон формалары һ.б.) булған ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә.

Заводтың ҡайһы бер эшмәкәрлек осорҙарында, айырыуса Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡорамалдар һәм запас частар етешмәй. Заводта дизель двигателдәре, блоктар, төрлө машиналар һәм механизмдар корпустары, шестернялары һәм башҡа деталдәре етештерелә.
Тау-металлургия сәнәғәтенең машиналар эшләү тармағын һәм иң тәүге сиратта төҫлө металлургияны үҫтереү маҡсатында 1957 йылда элекке баҡыр иретеү заводының биналары һәм ҡоролмалары базаһында металлургия һәм стандарт булмаған ҡоролмалар, суйын, төҫлө ҡойолмаларҙан һәм махсус иретмәләрҙән запас частар етештереү өсөн Баймаҡ машиналар эшләү заводы (1957-2002 й.й.) барлыҡҡа килә. Ошо осорҙа предприятиеның барлыҡ биналары һәм ҡоролмалары ҡабаттан төҙөлә, төп һәм ярҙамсыл производстволарҙа реконструкция уҙғарыла һәм техник яҡтан яңырыу кисерә. Завод эшселәре тарафынан 47 төр маркалы һәм модификациялы ҡойолма етештерелә. Оҙайлы ваҡыт ҡулланыуға иҫәпләнгән ныҡлы ҡойолма һәм Алыҫ Төньяҡ шарттарында эшләүгә тәғәйенләнгән тау ҡорамалдары өсөн запас частар производствоһы айырым үҫеш ала. Илебеҙҙең һәм сит илдәрҙән 450-нән ашыу предприятие-ойошма завод продукцияһын ала. Етештерелгән продукция заманында ВДНХ миҙалдарына, башҡа төрлө бихисап дипломдарға һәм рәхмәт хаттарына лайыҡ була.
Завод тарихында үҙ оҫталығын быуындан-быуынға тапшырыусы 60-тан ашыу династия бар. Һыналған коллектив эшмәкәрлектең төрлө осорҙарында, айырыуса иҡтисади реформалар йылдарында заводтың рентабелле эшләүен тәьмин итте һәм 2000 йылдарҙан һуң үҫештең яңы этабына күсеүенә булышлыҡ итте.
Һуңғы йылдарҙа завод эшмәкәрлеге тотороҡлана бара, заманса ҡойоу технологияларына һәм халыҡ-ара стандарттарға нигеҙләнгән производство күҙгә күренеп үҫешә. Был 2010-2011 йылдарҙа бүленгән инвестицияларға (166,2 миллион һум) бәйле.
Ҡойоу цехында һалҡында ҡата торған ҡатнашмалар буйынса формалар әҙерләүҙең механикалаштырылған линияһы сафҡа индерелде һәм производствола ҡулланыла башланы. Газификацияланған һәм вакуум ҡаплы моделдәр буйынса ҡойоу технологияһы үҙләштерелде. Әлеге ваҡытта уларҙы етештереү күләмен арттырыу буйынса эш алып барыла. Насостар етештереү буйынса яңы цех һәм энергияны һаҡлауға тос өлөш индереүсе энергия генерацияһы цехы асылды. Ошолар бөтәһе лә уҙған йылда алдан билдәләнгән планды үтәүгә һәм күрһәткестәрҙе күпкә яҡшыртыуға килтерҙе. 2011 йылда 270,1 миллион һумлыҡ продукция етештерелде. Хеҙмәт етештереүсәнлеге 49,9 процентҡа артты, был үҙ сиратында эш хаҡының да артыуына килтерҙе – завод буйынса уртаса эш хаҡы 13347 һум тәшкил итә.
Былтыр июль айында юғары марганецлы ҡорос етештереү маҡсатында яңы цех асыу буйынса эш башланғайны. Әле ул тамамланыу алдында. Алдан күҙаллауҙар буйынса был участканы асыу быйыл 76,5 миллион һумлыҡ өҫтәмә продукция етештереү мөмкинлеге бирәсәк.
2012 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Рәсәй тарихы йылы тип иғлан ителде. Бынан тыш, киләһе йылда заводтың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл туласаҡ. Ошоға бәйле, йыл дауамында гәзит биттәрендә предприятие тарихы, уның хеҙмәтсәндәре хаҡында мәҡәләләр баҫыласаҡ. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Завод эшмәкәрлеге, унда эшләгән хеҙмәтсәндәр тураһында иҫтәлек-хәтирәләрегеҙ булһа, беҙгә яҙып ебәрә алаһығыҙ.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.