30 мар. 2012 г.

1812 йылғы Ватан һуғышына - 200 йыл


Ҡарағай ҙа үҫер, ай, йәм өсөн,
Бал ҡорттары осор бал өсөн,
 Яман ирҙәр үлер, ай, мал өсөн,
Яҡшы ирҙәр үлер ил өсөн.
(башҡорт халыҡ әйтеме) 
йәки
Мәскәүгә лә керҙек беҙ,
Парижды ла күрҙек беҙ.
Француздарҙы еңгәндә
Ер емертеп йөрөнөк беҙ.
Любезники, любизар,
Маладис, маладис.
(“Любизар” - башҡорт халыҡ йыры)
Башҡорт яугирҙәре Рәсәй һағында

1556-1557 йылдарҙа үҙ иректәре менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылып, унан һуң бигерәк тә 1798 йылда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, башҡорттарҙың хәрби бурысы даими эске һәм тышҡы хеҙмәттән ғибарәт булған. Тәүгеһе – йыл әйләнәһенә Ырымбур сик һыҙығында илдең көньяҡ-көнсығыш сиген һаҡлауға ҡайтып ҡала. 

Ил сиге - ҡаҙаҡ һәм Себер халыҡтарынан ҡурсалау өсөн махсус рәүештә төҙөлгән нығытмалар системаһы менән әйләндереп алынған була. Ул Тубыл йылғаһынан Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙылған. Сик һыҙығы биш дистанцияға бүленеп шуларҙың Уй, Верхнеурал, Орск, Уральский дистанцияларына башҡорттар һәм мишәрҙәр йыл һайын 5-6 мең кеше ҡуйған. Башҡорттарҙың  был хеҙмәте 300 йылға яҡын дауам итеп, 1840-1850 йылдар арауығында Ҡаҙағстандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң ғына туҡтатылған.
Ә башҡорттарҙың тышҡы хәрби хеҙмәте Рәсәй дәүләте алып барған бөтә һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуҙан торған. Уларҙы һанап китһәң — байтаҡ. Балтик диңгеҙенә сығыу өсөн Швеция, Польша, Бөйөк Литва кенәзлегенә ҡаршы һуғыштар (1558-1583), Азов походы, Ҡырым һуғышы, поляк һәм швед интервенттарына ҡаршы алыштарҙа атлы полктарҙың әүҙем ҡатнашыуы билдәле.
1611-1612 йылдарҙа башҡорт атлылары Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы составында поляк интервенттарынан Мәскәүҙе азат итеүҙә ҡатнаша. Ул ғына ла түгел, унан һуң тиҫтә йылдар үткәс башҡорттар К.Минин һәм Д.Пожарский һәйкәлен төҙөүгә аҡса йыйып бирә.    
XVIII быуатта Рәсәй алып барған өҙлөкһөҙ хәрби хәрәкәттәр, оҙайлы походтарҙа - Пруссияға ҡаршы Ете йыллыҡ һуғыш (1756-1763), поляк баярҙары конфедерацияһына ҡаршы һәм Балтик диңгеҙе ярҙарын ҡулға төшөрөү өсөн яуҙарҙа башҡорт яугирҙәре һәр ваҡыт әүҙем һәм ойошҡанлы рәүештә урыҫтар менән яуҙаш булған. 

Урыҫ-швед һуғыштарында башҡорт яугирҙәре таһыллылыҡ, ҡыйыулыҡ, талымһыҙлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттары менән танылыу ала.
1805-1807 йылдарҙа Рәсәй ғәскәре союздаштары Австрия, Пруссия яғында Францияға ҡаршы һуғышта ҡатнашып еңелеүгә осрағас, Тильзит килешеүенән һуң Наполеон империяһы Европа илдәре өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә була.
Был һуғышҡа урыҫ армияһына ярҙамға Ырымбурҙағы Урал казактарынан 1000 һәм 10000 башҡорттан торған һыбайлы полктар ебәрелгән була. Тарихи сығанаҡтарҙа ошо полктар составында, был һуғыштарҙа үҙҙәренең ҡыйыулыҡтары, хәрби оҫталыҡтары менән айырылып хәрби наградаларға лайыҡ булған алыҫ олаталарыбыҙ – Алламорат Байназаров, Инәсәй Исҡужин (Күсей ауылынан), Байгилде Солтанғолов, Мәһәҙи Исҡужин (Темәс), Тайбуға Эткөсөков (Байым), Тәрбишғәле Алтынаманов (Билал), Йосоп Юлбирҙин (элекке Мортаза ауылы) һ.б. билдәләп үтелгән.
Килешеү төҙөлгәндән һуң башҡорт полктары Ырымбурға ҡайтарыла.
Шул уҡ ваҡытта француз императоры Рәсәйҙе үҙенә буйһондороу планын тормошҡа ашыра башлай. Һуғыш ҡурҡынысы килеп тыуғас, Рәсәй хөкүмәте үҙенең көстәрен тулыландырыу һәм көсәйтеү маҡсатында еңел һәм регуляр булмаған хәрби частар төҙөү тураһында 1811 йылдың 7 апрелендә губернаторҙарға батша Манифесы ебәрә. Унда Ырымбур хәрби губернаторы Г.С. Волконскийгә башҡорттарҙан үҙ иҫәптәренә атлы полктар төҙөү бурысы ҡуйыла. Ул ошо манифесты һәм үҙенең указын бөтә кантон начальниктарына тарата. Улар ауыл сходтарында, мәсеттәрҙә халыҡҡа еткерелә. 
Башҡорттар Тыуған илде һаҡлауға саҡырған документтарҙы етди иғтибар һәм ихласлыҡ менән ҡабул итә.
1812 йылғы Ватан һуғышынан алда уҡ Рәсәйҙең көнбайыш сигендә Ырымбурҙан 1-се һәм 2-се башҡорт полктары хеҙмәттә була.
1812 йылдың 12 июнендә француз ғәскәрҙәре Рәсәйгә һөжүм башлағас, башҡорттарҙан бишәр йөҙлөк 28 полк төҙөлөп, хәрәкәт итеүсе Рәсәй армияһына ебәрелә. Бында һәр бер кантон халыҡ иҫәбенән сығып полктар төҙөй. Улар һандар менән билдәләнә. 
1-се һәм 2-се кантондарҙан 20-се полк төҙөлә (Красноуфимск, Пермь, Екатеринбург башҡорттары);
3-сө кантонда 19-сы полк (Ҡурған башҡорттары);
4-се кантонда 18-се полк (Троицк башҡорттары);
7-се кантонда 12-се һәм 13-сө полктар (Стәрлетамаҡ);
8-се һәм ?9 8-сы кантондарҙа – 11-се полк;
10-сы кантонда – 10-сы һәм 5-се полктың бер өлөшө (Бәләбәй);
11-се кантонда – 3-сө һәм 5-се полктың икенсе өлөшө (Минзәлә);
12-се кантонда – 4-се һәм 12-се полктың бер өлөшө (Бөгөлмә) формалаша .
Верхнеурал өйәҙенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Түңгәүер,  Тамъян ырыуы башҡорттары ингән 6-сы кантонында 14-15-се полктар төҙөлә. 15-се полк башлыса бөрйәндәрҙән торған. Был турала яҡташыбыҙ, төбәк тарихы буйынса бер нисә китап авторы Хөснулла Хәмитов (мәрхүм) үҙенең өләсәһе һөйләүенән түбәндәгесә яҙғайны: “1812 йылғы Ватан һуғышына ебәреү өсөн алтынсы кантондан 14-се, 15-се полктар ойошторола. 14-се полк Верхнеуральскиҙә (командиры майор Селезнев), 15-се полк Сибай ауылы эргәһендә (командиры капитан Кондратьев) формалаша. Ҡарағайлы йылғаһы буйында, Эттотҡан менән Ҡаракүбәк биҫтәләре араһындағы ҙур аҡланда меңәрләгән аттар, йөҙәрләгән ылауҙар, кешеләр йыйылған була һәм китергә тейешлеләр килеп бөткәс, полк яу сәфәренә оҙатыла. (Х.Хәмитов. Сиб.институт БашГУ, 2002)”
Яугирҙәр һәм оҙатыусылар араһында муллалар, ҡурайсы, йырсылар, сәсәндәр байтаҡ. Улар үҙ  шиғырҙары, вәғәздәре, йыр-көйҙәре, бәйеттәре аша яугирҙәргә изге теләктәрен әйтә.

“Ирәндеккәй тауҙың бөркөтө,
Уҡ-һаҙағын алып яуҙар саба,

Бөрйәндәрҙең батыр егете”

Йәки: 
“Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы,
Салт аяҙ көн булмай туңмай ҙа.
Беҙ китә лә тип үк иламағыҙ,
Илаһағыҙ юлыбыҙ уңмай ҙа.”

6-сы кантондағы полктарҙы ойоштороусылар кантон начальнигы подпоручик Аҡҡол Биктимеров, дистанция начальнигы, сотник Буранбай Ҡотдосов, йорт старшиналары була.
Ил өҫтөнә яу килгәндә башҡорт халҡы берҙәм күтәрелгән. Ул турала беҙгә ауыҙ-тел ижады ла килтереп еткергән. 
Мәҫәлән, “Икенсе әрме” легендаһы халыҡ массаһының патриотикаһын тасуирлап урмандарҙа уҡ-ян юныуын, аласыҡтарҙа ҡорот ҡайнатыу, ит ҡаҡлау, май бешеү, кейем тегеү, тире һәм йөн иләү, арҡан, ҡайыш әҙерләү эштәре менән олоһо ла, кесеһе лә ихлас шөғөлләнеүен, яу сәфәренә сығыусыларҙы бөтә кәрәк-яраҡ, эйәр-өпсөн менән тәьмин итешеүҙәрен һүрәтләй. Һәр һуғышсының үҙе менән ике аты – уларҙың береһе менге, икенсеһе артмаҡ йөрөтөүсе (вьючная лошадь) булырға тейеш. 
Башҡорт яугирҙәренең һуғыш ҡоралдары ла үҙенсәлекле, боронғоса була. Улар уҡ-һаҙаҡтан, һөңгө һәм суҡмарҙан торған. Һирәк осраҡта айырым кешеләр күкрәкте пуля һәм һөңгөнән һаҡлар өсөн тимер күлдәк (һайман – кольчуга) кейгән. Бик һирәктәр генә утлы ҡоралға эйә булған. Бының сәбәбе – 1736 йылдың 11 февралендә ҡабул ителгән указ. Уның буйынса башҡорттарға утлы ҡорал ҡулланыу, тимерлек тотоу, тимерселек менән шөғөлләнеү тыйылған булған. 1798 йылда кантон системаһы индерелеү уңайы менән был указ ғәмәлдән сығарылһа ла, Ватан һуғышына тиклем тимерлектәр ырамлы эш йәйелдерергә өлгөрмәй. 
Башҡорттарҙың милли хәрби кейемдәре көндәлек хеҙмәт обмундированиеһы һәм тантаналы осраҡтар өсөн парад кейемдәренән торған. Тәүгеһе аҡ йәки күк төҫтәге тула сәкмән (кафтан), парад сәкмәне, ҡыҙыл буҫтауҙан (туланан) тегелгән, салбарҙарына күк йәки аҡ туҡыманан ҡыҙыл лампас йөрөтөлгән, аяҡ кейемдәре күн итектән, билдәрендә ҡайыш, яурын аша тартылған портупея, ә йәйге баш кейеме аҡ кейеҙ осло ҡалпаҡтан, ҡышҡыһын – йәнлек тиреһенән тегелгән ҡолаҡсындан ғибәрәт булған. Башҡорт егеттәре әрме хеҙмәтенә, бигерәк тә яу баҫҡанда Тыуған илен ҡурсалауҙы мөҡәддәс бурысы итеп һуғышҡа үҙ теләктәре менән ынтылып торған. 
Ватан һуғышы башында, 1812 йылдың 12(24) июненән 19 июнгә тиклем Рәсәй дәүләте сиге аша француз баҫҡынсыларының 448083 яугире үтеп инә. Һуңыраҡ ул тағы 33,5 меңлек 8-се корпус һәм 199075 кешенән торған өҫтәмә көс менән тулыландырылған. Был һуғышта тәүге мәлдә  Рәсәйгә ҡаршы Наполеондың 647158 кеше һәм 1372 орудие ташлауы билдәле (С.Г. Асфатуллин, Братство по оружию. 1812 г. Уфа, “Китап”, 2007 г., стр.22)
Был ваҡытта Рәсәй ҡораллы көстәрендә 975000 кеше һаналһа ла, тәүге осорҙа ул Наполеон армияһына ҡаршы 317000 яугир ҡуя алған. Был иһә  көстәрҙең төрлө тарафтарға бүленеп тороуы менән аңлатыла: хәрби министр Барклай-де-Толли етәкселек иткән 120210 кешеһе, 580 орудиеһы булған Көнбайыш армия Вильнюс районында Петербург йүнәлешен һаҡлауҙа торған; П.И. Багратиондың Икенсе Көнбайыш армияһы Белосток районында тороп Мәскәү йүнәлешен ҡаплаған. Киев йүнәлешен Луцк ҡалаһы районында тороп 44180 кешеһе, 168 орудиеһы булған 3-сө Көнбайыш армияһы (командующийы А.П. Тормосов) һаҡлаған.
Был осорҙа Рига ҡалаһы районында ген.-лейтенант И.Н. Эссен етәкселегендәге корпус, ген.-лейтенант Ф.Ф. Штейгель төньяҡ һыҙатты һаҡлауҙа һәм адмирал Л.В. Чичачов етәкселегендәге Дунай армияһы торған.
Шул уҡ ваҡытта Рус-Иран һуғышы әле дауам итә (1813 й. Гөлөстан килешеүе менән тамамлана), Рәсәйҙең хәрби корпустары Грузияла, Кавказ һыҙығында, Ҡырымда, Одессала, Урал аръяғында һәм Себерҙә урынлашҡан була. Быларҙан тыш һәр губернала крәҫтиәндәр күтәрелешен баҫып тороу өсөн эске хеҙмәт ғәскәре тотолған. Ошолар һөҙөмтәһендә француздар баҫып ингән тәүге осорҙа Рәсәй армияһы һан яғынан ҡалышҡан. 
Илде баҫҡынсыларҙан азат итеүгә Рәсәйҙең төрлө милләт халыҡтары әүҙем күтәрелеп регуляр армиянан тыш атлы отрядтар төҙөп ҡаршы сыға. 
Изге һуғыштың тәүге осоронда 1-се башҡорт полкы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм бәрелештәрҙә генерал П.И. Багратион армияһы составында, 2-се башҡорт полкы генерал А.П. Тормосов армияһы составында ҡатнаша. Ләкин улар һан яғынан күпкә өҫтөнлөклө һәм яҡшы ҡоралланған дошман яуына ҡаршы тора алмайынса һуғыша-һуғыша сигенергә мәжбүр була. Шул уҡ ваҡытта 1812 йылдың 27 июлендә Смоленск губернаһында Рудни, Лошня һәм Молево Болото исемле ауылдар эргәһендә атаман П.И. Платов етәкселегендә кавалерия корпусы составында башҡорт атлылары француздарҙың генерал Себастияни дивизияһын тар-мар итеүҙә етди роль уйнай. Шул уҡ йылдың 26 авгусында Бородино яланындағы ике яҡ ғәскәрҙең хәл иткес бәрелешендә башҡорт яугирҙәре казачий корпус менән берлектә дошман ғәскәренең һул яҡ флангыһына уңышлы рейд һәм тылдан ҡапыл  көслө һөжүм яһауы француздарҙың көсөн тарҡатыуға ҙур өлөш индерә. 
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов үҙенең “Төньяҡ амурҙары” исемле тарихи романында Бородино яланындағы һуғышты киң тасуирлаған. Түбәндә шунан бер эпизод килтерелә: 
“Майор Лачиндың Беренсе башҡорт полкы үҙҙәре тапҡырында поход тәртибендә теҙелгән француздарҙың пехота полкына берҙәм ташланды. Тегеләр мылтыҡтарынан атырға өлгөрә алмай ҡалды, ә өҫтәренә ҡауырһынлы уҡтар яуа башланы. Һалдаттар ҡот осҡос тауыш менән:  “Амурҙар! Амурҙар!” - тип ҡысҡырыша һәм яҡындағы һирәк ағаслыҡ араһына ышыҡланыу өсөн йүгерә. Офицерҙары уларҙы туҡтатыу өсөн ҡысҡырып һүгенһәләр ҙә, арҡаларына, яурындарына ҡылыстың яҫы яғы менән һуҡҡылаһалар ҙа хәл үҙгәрмәй, кешеләре ҡаса бирә.
Һыбайлыларҙың тәүге рәтендә сабып килгән Буранбайҙың йәйәһен ҡапыл күтәреп атып ебәргән уғы ҡасып барыусы дошман офицерының арҡаһына барып ҡаҙала.  
Пехотанан уң яҡтараҡ урынлашҡан француз кавалерияһын атакаға ташлауға команда булып борғо тауышы яңғырау булды, ҡылыстары ялт-йолт итеп, улар һөжүмгә күсә.
Есаул Буранбай, - тип ҡысҡыра майор Лачин, - беҙ пехотаның артынан эҙәрләргә төшәбеҙ, ә һин беренсе һәм икенсе йөҙ менән дошман атлыларын тотҡарла һәм сигендереү сараһын күр!
Буранбай шунда уҡ командирҙың бойороғон аңлап, һүҙ әйтеп тормаҫтан, ике йөҙ яугир егетен уңға ыңғайлата. Үҙҙәренә саманан тыш ышанған йән-фарман сабып килеүсе француз һыбайлыларын залп менән ебәрелгән уҡтар һырыуы ғына иҫтәренә ҡайтара. Уларҙың ҡайһылары ергә ауҙы, икенселәре эйәренән шыуып төшөп, аяғы өҙәңгеһенә аҫылынып ат тояҡтары араһында һөйрәлә, сан-туҙан эсендә аунап яталар.
Эйе, шул ғына арала “төньяҡ амурҙары” ҡаршы яҡтың атлы полкына шаҡтай зыян килтереп өлгөрә, ә имен ҡалғандар ҡылыстары менән ҡотороноп һелтәргә керешә. Башҡорт егеттәре ҡылысҡа ҡылыс, ҡайҙа һөңгө менән йәшен тиҙлегендә дошманды ботарлай. Улар араһында Буранбайҙың аты тояҡтары ҡан менән шыяланған ерҙә тая-тая зыр әйләнә, ерҙә ятҡан кәүҙәләрҙе тапай. Ә Буранбай үҙе, бөтә көсө менән киҙәнеп, туҡтауһыҙ ҡылысын һелтәй, күҙенә салынған дошманын имен ҡалдырмай, тураҡлай. 
Көтмәгәндә ҡапыл: - Полк командиры яраланды!.. Лачинды яраланылар!.. - тип, һуҙып ҡысҡырған көслө тауыш яңғырай. 
Быны ишетеү менән Буранбай өҙәңгеһенә баҫып ат өҫтөндә торған килеш, ат кешнәүе, яралыларҙың ыңғырашыуы, ғөмүмән яу яланын солғап алған шау-шыуҙы баҫырлыҡ көслө тауыш менән: - Майорҙы һаҡлағыҙ, егеттәр!.. Майорҙы һуғыш яланынан алып сығығыҙ!.. - тип команда бирә.
Полк менән етәкселек итеүҙе ҡулына алып, дошман кавалерияһына ныҡлы кәртә ҡуйғас, бер йөҙҙө үҙе артынан эйәртеп, күршеләге атаман Платов етәкләгән казактарға ярҙамға ташлана.“
Урыҫ армияһы етәкселеге көстәрҙе аяуһыҙ тәләфләүҙән һаҡлау маҡсатында ваҡытлыса тылға сигенергә, хатта Мәскәүҙе һуғышһыҙ ҡалдырып торорға ҡарар итә. Ҡала 1812 йылдың 2(14) сентябренән 11(23) октябргә тиклем француздар ҡулында була. Был ҡарар 1 сентябрь көндө Мәскәү эргәһендәге Фили ауылында Кутузов үткәргән хәрби кәңәшмәлә ҡабул ителә.
Ғалимдар һәм хәрби етәкселәр Бородино һуғышын XIX быуаттың иң ҙур, дәһшәтле, ҡанлы бәрелеше тип баһалай. Быға түбәндәге һандар дәлил була ала: бәрелеш алдынан Рәсәй армияһында 115302 кешенән торған регуляр ғәскәр, 11 меңлек казак отрядтары, 28500 кешенән торған ополчение частары – бөтәһе 154800 кеше, 640 орудие була. Ә француз армияһы 134000  регуляр хәрби әҙерлек үткән һалдат һәм офицерҙан, 587 орудиенан торған.
Бородино яланындағы бәрелештә француз армияһынан үлгән һәм яраланып сафтан сығыусылар һаны 50 мең тирәһе тәшкил итә, ә урыҫ армияһы 45,6 мең кешеһен юғалта. Был иҫәпкә 29  урыҫ генералы һәм 49 француз генералы инә. Күрәһең, шуғалыр европалылар Бородино яланына “француз генералдарының һәм француз кавалерияһының зыяраты” тигән ҡушамат таҡҡандар.
Фельдмаршал Кутузов Бородинолағы бәрелеш тураһында батшаға яҙған белдереүендә (донесение) урыҫ һалдатының ҡаһарманлығы, ныҡлы рухы, иле өсөн үҙен ҡорбан үтеүен билдәләп, уны төп герой тип атай. “Французская армия под предводительством самого Наполеона не превозмогла твердости духа российского солдата, жертвовавшего с бодростию жизнию за свое отечество.”
Бородино яланында емергес отпор алған Наполеон был турала үҙе кисергән күп һуғыштарҙа тәү тапҡыр осраған иң ҡот осҡос ваҡиға булып мәңгелеккә хәтерендә ҡалыуын белдергән. Шул уҡ ваҡытта ул: “Француздар үҙҙәренең еңеүгә һәләтлелегенә, ә урыҫтар еңелмәүселәр хоҡуғына эйә булдылар ” - тигән.
Бородино яланындағы һуғыштан һуң урыҫ армияһы Мәскәүҙән сигенеп сентябрь-октябрь айҙарында Рязань юлы буйындағы Тарутино ауылы янында лагерҙа урынлаша. Бында сафтарын тулыландырып, тейешле әҙерлек үткәргәс, ғәскәр контрһөжүмгә күсә. 6(18) октябрҙә Тарутино эргәһендә, Чернишне йылғаһы буйында тарихта киң билдәле оло бәрелеш - “Тарутино баталияһы” була. Ул районда Кутузов ғәскәрендә 120 меңлек регуляр армия һәм шул тиклем үк һанда халыҡ ополчениеһына йыйылған кеше, 622 орудие, ә Наполеон армияһы 116 мең яугир, 569 орудие менән була, йәғни, көстәр нисбәте Рәсәй файҙаһына үҙгәргән. Тарутино һуғышы урыҫ ғәскәренең еңеүе менән тамамлана. Уның икенсе көнөндә Кутузов: “Не мудрено было их разбить, но надобно было их разбить дешево для нас, и мы потеряли всего... только 300 человек... Первый раз французы потеряли столько пушек, и первый раз бежали, как зайцы” тигән. Ысынлап та, был һуғышта урыҫ ғәскәренең 300 яугире һәләк булған һәм 900-ө яраланған, ә ҡаршы яҡтың һәләк булғандары - 2500, яраланғандары - 1000 кеше һаналған.
Ҡарт һәм ҙур тәжрибәле полководецҡа һалдат һәм офицерҙарын үтә ҡыҙыу ҡанлы батша Александр I һәм үҙенең генералдары талаптарына ҡарамайса, мөмкин тиклем һаҡлау сараларын күреү еңел бирелмәгән. Уны ҡыйыуһыҙлыҡта, ихтыярһыҙлыҡта, хыянатсылыҡта ғәйепләүселәр ҙә  булған. Ләкин уның аҡыллы эш итеүен тарих иҫбатлағанын күрәбеҙ. 
Тарутино ауылы эргәһендә ҡуйылған һәйкәлдә: ”На сем месте Российское воинство, под предводительством фельдмаршала Кутузова, укрепясь, спасло Россию и Европу”, - тигән хаҡ һүҙҙәр яҙылған. 
Ә 8(20) октябрь көнө Полоцк ҡалаһынан француз маршалы Сен-Сир корпусы 7 мең кешеһен үле, 2 меңен әсир хәлендә ҡалдырып китергә мәжбүр була. Был һуғыштарҙа француз маршалдары Мюрат, Сен-Сир командалыҡ иткән корпустар оло һабаҡ ала һәм Наполеон үҙе, бер нисә командующийҙары төп көстәре менән Мәскәүҙән, быға тиклем ғәскәр үтеп таланмаған төбәктәр аша сигенергә ниәтләнеп, Калуга юлына сыға. Ләкин был хәлде алдан күрә алған урыҫ армияһы етәкселеге тарафынан ҡуйылған ғәскәр уларҙы ут менән ҡаршы алып тар-мар итә. 
Дошман армияһын “ҡаршылаусылар” составында генерал Кудашев етәкселегендә башҡорт атлылары ла булып, улар флангыларҙан һөжүм иткән. Мәскәү тирәһендә француз ғәскәре хәрәкәттәрен күҙәтеү өсөн Кудашев тарафынан ебәрелгән казактар һәм башҡорт атлылары Мәскәүҙән ҡасыу яғына ыңғайлаған дошманға һөжүм итеп уларға Кремлде шартлатыуға форсат бирмәгән.
Был турала генерал Богданович: “Оҙайлы ваҡыт йәнһеҙ торғандан һуң Мәскәү терелеп киткәндәй булды. Сиркәүҙәрҙең эсе генә түгел, болдорҙары ла халыҡ менән тулды. Уларҙың бындай тырышлыҡ, дәрт, рәхимлелек менән тубыҡланып урыҫтар ғына түгел, хатта башҡорттарҙың Аллаға табыныуҙарына хайран ҡалыуы тураһында әйткән” (Ист. Отеч.войны. Богданович. Братство по оружию, Асфатуллин). Был француздарҙың Мәскәүҙә 36 көн торғандан һуң 1812 йылдың 11 октябрендә булған хәл.
Артабан 12 октябрҙә урыҫ армияһы генералдары Д.С. Дохтуров һәм Н.Н. Раевский ғәскәрҙәре Малоярославец ауылы эргәһендә емергес һөжүм яһап, дошманды Калуга яғына ебәрмәйенсә тар-мар итә, үҙҙәренең бер тапҡыр талап үткән Смоленск юлынан ҡасырға мәжбүр итә. Сираттағы ҡаты һуғыш Смоленскиға яҡын Красный исемле ҡала эргәһендә 3-6 ноябрҙә була. Тиҙерәк Смоленскиға етеп, шунда армияһын ҡышҡа урынлаштырырға иҫәп тотҡан Наполеон, урыҫ ғәскәре корпустарының Голицын, Милорадович, Тормосов, Платов, Раевский, Уваров, Паскевич, Гогель, Долгорукий һәм башҡа командирҙар етәкселегендә төрлө яҡтан ойошторолған бер-бер артлы һөжүмдәргә ҡаршы тора алмай ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Кутузов тарафынан оҫта төҙөлгән һуғыш тактикаһы һәм маневрҙары ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Красный ҡалаһы эргәһендә француздарҙың 6 мең кешеһе үлә һәм яралана, 26 меңе әсир ителә, 166 орудие һәм бөтә ылауҙары трофейға алына.
Батша Александр I Смоленск губернаһы биләмәһендә уңышлы үткәрелгән ҙур хәрби операциялары өсөн фельдмаршал Кутузовҡа “Смоленский” тигән титул биреү тураһында указ сығара.   
Көнбайыш йүнәлешендә хәрәкәт иткән француз ғәскәренә Кутузов ҡушыуы буйынса Чичачов һәм Витгенштейн корпустары Березина йылғаһы янында көслө һөжүм ойошторорға тейеш була. Ләкин Чичачов ғәскәре менән һуңлап килеү сәбәпле сигенеүсе яҡ ҡамалып юҡ ителеүҙән ҡотола. Йылғаға килеп етеп, уны аша сығыу өсөн француздар еңелсә күпер һала. Ләкин ул емерелә һәм бик күп яугир, атлы ылау, һуғыш кәрәк-яраҡтары боҙло һыуҙа ҡалып юғала. Был турала замандаштары Л.Чичачов яҙыуынса: “Ер өҫтө үлтерелгән һәм туңған кешеләрҙең мәйеттәре менән ҡапланған; улар төрлө ҡиәфәттә ята. Һыуға ҡолаған һалдат, ат мәйеттәре, арбалары менән йылға быуылған.”
Березина йылғаһындағы ике яҡ ғәскәрҙәренең бәрелешендә француз армияһы 40 меңдән ашыу кешеһен юғалта. Бынан һуң инде “Бөйөк армия” тип аталған ғәскәрҙең хәрәкәте сигенеү түгел, ә ҡасыу характерын ала. Һалдат һәм офицерҙар өйкөлөшөп, бер-береһен уҙырға тырышып, ашыға. Наполеон үҙе ҡамалыуҙан көскә ҡотолоп, имен ҡалған 9 мең кешеһе менән Вильно (хәҙерге Вильнюс) ҡалаһы юлы буйлап ҡаса.
Шулай ҙа француз императоры Көнсығыш Пруссия, Литва һәм Волынь (көнбайыш Украина) ерҙәрендә тупланған 100 меңдән ашыу кешелек ғәскәр менән урыҫ армияһына ҡаршы тороуҙы маршал Иохим Мюратҡа (еҙнәһе, 1767-1815 й.) тапшырып үҙе яңы армия йыйыу маҡсатында Парижға ҡайта. 
Француз ғәскәренең Рәсәй биләмәләрендә иң һуңғы уңышһыҙ ҡаршы тороуы 1812 йылдың 14 декабрендә Вильно ҡалаһында була. Ошо көндә дошман ғәскәре Неман йылғаһы аша ҡыуып сығарыла һәм Рәсәй биләмәләре уларҙан таҙартыла. 
Бородино һәм Тарутино яландарында һуғыштан һуң урыҫ армияһының контрһөжүме башланғас, башҡорт атлылары һәм Яйыҡ казактарынан торған йылдам хәрәкәтсән кавалерия отрядтары фронт һыҙығы аша үтеп дошманға тылдан емергес хәрби операциялар үткәрә.
Француз ғәскәрен кире сигенергә мәжбүр иткәс, фельдмаршал М.И. Кутузов башҡорт һәм казак яугирҙәрен Петербург йүнәлешен һаҡлауҙа, баҫҡынсыларҙың ҡасып барыусы ғәскәрҙәренең флангыларын өҙлөкһөҙ рәүештә көтөлмәгән һөжүмдәргә дусар итеп, уларҙы хәлһеҙләндереүҙә файҙалана. 1812 йылдың ноябрь айынан башлап ун биш атлы башҡорт (№6-20) полктары Волга буйынан килгән халыҡ ополчениеһы частары менән берлектә урыҫ ғәскәренең Украина ерендә алға барыуын тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнаған. Был турала фельдмаршал Кутузов, Ырымбур хәрби губернаторы Волконскийға оло ҡыуанысын, рәхмәтен һәм һоҡланыуын белдереп, түбәндәгесә  яҙған: “Вы не можете представить, ваше сиятельство, радости и удовольствия, с каким все и каждый из русских воинов стремится за бегущим неприятелем, с какой храбростью наши воины, в том числе и казаки и некоторые башкирские полки поражают их.”
Башҡорт яугирҙәренең һуғыш тактикаһы үҙенсәлекле була. Шул заман авторҙары күрһәтеүенсә уҡ атып тейҙереү аралығы 40 аҙым һаналған. “Яу барышында башҡорт яугире  һаҙағын арҡаһынан күкрәгенә шылдырып күсерә, ике уҡты алып тештәрендә тота, ә тағы ла икәүһен янға ҡуйып, уларҙы бер-бер артлы атып ебәрә. Һөжүм ваҡытында аты өҫтөндә алға эйелеберәк  ултырып, еңдәрен һыҙғанған килеш 4 уғын да атып ебәргәс, көслө әсе тауыш сығарып, дошманына ҡаршы ҡыйыу ташланып һөңгөһөн йә ҡылысын эшкә ҡуша.”
Ватан һуғышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыу осраҡтары билдәле. Мәҫәлән Надежда Дурова - тәүге мәрйә-яугир, офицер, кавалерист. Ул хатта 1812 йылда Кутузовтың ординарецы булған. 
XIX быуат урыҫ яҙыусыһы В.С. Зефировтың “Рассказы башкирца Джантюри” хикәйәһе тик-юҡтан килеп сыҡмағандыр. Унда Германияның Дрезден ҡалаһы эргәһендә булған хәл бәйән ителә. Йәнтүрә һуғышҡа үҙенең ҡатыны Аҫылбикә менән бергә барған. Көндәрҙең береһендә улар бер төркөм һыбайлы башҡорттар менән һаҡ күҙәтеүендә йөрөгәндә ҡапыл француздар һөжүм итә. Башҡорттар аҙ булһалар ҙа ҡаушап ҡалмай, шунда уҡ һөңгөләрен тотоп, һөрән һалып яуыздарға ҡаршы ташлана. Йәнтүрә, сабып барған ыңғайҙа, бер французды һөңгөһө менән үтә сәнсә лә, ҡоралын кире тартып алырға маташҡанда, икенсе береһе арттан килеп ҡылысы менән уның яурынына саба. Яралы Йәнтүрә иҫтән яҙып йығыла. Һушына килгәндә иптәштәренең яртыһы француздар тарафынан һәләк ителгән, һалғандарының аяҡ-ҡулдары бәйләнгән, ә Аҫылбикә күренмәй. Уларҙы әсир итеп алып китәләр. Күпмелер юл үткәндән һуң тотҡондарҙы йөҙләгән Дон казактары ҡыуып етеп уратып ала. Унлап ҡына ҡалған француз ҡурҡыштарынан баштарын эйеп бирелеүен белдерә. Казактар араһында Аҫылбикә лә йөрөй. Баҡтиһәң, башҡорт егеттәрен әсирлектән ҡурсалау өсөн, ике яҡтың ҡыҙыу алышы ваҡытында, ул яҡында урынлашҡан казактарҙы ярҙамға саҡырырға сапҡан булған.
Аҫылбикәне бындай тәүәккәллеге өсөн урыҫ ғәскәре командованиеһы миҙал менән бүләкләгән. 
1812-1814 йылғы хәрби походтарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының атҡа менеп, ҡорал тотоп һуғышта ҡатнашыуы яугир ҡатыны башҡарған “Ирәмәл” йыры тарихында ла әйтелгән: 
“Илкәйенә дошман баҫып инһә,
Кем генә һуң өйҙә ҡала икән?” - тип йырлап, атына менәгн дә, ҡорал алып, ире менән бергә яуға юлланған, ти.       
Баҫҡынсыларға ҡаршы партизандар һуғышында башҡорт яугирҙәре менән тығыҙ аралашҡан генерал Чернов түбәндәге фекерен яҙып ҡалдырған: “Башҡорттар һыбайға әрһеҙ, арыу-талыуҙы белмәй, 100-әр саҡрым һәм унан да күберәк араны 6-7 сәғәттә ялһыҙ-ниһеҙ үтә ала, юлдағы кәртәләр улар өсөн бер ни түгел: йылғаларҙы һыбай йөҙөп сыға, ҡуйы урман араһынан, тауҙарҙың үренән, һарҡыуынан бер ни булмағандай еңел йөрөйҙәр. Кеше йәйәү үтә алмаған ерҙәрҙән башҡорттар һыбай йөрөй. Уларҙың аттары ла үҙҙәренә оҡшап талымһыҙ, ҡурҡыу белмәй, түҙемле һәм арзан.”
Башҡорт һәм казактарҙың һуғыштағы ҡыйыулыҡтарын иҫәпкә алып уларҙы йыш ҡына тәрән тылға разведкаға ебәргәндәр.
1812 йылдың 21 декабрендә Ватан һуғышы тамамланыу уңайы менән бөтә Рәсәй армияларының баш командующийы генерал-фельдмаршал князь Голенищев-Кутузов-Смоленский үҙенең приказын иғлан иткән. Унда бөтә яугирҙәргә, батыр еңеүселәргә мөрәжәғәт итеп, ниһәйәт, һеҙ империябыҙҙың сигенә еттегеҙ, һеҙҙең һәр берегеҙ илде ҡотҡарыусы исемен яуланығыҙ. Ошо уңай менән бөтә Рәсәй һеҙҙе ихлас ҡотлай, тәбрик итә. 
Дошманды ҡыҙыу темпта ауыр шарттарҙа эҙәрләү бөтә халыҡтарҙы хайран ҡалдырып һеҙгә мәңгелек дан килтерҙе. Бындай сағыу еңеүҙәр бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Һуңғы ике ай эсендә генә бер туҡтауһыҙ илбаҫарҙы Рәсәйҙән ҡыуҙығыҙ, туҡманығыҙ. Улар барған юлдарында сәселеп, мәйеттәре ятып ҡалды. Юлбашсылары ла үҙен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡасып ҡайтыуҙан башҡа сара таба алманы. Урыҫ ғәскәре ҡыҫымы аҫтында француз һалдаттары меңәрләп ҡырылды. Алла – ҡөҙрәтле хаким үҙ ихтыяры менән уларҙы гонаһтары өсөн шулай хөкөм итте. 
Ҡаһармандарса еңеүебеҙгә ҡыуанып беҙ алға барабыҙ. Күрше илдәр сиктәрен үтеп уны баҫҡынсыларҙың үҙ биләмәләрендә ослап ҡуясаҡбыҙ. Ләкин был юлда дошмандың янъял ҡотороноуы, йорттарҙы үртәүе, иң изге урындарҙы мәсхәрәләүе, кешеләрҙе кәмһетеүҙәре беҙҙең өсөн өлгө булмаһын. Сит илдәрҙә беҙ миһырбанлы булып, дошманды тыныс халыҡтан айырырбыҙ. Беҙҙең яҡтан сит ил халыҡтарына ҡарата ғәҙеллек, баҫалҡылыҡ күрһәтеү, хатта үҙебеҙгә ҡаршы ут асыусыларға ла илтифатлы һәм кеселекле мөнәсәбәттә булыу фарыз. Беҙ дан өсөн йәки халыҡтарҙы үҙебеҙгә буйһондороу өсөн түгел, ә уларҙы иҙеүҙән, афәт һәм бәлә-ҡазанан ҡотҡарыу юлында көрәшкә барабыҙ. Ҡөҙрәтле һәм изге батшабыҙҙың сит ил кешеләренең тыныслығы боҙолмауын, мөлкәттәренең именлеге мотлаҡ һаҡланыу талабын изге ихтыярыбыҙ менән үтәрбеҙ. Был турала ныҡлы күҙәтеү булдырыуҙы корпус һәм дивизия командирҙарынан бөйөк император исеменән талап итәм, - тигән.            
Рәсәй биләмәләрен баҫҡынсыларҙан азат иткәс, урыҫ армияһы башҡорт полктары, Урал казактары һәм ҡалмыҡ полктары менән берлектә француз ғәскәрен Польша, Германия ерҙәренән ҡыуыуын дауам итеп, Варшава ҡалаһын азат итә. Артабан 1813 йылдың ғинуарында Данциг (хәҙер Гданьск, Польша) ҡалаһын оҙайлы ҡамау һәм штурмлау башлана. Бында урыҫ армияһының башҡа частары, Урал һәм ҡалмыҡ казактары менән бергә 8 башҡорт полкы ҡатнаша. 
1-се башҡорт полкы был алышта күрһәткән батырлыҡтары, өлгәшкән уңыштары хәрби командование тарафынан һуғыштың иң күренекле ваҡиғалары иҫәбенә индереп, хөкүмәт журналына яҙа. Айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәр: Хөсәйен Күсәрбаев, Ихсан Әбүбәкеров, Ирназар Дәүләтсурин, Байбулат Торсонбаев, Иҫәнғол Исҡужин ордендар менән бүләкләнә. Артабан 1-се башҡорт полкы Берлин һәм Дрезден ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, ә ҡалған 7 башҡорт полкы 1812 йылдың аҙағына ҡәҙәр Данциг ҡалаһының тамам баш һалыуын (капитуляция) тәьмин итеүҙә етди роль уйнай.
Ошо йылдың аҙағында 8-се, 12-се, 13-сө һәм 16-сы башҡорт полктары урыҫ армияһының регуляр полктары менән берлектә Глогау (Глогув, Польша) ҡала нығытмаһын ҡамауҙа ҡатнаша, шул уҡ осорҙа 1-се, 4-се, 5-се, 9-сы, 14-се башҡорт полктары Лейпциг ҡалаһы районындағы дәһшәтле алыштарҙа ҡаһарманлыҡтарын тағы ла иҫбат итә. Был һуғыш тарихҡа “битва народов” тигән исем менән инеп ҡалған. 
Лейпциг эргәһендәге ике яҡтың ҡаты бәрелеше тураһында Наполеон генералы Де Марбо мемуарҙарында башҡорт яугирҙарының француздарҙа ҡалдырған тәҫьораттары тураһында яҙылған: “За мастерское владение луком французы прозвали их “амурами”. Эти новички совсем не знавшие французов, были так воодушевлены своими предводителями, что ожидая превратить нас в бегство при первой встрече в самый день своего появления в виду наших войск кинулись на них бесчисленными толпами, но встреченные залпами из ружей и мушкетов оставили на месте битвы значительное число убитых. Эти потери вместо того, чтобы охладить их наступление, только его подогрели. Они носились вокруг наших войск, точно рои ос, прокрадываясь всюду. Один из моих самых храбрых унтер-офицеров Мелен - кавалер Почетного легиона был ранен навылет стрелою, которая вошедши в грудь вышла через спину.”(Труды Оренб. ученой Комиссии, 1897 г.)
Артабан Лейпцигты азат иткән ғәскәр менән 2-се, 13-сө, 15-се, 4-се, 5-се, 14-се башҡорт полктары генерал П.А. Толстой етәкселегендә Дрезденды   оҙайлы ҡамауҙа тотҡан Волга буйы (Поволжское) ополчение корпусына ярҙамға ашыға. Көсәйтелгән ғәскәрҙең туҡтауһыҙ ҡыҙыу һәм емергес һөжүмдәре Дрезденды капитуляцияларға мәжбүр итә. Бында француздарҙың 33744 һалдаты, 1759 офицеры, 32 генералы, 2 маршалы әсир ителә. Был бәрелештәрҙә 4-се, 14-се башҡорт полктары айырыуса маҡтауға лайыҡ була. 
Сигенеүсе дошманды эҙәрләп, ҡыуып, тар-мар итә барған армия кавалерияһы сафтарында 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се башҡорт полктары, 2-се типтәр, 2-се мишәр, 3-се Ырымбур казактары һәм Өфө полктары уңышлы хәрби маневрҙар яһай. Гамбург, Эрфурт, Веймар, Франкфурт ҡалаларын француздарҙан таҙартып, оҙон һәм еңеүле юл үтеп Парижға барып инә. Был  1814 йылдың 19 мартында була. 
Бөтә Европаны ҡурҡытып тотҡан Наполеон армияһын тар-мар итеүҙә урыҫ ғәскәре хәл иткес роль уйнай. Уның сафтарында ҡаһарман урыҫтар менән бер рәттән Рәсәй дәүләтенең бүтән милләт халыҡтары – украин, белорус, ҡалмыҡ, татар һәм ғәййәр башҡорттар үҙҙәрен геройҙарса күрһәтә. Урыҫ армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походында ҡатнашҡан генерал Андрей Раевский үҙенең хәтирәләрендә кире сигенеүсе Наполеон армияһының һалдат һәм офицерҙары немец халҡы араһында ҡырағай, кеше ашаусы башҡорт яугирҙәре – варварҙар, тип, улар тураһында хәбәр таратыуы тураһында яҙа. Йәнәһе, улар, бигерәк тә, балаларҙы ашарға әүәҫ. Немецтар шуға күрә лә француздарҙы ҡыуып килеүсе урыҫ ғәскәре составында ҡырағай, ҡот осҡос варварҙарҙы көткән. Ә ысынбарлыҡта ябай һәм эскерһеҙ алсаҡ башҡорт егеттәрен күргәс кенә шик-шөһбәләре тарала. 
Генерал А.Раевский һүрәтләүе буйынса яу яландарында һуғыш осоронда башҡорт яугирҙәренең тышҡы ҡиәфәте ысынлап та күркһеҙ генә була, сөнки улар дошман өҫтөнә ташланыу алдынан махсус рәүештә иң ябай иҫке кейемдә булған, ә һәйбәттәрен улар еңеү тантаналарында, парад стройҙарында кейгән. “Они в белых кафтанах, шароварах с красными лампасами и красных островерхих шапках в общем сомкнутом парадном строю среди нескольких полков представляли довольно приятное зрелище. Мы сами удивлялись опрятности и чистоте их одежды”, -                   тип яҙған генерал. Башҡорт яугирҙары обмундированиены һәм башҡа кәрәк-яраҡты тик үҙҙәре генә хәстәрләүен иҫәпкә алһаҡ, һаҡсыл булыуҙарын яҡшы аңларға мөмкин. 
Башҡорт атлыларының хәрби тактикаһы тураһында инглиз офицеры Роберт Вильсон һуғышта уларҙың шәхси ҡаһарманлығын, артыҡ сая, тәүәккәл булыуҙарын билдәләп, яңы ғына килһәләр ҙә башҡа казак полктары менән бергә Аллер йылғаһы аръяғындағы француздарға аттары өҫтөндә йөҙөп сығып ташланыуын, дошман отрядына ҡаршы уҡтарын эффектлы ата-ата барып, бик күптәрен әсир итеүгә өлгәшкәндәрен һүрәтләй.
Француз мемуарисы Дюпон ошо уҡ фекерҙе раҫлағандай “Бигерәк тә беҙҙе уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгө менән ҡоралланған башҡорт отрядтары йәберләй ине”, - тип яҙған. 
Генерал-лейтенант, Ватан һуғышы геройы, яугир һәм шағир Денис Давыдов үҙенең “Дневник партизанских действий 1812 года” исемле йыйынтығында башҡорт яугире һәм француз офицеры менән булған бер эпизодты тасуирлаған.
Йөҙгә йөҙ килеп бәрелеш ваҡытында башҡорттар бер нисә француз яугирен әсир иткән һәм араларында бер подполковник та булған. Ҡараһалар, уның тәбиғәттән бирелгән оло танауында уҡ тора. Уҡ оҙонлоғоноң яртыһы үтә сыҡҡан һәм уртаһында танауҙа туҡтап ҡалған. Яфа сигеүсе офицерҙы атынан төшөрөп ергә ултырттылар ҙа уға ярҙам күрһәтеү өсөн табип саҡырталар. Ул пациентының бәләһе менән танышҡас, тейешле инструменттарын сумкаһынан сығарып, уҡты танауҙың бер яғынан бысып икенсе яғын һурып алырға әҙерләнә. Процедураны күҙәтергә йыйылып иткән яугирҙәр араһынан береһе, үҙенең уғын танып ҡалып, табиптың ҡулына барып йәбешә лә: - Зинһар, уҡты ҡырҡма, ул минеке, киләсәктә тағы кәрәк буласаҡ! Бирегеҙ, үҙем ҡотҡарам француз танауын! - тип ялбара. Ә һин танауҙы нисек ҡотҡармаҡсыһың? - тигән һорауға: - Бер осонан тотоп һыпыра тартып сығарам, уғым бөтөн көйөнсә ҡала – ти икән. - Ә һуң танауҙы йыртаһың бит, - тиеүгә, ул: - эй, шул шайтан алғыры танауҙы инде... - тигән. Ошо һүҙҙәргә йыйылышҡан яуҙаштары ҡысҡырышып көлә. Табипҡа үҙ эшен саҡырылмаған артыҡ күҙҙәрҙән арынып ҡына башҡарырға тура килә. 
Генерал Н.М. Бороздин үҙенең бер хәтирә мәҡәләһендә, дошманды эҙәрләп барған көндәрҙең береһендә башҡорт яугире килеп уға мөрәжәғәт иткәне тураһында бәйән итә:
- Бына батька, көмөш әйбер килтерҙем, ярҙамсыларыңа әйт, ҡабул итеп алһындар. 
- Нисек инде алырға? Ул бит һинеке, уны дошмандарҙан һин һалдырып алғанһың.
- Эйе, батька, һалдырып алыуын алдым, ә бит был һеҙҙең мәсеттеке.
Булһа ла ул хәҙер һинеке, үҙеңә ҡалдыр.
Юҡ, батька, уның өсөн Хоҙай Тәғәлә алдында гонаһлы булырға теләмәйем. Ана, күрәһең бит, француздарҙың эт урынына ҡырылып ятҡанын, һеҙҙең мәсеттәрегеҙҙе талаған өсөн уларға Хоҙай ебәргән яза ул.
Был диалогты килтереп генерал ябай башҡорт кешеһенең намыҫлылығы, саф күңеллелеге, тоғролоғо һәм ислам диненә тәрән бирелеп ышаныуын, әрме хеҙмәтендәге бурысын ни тиклем ихлас башҡарыуын билдәләгән.
1812 йылғы Ватан һуғышында урыҫ ғәскәре менән бер үк сафтарҙа 28 башҡорт полкы, шуларҙың 20-һе туранан-тура һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша һәм 9 полк походтарын Парижда тамамлай. Бында Тыуған илдең азатлығын тәьмин итеүҙә Рәсәй халыҡтарының хәрби берҙәмлеге нығыуы асыҡ кәүҙәләнә. Ватан һуғышы Рәсәйҙең бөтә халҡын күтәрҙе һәм ул тәрән мәғәнәһендә халыҡтың ил азатлығы өсөн фиҙаҡәр көрәшенә әүерелде. Был турала шул заман ваҡиғаларының шаһиттары булған хәрби командирҙар, яҙыусылар ҡалдырған материалдарҙан күрәбеҙ. 
Урыҫ яҙыусыһы С.Н. Глинка (1775-1847 йй.): Не только стародавние сыны России, но и народы, отличные языком, нравами, верою и образом жизни, народы кочующие – и те, наравне с природными россиянами и черемисы ревностно и охотно шли на службу; башкирцы оренбургские сами собой вызывались и спрашивали у правительства, не нужны ли их полки.”
1812 йылдың 16 декабрендә М.И. Кутузов һуғыштың тәүге һөҙөмтәләрен йомғаҡлап: “Дошман илебеҙ биләмәләренән ҡыуып сығарылды. Бында шуны билдәләргә кәрәк, швед короле Карл XII Рәсәйгә 40 мең ғәскәр менән ябырылып, уларҙың 8 меңе менән ҡасҡан булһа, Наполеон 480 меңлек армияһы менән килеп беҙҙең ерҙә 150 мең әсир һәм 850 пушкаһын ҡалдырып 20 мең кешеһе менән кире иленә һыпырта”, - тигән.

Илгә оло яу килеп, ауыр һынауҙар осоронда Рәсәй халыҡтарының көслө патриотик күтәрелеше, дошманға ҡаршы ойошҡанлы, дәррәү ҡаршы сығыуы, төрлө тарафтарҙан ағылған ғәскәри көс, матди ярҙам Мәскәүҙе ҡулына алған француздарҙың “Бөйөк армияһын” кире сигенергә мәжбүр итә. Көсөргәнешле ҡаршы тороуҙар, ҡанлы бәрелештәр, төрлө һынауҙар аша үтә яугирҙәр, күп ҡан түгелә. Башҡорт яугирҙәренең яртыһы ғына әйләнеп ҡайта алған. 
Рәсәй императоры Александр I һуғыш тамамланғас, Ырымбур хәрби губернаторы А.Волконскийгә Бөтә Рәсәй йөҙөнән илде азат итеүҙәге намыҫлы хеҙмәттәре өсөн башҡорттарға һәм мишәрҙәргә оло мәрхәмәт (благоволение) күрһәтергә ҡушҡан.
Түбәндә 1836-1839 йылдарҙа алынған иҫәп буйынса Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Һаҡмар буйында, Бөрйән волосында формалашҡан 15-се башҡорт полкының Ватан һуғышының бөтә этаптарында үрнәк булырлыҡ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп үткән, Парижды алыуҙа ҡатнашҡан һәм “За взятие Парижа 19 марта 1814 года”, “1812 год” исемле көмөш миҙалдар меннә бүләкләнгән яугирҙәр исемлеге бирелә. (Профессор Ә.З. Әсфәндиәровтың “Кантонное управление в Башкирии (1798-1865 гг.)” исемле китабынан үҙенең рөхсәте менән алынды).
Ҡолсора ауылынан: сотник Вәлит Ыласынов, Буранбай Моталлапов, Байрамғол Мөхәмәтрәхимов, Ҡолгилде Аллағолов, Ҡаҙнабай Имамбаев;
Туҡтағолдан: Ыласын Яҡшымбәтов, Байғаҙы Ҡолшәрипов;
Күсейҙән: Тәбей Тойошҡанов, Сәғит Аллабирҙин, Танһыҡҡужа Бикҡужин;
Иҙристән: зәүрәт-хорунжий Ноғман Байғусҡаров, Әҙелбай Яҡшымбәтов, Ишәле Көмөшбаев, Аллағыуат Исхаҡов, Баййегет Йәрмөхәмәтов, Әбделкәрим Ғәбитов, Ҡотлоғол Сүрәбилов, Әмер Юлғотлин;
Ишбирҙенән (Ялан): Ишморат Ҡотлоғужин, Ҡылысбай Биҡҡужин;
Муллаҡайҙан: зәүрәт-сотник Тулыбай Мансуров, зәүрәт-хорунжий Мәһәҙи Муллаҡаев, Йыһанша Бикмөхәмәтов, Ҡузыбай Иҫәнбаев, Танһыҡҡужа Таныбаев;
Темәстән: урядник Исмәғил Иҫәнғолов, Ирназар Илбаҡтин, Йонос Рахманғолов, Исламбай Мәһәҙиев, Алтынса Мәмилин;
Әбдрәштән: урядник Ибниәмин Бикбулатов, Нәҙербай Нурбулатов;
Әлмөхәмәттән: Кулибай Әбләзин, Яманғол Абдрахманов, Мөхәмәтәмин Яуғастин;
Булаттан: Әбделвәли Әбдрәшев;
Ғәлиәкбәрҙән: Ҡарағол Солтанғолов;
Икенсе Этҡолдан: урядник Баязит Әлибаев, Мөхәмәтғәле Ниәтшин, Мөьмин Әбделсәләмов, Сәйетбаттал Ирмәков;
Яйыҡбайҙан (Нуғай): урядник Ирмәк Шәрипов, Хәмит Мәмбәтҡужин, Ғәбделмаян Мөрсәлимов, Мөхәмәтйән Азаматов, Мөхәмәтрәхим Теүәлбаев;
Моҡастан: урядник Мөхәмәт Айрусов;
Байымдан: Үҙәнбай Ғәҙелгәрәев;
Таулыҡайҙан: Ҡолгилде Сәфәров;
Сыңғыҙҙан: Йәнтирәк Аллабирҙин, Рафиҡ Иманғолов;
Мөхәмәт-(Сыңғыҙҙан айырылған): Бәлхиә Ильясов;
Йәнйегеттән: Ҡаһтаран Мораҙымов;
Бәхтегәрәй (Мансур) Һаҡмар буйы Кинйәбулат ауылынан айырылған): Ғабдулла Дәүләтбирҙин, Нәҙербай Аҫылов, Мөхәмәтйән Әзиғолов, Тутай Фәйзуллин;
Буранбайҙан (Аҫыл): Мөхәмәтшәриф Әлибаев;
Кинйәбулаттан: Ҡормаш Юлъяҡшин;
Ғәҙелбайҙан (Шырмай): Мәҡсүт Ҡотоев, Бикташ Мамбаев;
Беренсе Этҡолдан (Ямаш): Сәйфулла Монасипов, Ишмырҙа Илсебаев, Айсыуаҡ Ҡанбулатов;
Йәрмөхәмәттән: Йәрмөхәмәт Юлыев;
Ғүмәрҙән: Миңлебай Хоҙайғолов;
Йомаштан: урядник Дауыт Ағышев, Аят Әхмәтов, Йомағол Аҡбулатов, Сәйетғәфәр Байегетов, Мырҙагилде Әбүбәкеров, Ғәбделғәфәр Ишбаев;
Мырҙаҡайҙан: Ишдәүләт Ишембәтов, Йәнебәк Мөрсәлимов;
Ғәбсәләмдән (Ҡеүәшле буйы): Әбсәләм Байышев;
Әпектән (Һаҡмар буйы): Ишдәүләт Ырыҫымбәтов;
Баймырҙанан (Бүреле буйы): Раҡай Аҡмәмбәтов, Мөхәмәтсәлим Байтүрин;
Ишмөхәмәттән: Ислам Байгилдин, Усман Ишкилдин;
Мырҙа ауылынан: Алламорат Ишмуллин;
Мәмбәттән: Рәжәп Зыянбирҙин; 
Мортаҙанан: Ҡускилде Сәғитов;
Төркмәндән: Иҫәнғол Һөйәрғолов, Зыянғол Яманғолов, Ишмөхәмәт Муллабаев;
Әхмәрҙән: Йәрмөхәмәт Ишемғолов, Әбделхалиҡ Әхмәров, Салих Ғабдюсов ? (Әбдисов);
Сибай ауылынан: сотник Әхмәт Мотаев, зауряд-есаулдар Ҡотлозаман Юлдыбаев, Ғәле Мотаев;
Назарҙан (Атанғол): Әбдрәхим Морапталов;
Моҫтайҙан: Ғәбделмәнде Дауытов, Ҡорбанғәле Ҡужин;
Иҫәнбәттән: Ҡотлобулат Иҫәнбәтов, Ғабдрахман Ҡунаҡҡужин, Яҡуп Иҫәнбәтов, Туҡтамыш Дәүләтов;
Иҫәндән: зауряд-есаул Тутай Яҡшығолов, зауряд-хорунжий Ишберҙе Моталлапов, Бурансы Ҡаҙаҡбаев, Иҫәнғол Сакиев ? (Сакин), Мөхәмәтдин Ҡотанов;
Сәйетбатталдан (Ҡуяндар) – урядник Ғүмәр Моратшин;
Ҡарағай-ҡыпсаҡ волосы Өмөтбай ауылынан: Зыянғол Сурағолов, Мөхәмәтрәхим Муллағолов, Иҫәнғол Биҡҡолов;
Таһирҙан: Исмәғил Ҡалмаҡов, Ғөбәйҙулла Сағлаев, Мөхәмәтғәле Алтынбаев, Юлдаш Рәхмәтуллин;
Нурғәленән (үрге Һаҡмар буйы): Солтангилде Биктимеров;
Билалдан: зауряд-хорунжа Мөхәмәтйән Алтынаманов, Әбйәлил Алсынбаев, Байегет Иҙрисов, Мөхтәсар Дәүләткилдин, Йыһанша Илсебаев, Әбсәләм Ҡәҙерғәлин, Алтынсура Алтынаманов, Байбура Солтанғужин, Ғәбделмөкмин Төлкөбаев, Ҡотлозаман Ҡотлогилдин;
Һәмән ауылынан: Ҡыуандыҡ Бағатов, Сағанбай Көмөшбаев, Әбделҡаһир Сурагилдин, Тулыбай Килдеғужин.
Был исемлектә аталған яугирҙәрҙең байтағы 1834-1859 йылдарҙа иҫән булған. Үҙ илдәренә әйләнеп ҡайтҡас, ғаилә ҡороп донъя көткән. Мәҫәлән,  Йомаштан Сәйетйәғәфәр Баййегетовҡа 24 булып, 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда уландары Сәйфулла, Мөхәмәтсафа була; Әбделғәфәр Ишбаев 1788 йылда тыуған. Һуғыштан ҡайтҡас, ғаиләһендә Тәңребирҙе, Сәғәҙи исемле улдары күренә. Иҫән ауылынан Буранса Ҡаҙаҡбаев һуғыштан ҡайтҡанда 21 йәштә була. 1834 йылғы рәүиз яҙыуында уның Шәйәхмәт, Ишмөхәмәт, Ишморат, Сәфәрғәле, Сафиулла исемле улдары яҙылған.
Париждан әйләнеп ҡайтҡан Иҙрис ауылы батырҙарынан 1834 йылғы перепись ҡағыҙында Аллағыуат Исхаҡов, 42 йәштә, улы Әхмәтша; Әбделкәрим Ғәбитов, 37 йәштә, улдары Әбделлатиф, Әбделфәйез, Мөхәмәтвәли;
Ҡотлоғол Сүрәбилев, улдары Әлмөхәмәт һәм Динмөхәмәт.
Шул уҡ йылғы перепись материалдарында Төркмән ауылынан булған яугирҙәр, волос старшинаһы, яугир Төркмән Йәнсәйетовтың ейәндәре Иҫәнғол Сөйәрғолов, Зыянғол Яманғоловтар яҙылған.
1859 йылғы перепистә Икенсе Этҡол ауылы яугирҙәренән Мөхәмәтғәле Ниәтшин 61 йәштә, указлы мулла булып, улдары Хөсәйен, Шәрәфетдин, Хажмөхәмәт (ук. мулла), Солтан һәм Мөхәмәтхарис менән йәшәгән.
Шул уҡ перепись ҡағыҙында муллаҡай ауылы яугирҙәренән Тулыбай Мансуров, 73 йәштә, отставкалағы зәүрәт-яһауыл (капитанға торошло) уландары Ғиззәтулла, Нәбиулла һәм ейәне Хәйбулла;
Мәһәҙи Муллаҡаев, 69 йәштә, улы Камалетдин, ейәндәре Баһаутдин, Билалетдин;
Йыһанша Бикмөхәмәтов, 73 йәшендә 1858 йылда вафат булыуы, улдары Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтсалих яҙылған. Танһыҡҡужа Таныбаев, 68 йәштә, эргәһендә 17 йәшлек улы булыуы күренә.
Темәс ауылында 1859 йылғы перепись ҡағыҙында яугир Алтынса Мәмилин (1852 йылда 60 йәшендә вафат булыуы күрһәтелгән), Ирназар Илбаҡтин 70 йәшендә 1859 йыл вафат. Улдары Ибниәмин, Ҡунаҡҡол, Мырҙабай, Үтәгән яҙылған.   
Иҫәнбәт ауылынан 1834 йылда Туҡтамыш Дәүләтовтың Кәлимулла исемле улы, уның улы Фазулла, Туҡтамыштың икенсе улы Ғибәҙулла, уның улдары Лотфулла, Сибәғәтулла теркәлгән. Уларҙан бөгөнгө Туҡтамышев, Ғибәҙуллин, Лотфуллиндар таралған. Ордендар алып Париждан әйләнеп ҡайтҡан Беренсе Этҡол егеттәре Айсыуаҡ Ҡанбулатов, Ишмырҙа Илсебаев, Сәйфулла Монасипов 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ла иҫән, 70 йәштән үткән оло кешеләр булып, балаларының хозурында йәшәгәндәре күренә.     
Әлеге ваҡытта шул миҙалдарҙың береһе Башҡортостан Республикаһының крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана. Уны Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Ә.Й. Ибраһимов тапшырған.
1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышынан һуң ике быуат ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, улар яулаған оло еңеү, ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең исемдәре тураһындағы мәғлүмәттәр тарих биттәрендә һаҡланған. Ләкин бик аҙ кимәлдә. Башҡорттар тураһында башҡа милләт вәкилдәре киң яҡтыртып тормаған. Үрҙә килтерелгән исемлектәге фамилияларҙы үҙгәртмәйенсә йөрөтөүсе уларҙың ейәндәрен арабыҙҙа хәҙер ҙә күрәбеҙ, тимәк, яугирҙәр нәҫеле дауам итә. 
Шул уҡ ваҡытта Рус-Иран һуғышы әле дауам итә (1813 й. Гөлөстан килешеүе менән тамамлана), Рәсәйҙең хәрби корпустары Грузияла, Кавказ һыҙығында, Ҡырымда, Одессала, Урал аръяғында һәм Себерҙә урынлашҡан була. Быларҙан тыш һәр губернала крәҫтиәндәр күтәрелешен баҫып тороу өсөн эске хеҙмәт ғәскәре тотолған. Ошолар һөҙөмтәһендә француздар баҫып ингән тәүге осорҙа Рәсәй армияһы һан яғынан ҡалышҡан.
Илде баҫҡынсыларҙан азат итеүгә Рәсәйҙең төрлө милләт халыҡтары әүҙем күтәрелеп, регуляр армиянан тыш атлы отрядтар төҙөп ҡаршы сыға.
Изге һуғыштың тәүге осоронда 1-се башҡорт полкы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм бәрелештәрҙә генерал П.И. Багратион армияһы составында, 2-се башҡорт полкы генерал А.П. Тормасов армияһы составында ҡатнаша. Ләкин улар һан яғынан күпкә өҫтөнлөклө һәм яҡшы ҡоралланған дошман яуына ҡаршы тора алмай һуғыша-һуғыша сигенергә мәжбүр була. Шул уҡ ваҡытта 1812 йылдың 27 июлендә Смоленск губернаһында Рудни, Лошня һәм Молево Болото исемле ауылдар эргәһендә атаман П.И. Платов етәкселегендә кавалерия корпусы составында башҡорт атлылары француздарҙың генерал Себастияни дивизияһын тар-мар итеүҙә етди роль уйнай. Шул уҡ йылдың 26 авгусында Бородино яланындағы ике яҡ ғәскәрҙең хәл иткес бәрелешендә башҡорт яугирҙәре казачий корпус менән берлектә дошман ғәскәренең һул яҡ флангыһына уңышлы рейд һәм тылдан ҡапыл  көслө һөжүм яһауы француздарҙың көсөн тарҡатыуға ҙур өлөш индерә.
Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов үҙенең “Төньяҡ амурҙары” исемле тарихи романында Бородино яланындағы һуғышты киң тасуирлаған. Түбәндә шунан бер өҙөк килтерелә:
“Майор Лачиндың Беренсе башҡорт полкы үҙҙәре тапҡырында поход тәртибендә теҙелгән француздарҙың пехота полкына берҙәм ташланды. Тегеләр мылтыҡтарынан атырға өлгөрә алмай ҡалды, ә өҫтәренә ҡауырһынлы уҡтар яуа башланы. Һалдаттар ҡот осҡос тауыш менән:  “Амурҙар! Амурҙар!” – тип ҡысҡырыша һәм яҡындағы һирәк ағаслыҡ араһына ышыҡланыу өсөн йүгерә. Офицерҙары уларҙы туҡтатыу өсөн ҡысҡырып һүгенһәләр ҙә, арҡаларына, яурындарына ҡылыстың яҫы яғы менән һуҡҡылаһалар ҙа хәл үҙгәрмәй, кешеләре ҡаса бирә.
Һыбайлыларҙың тәүге рәтендә сабып килгән Буранбайҙың йәйәһен ҡапыл күтәреп атып ебәргән уғы ҡасып барыусы дошман офицерының арҡаһына барып ҡаҙала. 
Пехотанан уң яҡтараҡ урынлашҡан француз кавалерияһын атакаға ташлауға команда булып борғо тауышы яңғырау булды, ҡылыстары ялт-йолт итеп, улар һөжүмгә күсә.
– Есаул Буранбай, – тип ҡысҡыра майор Лачин, – беҙ пехотаның артынан эҙәрләргә төшәбеҙ, ә һин беренсе һәм икенсе йөҙ менән дошман атлыларын тотҡарла һәм сигендереү сараһын күр!
Буранбай шунда уҡ командирҙың бойороғон аңлап, һүҙ әйтеп тормаҫтан, ике йөҙ яугир егетен уңға ыңғайлата. Үҙҙәренә саманан тыш ышанған йән-фарман сабып килеүсе француз һыбайлыларын залп менән ебәрелгән уҡтар һырыуы ғына иҫтәренә ҡайтара. Уларҙың ҡайһылары ергә ауҙы, икенселәре эйәренән шыуып төшөп, аяғы өҙәңгеһенә аҫылынып ат тояҡтары араһында һөйрәлә, саң-туҙан эсендә аунап яталар.
Эйе, шул ғына арала “төньяҡ амурҙары” ҡаршы яҡтың атлы полкына шаҡтай зыян килтереп өлгөрә, ә имен ҡалғандар ҡылыстары менән ҡотороноп һелтәргә керешә. Башҡорт егеттәре ҡылысҡа ҡылыс, ҡайҙа һөңгө менән йәшен тиҙлегендә дошманды ботарлай. Улар араһында Буранбайҙың аты тояҡтары ҡан менән шыяланған ерҙә тая-тая зыр әйләнә, ерҙә ятҡан кәүҙәләрҙе тапай. Ә Буранбай үҙе, бөтә көсө менән киҙәнеп, туҡтауһыҙ ҡылысын һелтәй, күҙенә салынған дошманын имен ҡалдырмай, тураҡлай.
Көтмәгәндә ҡапыл:
– Полк командиры яраланды!.. Лачинды яраланылар!.. – тип, һуҙып ҡысҡырған көслө тауыш яңғырай.
Быны ишетеү менән Буранбай өҙәңгеһенә баҫып ат өҫтөндә торған килеш, ат кешнәүе, яралыларҙың ыңғырашыуы, ғөмүмән, яу яланын солғап алған шау-шыуҙы баҫырлыҡ көслө тауыш менән:
– Майорҙы һаҡлағыҙ, егеттәр!.. Майорҙы һуғыш яланынан алып сығығыҙ!.. – тип команда бирә.
Полк менән етәкселек итеүҙе ҡулына алып, дошман кавалерияһына ныҡлы кәртә ҡуйғас, бер йөҙҙө үҙе артынан эйәртеп, күршеләге атаман Платов етәкләгән казактарға ярҙамға ташлана“.
Урыҫ армияһы етәкселеге көстәрҙе аяуһыҙ тәләфләүҙән һаҡлау маҡсатында ваҡытлыса тылға сигенергә, хатта Мәскәүҙе һуғышһыҙ ҡалдырып торорға ҡарар итә. Ҡала 1812 йылдың 2(14) сентябренән 11(23) октябргә тиклем француздар ҡулында була. Был ҡарар 1 сентябрь көндө Мәскәү эргәһендәге Фили ауылында Кутузов үткәргән хәрби кәңәшмәлә ҡабул ителә.
Ғалимдар һәм хәрби етәкселәр Бородино һуғышын XIX быуаттың иң ҙур, дәһшәтле, ҡанлы бәрелеше тип баһалай. Быға түбәндәге һандар дәлил була ала: бәрелеш алдынан Рәсәй армияһында 115302 кешенән торған регуляр ғәскәр, 11 меңлек казак отряды, 28500 кешенән торған ополчение частары – бөтәһе 154800 кеше, 640 орудие була. Ә француз армияһы 134000  регуляр хәрби әҙерлек үткән һалдат һәм офицерҙан, 587 орудиенан торған.
Бородино яланындағы бәрелештә француз армияһынан үлгән һәм яраланып сафтан сығыусылар һаны 50 мең тирәһе тәшкил итә, ә урыҫ армияһы 45,6 мең кешеһен юғалта. Был иҫәпкә 29  урыҫ генералы һәм 49 француз генералы инә. Күрәһең, шуғалыр европалылар Бородино яланына “француз генералдарының һәм француз кавалерияһының зыяраты” тигән ҡушамат таҡҡандар.
Фельдмаршал Кутузов Бородинолағы бәрелеш тураһында батшаға яҙған белдереүендә (донесение) рәсәй һалдатының ҡаһарманлығы, ныҡлы рухы, иле өсөн үҙен ҡорбан итеүен билдәләп, уны төп герой тип атай. “Французская армия под предводительством самого Наполеона не превозмогла твердости духа российского солдата, жертвовавшего с бодростию жизнию за свое отечество.”
Бородино яланында емергес отпор алған Наполеон был турала үҙе кисергән күп һуғыштарҙа тәү тапҡыр осраған иң ҡот осҡос ваҡиға булып мәңгелеккә хәтерендә ҡалыуын белдергән. Шул уҡ ваҡытта ул: “Француздар үҙҙәренең еңеүгә һәләтлелегенә, ә урыҫтар еңелмәүселәр хоҡуғына эйә булдылар ”, – тигән.
Бородино яланындағы һуғыштан һуң урыҫ армияһы Мәскәүҙән сигенеп сентябрь-октябрь айҙарында Рязань юлы буйындағы Тарутино ауылы янында лагерҙа урынлаша. Бында сафтарын тулыландырып, тейешле әҙерлек үткәргәс, ғәскәр контрһөжүмгә күсә. 6(18) октябрҙә Тарутино эргәһендә, Чернишне йылғаһы буйында тарихта киң билдәле оло бәрелеш – “Тарутино баталияһы” була. Ул районда Кутузов ғәскәрендә 120 меңлек регуляр армия һәм шул тиклем үк һанда халыҡ ополчениеһына йыйылған кеше, 622 орудие, ә Наполеон армияһы 116 мең яугир, 569 орудие менән була, йәғни, көстәр нисбәте Рәсәй файҙаһына үҙгәргән. Тарутино һуғышы урыҫ ғәскәренең еңеүе менән тамамлана. Уның икенсе көнөндә Кутузов: “Не мудрено было их разбить, но надобно было их разбить дешево для нас, и мы потеряли всего... только 300 человек... Первый раз французы потеряли столько пушек, и первый раз бежали, как зайцы” тигән. Ысынлап та, был һуғышта урыҫ ғәскәренең 300 яугиры һәләк булған һәм 900-ө яраланған, ә ҡаршы яҡтың һәләк булғандары – 2500, яраланғандары – 1000 кеше һаналған.
Ҡарт һәм ҙур тәжрибәле полководецҡа һалдат һәм офицерҙарын үтә ҡыҙыу ҡанлы батша Александр I һәм үҙенең генералдары талаптарына ҡарамайса, мөмкин тиклем һаҡлау сараларын күреү еңел бирелмәгән. Уны ҡыйыуһыҙлыҡта, ихтыярһыҙлыҡта, хыянатсылыҡта ғәйепләүселәр ҙә  булған. Ләкин уның аҡыллы эш итеүен тарих иҫбатлағанын күрәбеҙ.
Тарутино ауылы эргәһендә ҡуйылған һәйкәлдә: ”На сем месте Российское воинство, под предводительством фельдмаршала Кутузова, укрепясь, спасло Россию и Европу”, – тигән хаҡ һүҙҙәр яҙылған.
Ә 8(20) октябрь көнө Полоцк ҡалаһынан француз маршалы Сен-Сир корпусы 7 мең кешеһен үле, 2 меңен әсир хәлендә ҡалдырып китергә мәжбүр була. Был һуғыштарҙа француз маршалдары Мюрат, Сен-Сир командалыҡ иткән корпустар оло һабаҡ ала һәм Наполеон үҙе, бер нисә командующийҙары төп көстәре менән Мәскәүҙән, быға тиклем ғәскәр үтеп таланмаған төбәктәр аша сигенергә ниәтләп, Калуга юлына сыға. Ләкин был хәлде алдан күрә алған урыҫ армияһы етәкселеге тарафынан ҡуйылған ғәскәр уларҙы ут менән ҡаршы алып тар-мар итә.
Дошман армияһын “ҡаршылаусылар” составында генерал Ҡудашев етәкселегендә башҡорт атлылары ла булып, улар флангыларҙан һөжүм иткән. Мәскәү тирәһендә француз ғәскәре хәрәкәттәрен күҙәтеү өсөн Ҡудашев тарафынан ебәрелгән казактар һәм башҡорт атлылары Мәскәүҙән ҡасыу яғына ыңғайлаған дошманға һөжүм итеп, уларға Кремлде шартлатыуға форсат бирмәгән.
Был турала генерал Богданович: “Оҙайлы ваҡыт йәнһеҙ торғандан һуң Мәскәү терелеп киткәндәй булды. Сиркәүҙәрҙең эсе генә түгел, болдорҙары ла халыҡ менән тулды. Уларҙың бындай тырышлыҡ, дәрт, рәхимлек менән тубыҡланып урыҫтар ғына түгел, хатта башҡорттарҙың Аллаға табыныуҙарына хайран ҡалыуы тураһында әйткән” (Ист. Отеч. войны. Богданович. Братство по оружию, Асфатуллин). Был француздарҙың Мәскәүҙә 36 көн торғандан һуң 1812 йылдың 11 октябрендә булған хәл.
Артабан 12 октябрҙә урыҫ армияһы генералдары Д.С. Дохтуров һәм Н.Н. Раевский ғәскәрҙәре Малоярославец ауылы эргәһендә емергес һөжүм яһап, дошманды Калуга яғына ебәрмәйенсә үҙҙәренең бер тапҡыр талап үткән Смоленск юлынан ҡасырға мәжбүр итә. Сираттағы ҡаты һуғыш Смоленскиға яҡын Красный исемле ҡала эргәһендә 3-6 ноябрҙә була. Тиҙерәк Смоленскиға етеп, шунда армияһын ҡышҡа урынлаштырырға иҫәп тотҡан Наполеон, урыҫ ғәскәре корпустарының Голицын, Милорадович, Тормасов, Платов, Раевский, Уваров, Паскевич, Гогель, Долгорукий һәм башҡа командирҙар етәкселегендә төрлө яҡтан ойошторолған бер-бер артлы һөжүмдәргә ҡаршы тора алмай ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Кутузов тарафынан оҫта төҙөлгән һуғыш тактикаһы һәм маневрҙары ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Красный ҡалаһы эргәһендә француздарҙың 6 мең кешеһе үлә һәм яралана, 26 меңе әсир ителә, 166 орудие һәм бөтә ылауҙары трофейға алына.
Батша Александр I Смоленск губернаһы биләмәһендә уңышлы үткәрелгән ҙур хәрби операциялары өсөн фельдмаршал Кутузовҡа “Смоленский” тигән титул биреү тураһында указ сығара.   

Көнбайыш йүнәлешендә хәрәкәт иткән француз ғәскәренә Кутузов ҡушыуы буйынса Чичачов һәм Витгенштейн корпустары Березина йылғаһы янында көслө һөжүм ойошторорға тейеш була. Ләкин Чичачов ғәскәре менән һуңлап килеү сәбәпле, сигенеүсе яҡ ҡамалып юҡ ителеүҙән ҡотола. Йылғаға килеп етеп, уны аша сығыу өсөн француздар еңелсә күпер һала. Ләкин ул емерелә һәм бик күп яугир, атлы ылау, һуғыш кәрәк-яраҡтары боҙло һыуҙа ҡалып юғала. Был турала замандаштары Л.Чичачов яҙыуынса: “Ер өҫтө үлтерелгән һәм туңған кешеләрҙең мәйеттәре менән ҡапланған; улар төрлө ҡиәфәттә ята. Һыуға ҡолаған һалдат, ат мәйеттәре, арбалары менән йылға быуылған”.
Березина йылғаһындағы ике яҡ ғәскәрҙәренең бәрелешендә француз армияһы 40 меңдән ашыу кешеһен юғалта. Бынан һуң инде “Бөйөк армия” тип аталған ғәскәрҙең хәрәкәте сигенеү түгел, ә ҡасыу характерын ала. Һалдат һәм офицерҙар өйкөлөшөп, бер-береһен уҙырға тырышып, ашыға. Наполеон үҙе ҡамалыуҙан көскә ҡотолоп, имен ҡалған 9 мең кешеһе менән Вильно (хәҙерге Вильнюс) ҡалаһы юлы буйлап ҡаса.
Шулай ҙа француз императоры Көнсығыш Пруссия, Литва һәм Волынь (көнбайыш Украина) ерҙәрендә тупланған 100 меңдән ашыу кешелек ғәскәр менән урыҫ армияһына ҡаршы тороуҙы маршал Иохим Мюратҡа (еҙнәһе, 1767-1815 й.) тапшырып үҙе яңы армия йыйыу маҡсатында Парижға ҡайта.
Француздарҙың Рәсәйҙә иң һуңғы уңышһыҙ ҡаршы тороуы 1812 йылдың 14 декабрендә Вильно ҡалаһында була. Ошо көндә дошман ғәскәре Неман  йылғаһы аша ҡыуып сығарыла һәм Рәсәй ере уларҙан таҙартыла.
Бородино һәм Тарутино яландарында һуғыштан һуң урыҫ армияһының контрһөжүме башланғас, башҡорт атлылары һәм Яйыҡ казактарынан торған кавалерия отрядтары фронт һыҙығы аша үтеп, дошманға тылдан емергес хәрби операциялар үткәрә.
Француз ғәскәрен кире сигенергә мәжбүр иткәс, фельдмаршал М.И. Кутузов башҡорт һәм казак яугирҙәрен Петербург йүнәлешен һаҡлауҙа, баҫҡынсыларҙың ҡасып барыусы ғәскәрҙәренең флангыларын өҙлөкһөҙ рәүештә көтөлмәгән һөжүмдәргә дусар итеп, уларҙы хәлһеҙләндереүҙә файҙалана. 1812 йылдың ноябрь айынан башлап ун биш атлы башҡорт (№6-20) полкы Волга буйынан килгән халыҡ ополчениеһы частары менән берлектә урыҫ ғәскәренең Украина ерендә алға барыуын тәьмин итеүҙә ҙур роль уйнаған”.
Башҡорттарҙың һуғыш тактикаһы үҙенсәлекле була. Шул заман яҙыусылары күрһәтеүенсә, уҡ атып тейҙереү аралығы 40 аҙым һаналған. “Яу барышында  башҡорт яугиры һаҙағын арҡаһынан күкрәгенә шылдырып күсерә, ике уҡты алып тештәрендә тота, ә тағы ла икәүһен янға ҡуйып, уларҙы бер-бер артлы атып ебәрә. Һөжүм ваҡытында аты өҫтөндә алға эйелеберәк ултырып, еңдәрен һыҙғанған килеш 4 уғын да атып ебәргәс, көслө әсе тауыш сығарып, дошманына ташланып, һөңгөһөн йә ҡылысын эшкә ҡуша”.
Ватан һуғышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатнашыу осраҡтары ла билдәле. XIX быуат урыҫ яҙыусыһы В.С. Зефировтың “Рассказы башкирца Джантюри” хикәйәһе тик-юҡтан килеп сыҡмағандыр. Унда Германияның Дрезден ҡалаһы  эргәһендә булған хәл бәйән ителә. Йәнтүрәнең ҡатыны Аҫылбикә һуғышҡа ире  менән бергә бара. Көндәрҙең береһендә улар бер төркөм һыбайлы башҡорттар менән һаҡ күҙәтеүендә йөрөгәндә ҡапыл француздар һөжүм итә.  Башҡорттар аҙ булһалар ҙа ҡаушап ҡалмай, шунда уҡ һөңгөләрен тотоп, һөрән һалып яуыздарға ҡаршы ташлана. Йәнтүрә, сабып барған ыңғайҙа, бер французды һөңгөһө менән үтә сәнсә лә, ҡоралын кире тартып алырға маташҡанда, икенсе береһе арттан килеп ҡылысы менән уның яурынына саба. Яралы Йәнтүрә иҫтән яҙып йығыла. Һушына килгәндә иптәштәренең яртыһы француздар тарафынан һәләк ителгән, ҡалғандарының аяҡ-ҡулдары бәй-ләнгән, ә Аҫылбикә күренмәй. Уларҙы әсир итеп алып китәләр. Күпмелер юл үткәндән һуң тотҡондарҙы йөҙләгән Дон казактары ҡыуып етеп уратып ала. Унлап ҡына ҡалған француз ҡурҡыштарынан баштарын эйеп бирелеүен белдерә. Казактар араһында Аҫылбикә лә йөрөй. Баҡтиһәң, башҡорт егеттәрен әсирлектән ҡурсалау өсөн, ике яҡтың ҡыҙыу алышы ваҡытында ул яҡында урынлашҡан казактарҙы ярҙамға саҡырырға сапҡан булған.
Аҫылбикәне бындай тәүәккәллеге өсөн урыҫ ғәскәре командованиеһы миҙал менән бүләкләгән.
1812 – 1814 йылғы хәрби походтарҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының атҡа менеп, ҡорал тотоп һуғышта ҡатнашыуы яугир ҡатыны башҡарған “Ирәмәл” йыры тарихында ла әйтелгән:
“Илкәйенә дошман баҫып инһә,
Кем генә һуң өйҙә ҡала икән?” – тип йырлап, атына менгән дә, ҡорал алып, ире менән бергә яуға юлланған, ти.
Партизандар һуғышында башҡорттар менән тығыҙ аралашҡан генерал Чернов түбәндәге фекерен яҙып ҡалдырған: “Башҡорттар һыбайға әрһеҙ, арыу-талыуҙы белмәй, 100-әр саҡрым һәм унан да күберәк араны 6-7 сәғәттә ялһыҙ-ниһеҙ үтә ала, юлдағы кәртәләр улар өсөн бер ни түгел: йылғаларҙы һыбай йөҙөп сыға, ҡуйы урман араһынан, тауҙарҙың үренән, һарҡыуынан бер ни булмағандай еңел йөрөйҙәр. Кеше йәйәү үтә алмаған ерҙәрҙән башҡорттар һыбай йөрөй. Уларҙың аттары ла үҙҙәренә оҡшап талымһыҙ, ҡурҡыу белмәй, түҙемле һәм арзан”. Башҡорт һәм казактарҙың һуғыштағы ҡыйыулыҡтарын иҫәпкә алып уларҙы йыш ҡына тәрән тылға разведкаға ебәргәндәр.
1812 йылдың 21 декабрендә Ватан һуғышы тамамланыу уңайы менән бөтә Рәсәй армияларының баш командующийы генерал-фельдмаршал князь Голенищев-Кутузов-Смоленский үҙенең приказын иғлан иткән. Унда бөтә яугирҙәргә, батыр еңеүселәргә мөрәжәғәт итә: «Ниһәйәт, һеҙ империябыҙҙың сигенә еттегеҙ, һеҙҙең һәр берегеҙ илде ҡотҡарыусы исемен яуланығыҙ. Ошо уңай менән бөтә Рәсәй һеҙҙе ихлас ҡотлай, тәбрик итә.
Дошманды ҡыҙыу темпта ауыр шарттарҙа эҙәрләү бөтә халыҡтарҙы хайран ҡалдырып һеҙгә мәңгелек дан килтерҙе. Бындай сағыу еңеүҙәр бер ҡасан да булғаны юҡ ине. Һуңғы ике ай эсендә генә бер туҡтауһыҙ илбаҫарҙы Рәсәйҙән ҡыуҙығыҙ, туҡманығыҙ. Улар барған юлдарында сәселеп, мәйеттәре ятып ҡалды. Юлбашсылары ла үҙен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡасып ҡайтыуҙан башҡа сара таба алманы. Урыҫ ғәскәре ҡыҫымы аҫтында француз һалдаттары меңәрләп ҡырылды. Алла – ҡөҙрәтле хаким – үҙ ихтыяры менән уларҙы гонаһтары өсөн   шулай хөкөм итте.
Ҡаһармандарса еңеүебеҙгә ҡыуанып, беҙ алға барабыҙ. Күрше илдәр сиктәрен үтеп, уны баҫҡынсыларҙың үҙ биләмәләрендә ослап ҡуясаҡбыҙ. Ләкин был юлда дошмандың янъял ҡотороноуы, йорттарҙы үртәүе, иң изге урындарҙы мәсхәрәләүе, кешеләрҙе кәмһетеүҙәре беҙҙең өсөн өлгө булмаһын. Сит илдәрҙә беҙ миһырбанлы булып, дошманды тыныс халыҡтан айырырбыҙ. Беҙҙең яҡтан сит ил халыҡтарына ҡарата ғәҙеллек, баҫалҡылыҡ күрһәтеү, хатта үҙебеҙгә ҡаршы ут асыусыларға ла илтифатлы һәм кеселекле мөнәсәбәттә булыу фарыз. Беҙ дан өсөн йәки халыҡтарҙы үҙебеҙгә буйһондороу өсөн түгел, ә уларҙы иҙеүҙән, афәт һәм бәлә-ҡазанан ҡотҡарыу юлында көрәшкә барабыҙ. Батшабыҙҙың сит ил кешеләренең тыныслығы боҙолмауын, мөлкәттәренең именлеге мотлаҡ һаҡланыу талабын изге ихтыярыбыҙ менән үтәрбеҙ. Был турала ныҡлы күҙәтеү булдырыуҙы корпус һәм дивизия командирҙарынан бөйөк император исеменән талап итәм», – тигән.
Рәсәйҙе азат иткәс, урыҫ армияһы башҡорт  полктары, Урал казактары һәм ҡалмыҡ полктары менән берлектә француз ғәскәрен Польша, Германия ерҙәренән ҡыуыуын дауам итеп, Варшава ҡалаһын азат итә. Артабан 1813 йылдың ғинуарында Данциг (хәҙер Гданьск, Польша) ҡалаһын оҙайлы ҡамау һәм штурмлау башлана. Бында урыҫ армияһының башҡа частары, Урал һәм ҡалмыҡ казактары менән бергә 8 башҡорт полкы ҡатнаша.
1-се башҡорт полкының был алышта күрһәткән батырлыҡтары, уңыштары хәрби командование тарафынан һуғыштың иң күренекле ваҡиғалары иҫәбенә индерелеп, хөкүмәт журналына яҙыла. Айырыуса ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙәр: Хөсәйен Күсәрбаев, Ихсан Әбүбәкеров, Ирназар Дәүләтсурин, Байбулат Торсонбаев, Иҫәнғол Исҡужин ордендар менән бүләкләнә. Артабан 1-се башҡорт полкы Берлин һәм Дрезден ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, ә ҡалған 7 башҡорт полкы 1812 йылдың аҙағына ҡәҙәр Данциг ҡалаһының тамам баш һалыуын тәьмин итеүҙә етди роль уйнай.
Ошо йылдың аҙағында 8-се, 12-се, 13-сө һәм 16-сы башҡорт полктары урыҫ армияһының регуляр полктары менән берлектә Глогау (Глогув, Польша) ҡала нығытмаһын ҡамауҙа ҡатнаша, шул уҡ осорҙа 1-се, 4-се, 5-се, 9-сы, 14-се башҡорт полктары Лейпциг ҡалаһы районындағы дәһшәтле алыштарҙа ҡаһарманлыҡтарын тағы ла иҫбат итә. Был һуғыш тарихҡа “битва народов” тигән исем менән инеп ҡалған.
Лейпциг эргәһендәге ике яҡтың ҡаты бәрелеше тураһында Наполеон генералы Де Марбо мемуарҙарында башҡорт яугирҙәренең француздарҙа ҡалдырған тәьҫораттары тураһында яҙылған: “За мастерское владение луком французы прозвали их “амурами”. Эти новички, совсем не знавшие французов, были так воодушевлены своими предводителями, что ожидая превратить нас в бегство при первой встрече в самый день своего появления в виду наших войск кинулись на них бесчисленными толпами, но встреченные залпами из ружей и мушкетов оставили на месте битвы значительное число убитых. Эти потери вместо того, чтобы охладить их наступление, только его подогрели. Они носились вокруг наших войск, точно рои ос, прокрадываясь всюду. Один из моих самых храбрых унтер-офицеров Мелен – кавалер Почетного легиона был ранен навылет стрелою, которая вошедши в грудь вышла через спину.” (Труды Оренб. ученой Комиссии, 1897 г.)
Артабан Лейпцигты азат иткән ғәскәр менән 2-се, 13-сө, 15-се, 4-се, 5-се, 14-се башҡорт полктары генерал П.А. Толстой етәкселегендә Дрезденды оҙайлы ҡамауҙа тотҡан Волга буйы (Поволжское) ополчение корпусына ярҙамға ашыға. Көсәйтелгән ғәскәрҙең туҡтауһыҙ ҡыҙыу һәм емергес һөжүмдәре Дрезденды капитуляцияларға мәжбүр итә. Бында француздарҙың 33744 һалдаты, 1759 офицеры, 32 генералы, 2 маршалы әсир ителә. Был бәрелештәрҙә 4-се, 14-се башҡорт полктары айырыуса маҡтауға лайыҡ була.
Сигенеүсе дошманды эҙәрләп, тар-мар итә бар-ған армия кавалерияһы сафтарында 1-се, 2-се, 5-се, 8-се, 9-сы, 12-се, 13-сө, 14-се, 15-се башҡорт полк-тары, 2-се типтәр, 2-се ми-шәр, 3-сө Ырымбур казактары һәм Өфө полктары уңышлы хәрби маневрҙар яһай. Гамбург, Эрфурт, Веймар, Франкфурт ҡалаларын француздарҙан таҙартып, оҙон һәм еңеүле юл үтеп Парижға барып  инә. Был 1814 йылдың 19 мартында була.
Урыҫ армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походында ҡатнашҡан генерал Андрей Раевский үҙенең хәтирәләрендә кире сигенеүсе Наполеон армияһының һалдат һәм офицерҙары немец халҡы араһында ҡырағай, кеше ашаусы башҡорт яугирҙәре – варварҙар, тип, улар тураһында хәбәр таратыуы тураһында яҙа. Йәнәһе, улар бигерәк тә балаларҙы ашарға әүәҫ. Немецтар шуға күрә лә француздарҙы ҡыуып килеүсе урыҫ ғәскәре составында ҡырағай, ҡот осҡос варварҙарҙы көткән. Ә ысынбарлыҡта ябай, эскерһеҙ башҡорт егеттәрен күргәс кенә шик-шөбһәләре тарала.
Генерал А.Раевский һүрәтләүе буйынса башҡорт яугирҙәренең тышҡы ҡиәфәте, ысынлап та, күркһеҙ генә була, сөнки улар һуғыш алдынан иң ябай, иҫке кейемдә булған, ә һәйбәттәрен еңеү тантаналарында, парад стройҙарында кейгән. “Они в белых кафтанах, шароварах с красными лампасами и красных островерхих шапках в общем сомкнутом парадном строю среди нескольких полков представляли довольно приятное зрелище. Мы сами удивлялись опрятности и чистоте их одежды”, – тип яҙған генерал. Башҡорт яугирҙәре обмундированиены һәм башҡа кәрәк-яраҡты тик үҙҙәре генә хәстәрләүен иҫәпкә алһаҡ, һаҡсыл булыуҙарын яҡшы аңларға мөмкин.
Башҡорт атлыларының хәрби тактикаһы тураһында инглиз офицеры Роберт Вильсон уларҙың артыҡ сая, тәүәккәл булыуҙарын билдәләп, яңы ғына килһәләр ҙә, башҡа казак полктары менән бергә Аллер йылғаһын аттары өҫтөндә йөҙөп сығып француздарға ташланыуын, дошман отрядына ҡаршы уҡтарын ата-ата барып, бик күптәрен әсир итеүҙәрен һүрәтләй.
Мемуарист Дюпон ошо уҡ фекерҙе раҫлағандай: “Бигерәк тә беҙҙе уҡ-һаҙаҡ һәм һөңгө менән ҡоралланған башҡорт отрядтары йәберләй ине”, – тип яҙған.
Генерал-лейтенант, Ватан һуғышы геройы, яугир һәм шағир Денис Давыдов үҙенең “Дневник партизанских действий 1812 года” исемле йыйынтығында башҡорт яугиры һәм француз офицеры менән булған бер хәлде тасуирлаған.
Бәрелеш ваҡытында башҡорттар бер нисә француз яугирен әсир иткән һәм араларында бер подполковник та булған. Ҡараһалар, уның тәбиғәттән бирелгән оло танауында уҡ тора. Уҡтың яртыһы үтә сыҡҡан һәм уртаһында танауҙа туҡтап ҡалған. Яфа сигеүсе офицерҙы атынан төшөрөп ергә ултырталар ҙа, уға ярҙам күрһәтеү өсөн табип саҡырталар. Ул инструменттарын сумкаһынан сығарып, уҡты танауҙың бер яғынан бысып, икенсе яғын һурып алырға әҙерләнә. Быны күҙәтергә йыйылған яугирҙәр араһынан береһе, үҙенең уғын танып ҡалып, табиптың ҡулына барып йәбешә лә:
–Зинһар, уҡты ҡырҡма, ул минеке, киләсәктә тағы кәрәк буласаҡ! Бирегеҙ, үҙем ҡотҡарам француз танауын! – тип ялбара.
– Ә һин танауҙы нисек ҡотҡармаҡсыһың? – тигән һорауға:
– Бер осонан тотоп һыпыра тартып сығарам, уғым бөтөн көйөнсә ҡала, – ти икән.
– Танауҙы йыртаһың бит, – тиеүгә, ул:
– Эй, шул шайтан алғыры танауҙы инде, – тигән. Табипҡа үҙ эшен артыҡ күҙҙәрҙән арынып ҡына башҡарырға тура килә.

Генерал Н.М. Бороздин үҙенең бер хәтирә мәҡәләһендә, дошманды эҙәрләп барған көндәрҙең береһендә башҡорт яугире килеп уға мөрәжәғәт иткәне тураһында бәйән итә:
 – Бына, батька, көмөш әйбер килтерҙем, ярҙамсыларыңа әйт, ҡабул итеп алһындар.
– Нисек инде алырға? Ул бит һинеке, уны дошмандарҙан һин һалдырып алғанһың.
– Эйе, батька, һалдырып алыуын алдым, ә бит был һеҙҙең мәсеттеке.
– Булһа ла ул хәҙер һинеке, үҙеңә ҡалдыр.
– Юҡ, батька, уның өсөн Хоҙай Тәғәлә алдында гонаһлы булырға теләмәйем. Ана, күрәһең бит, француздарҙың эт урынына ҡырылып ятҡанын, һеҙҙең мәсеттәрегеҙҙе талаған өсөн уларға Хоҙай ебәргән яза ул.
Был диалогты килтереп генерал ябай башҡорт кешеһенең намыҫлылығын, саф күңеллелеген, тоғролоғон һәм ислам диненә тәрән бирелеп ышаныуын, әрме хеҙмәтендәге бурысын ни тиклем ихлас башҡарыуын билдәләгән.
1812 йылғы Ватан һуғышында урыҫ ғәскәре менән бер үк сафтарҙа 28 башҡорт полкы, шуларҙың 20-һе туранан-тура һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнаша һәм 9 полк походын Парижда тамамлай. Бында Тыуған илдең азатлығын тәьмин итеүҙә Рәсәй халыҡтарының хәрби берҙәмлеге нығыуы асыҡ кәүҙәләнә. Ватан һуғышы Рәсәйҙең бөтә халҡын күтәрҙе һәм ул тәрән мәғәнәһендә халыҡтың ил азатлығы өсөн фиҙаҡәр көрәшенә әүерелде. Был турала шул заман ваҡиғаларының шаһиттары булған хәрби командирҙар, яҙыусылар ҡалдырған материалдарҙан күрәбеҙ.
Урыҫ яҙыусыһы С.Н. Глинка (1775-1847 йй.): «Не только стародавние сыны России, но и народы, отличные языком, нравами, верою и образом жизни, народы кочующие – и те, наравне с природными россиянами и черемисы ревностно и охотно шли на службу; башкирцы оренбургские сами собой вызывались и спрашивали у правительства, не нужны ли их полки».
1812 йылдың 16 декабрендә М.И. Кутузов һуғыштың тәүге һөҙөмтәләрен йомғаҡлап: “Дошман илебеҙ биләмәләренән ҡыуып сығарылды. Бында шуны билдәләргә кәрәк, швед короле Карл XII Рәсәйгә 40 мең ғәскәр менән ябырылып, уларҙың 8 меңе менән ҡасҡан булһа, Наполеон 480 меңлек армияһы менән килеп, беҙҙең ерҙә 150 мең әсир һәм 850 пушкаһын ҡалдырып, 20 мең кешеһе менән кире иленә һыпырта”, – тигән.
Илгә оло яу килеп, ауыр һынауҙар осоронда Рәсәй халыҡтарының көслө патриотик күтәрелеше, дошманға ҡаршы ойошҡанлы, дәррәү ҡаршы сығыуы, төрлө тарафтарҙан ағылған ғәскәри көс, матди ярҙам Мәскәүҙе ҡулына алған француздарҙың “Бөйөк армияһын” кире сигенергә мәжбүр итә. Көсөргәнешле ҡаршы тороуҙар, ҡанлы бәрелештәр, төрлө һынауҙар аша үтә яугирҙәр, күп ҡан түгелә. Башҡорт яугирҙәренең яртыһы ғына әйләнеп ҡайта алған.
Рәсәй императоры Александр I, һуғыш тамамланғас, Ырымбур хәрби губернаторы А.Волконскийға Бөтә Рәсәй йөҙөнән илде азат итеүҙәге намыҫлы хеҙмәттәре өсөн башҡорттарға һәм мишәрҙәргә оло мәрхәмәт (благоволение) күрһәтергә ҡушҡан.
Түбәндә 1836-1839 йылдарҙа алынған иҫәп буйынса Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе Һаҡмар буйында, Бөрйән волосында формалашҡан 15-се башҡорт полкының Ватан һуғышының бөтә этаптарында үрнәк булырлыҡ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп үткән, Парижды алыуҙа ҡатнашҡан һәм “За взятие Парижа 19 марта 1814 года”, “1812 год” исемле көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән яугирҙәр исемлеге бирелә. Профессор Ә.З. Әсфәндиәровтың “Кантонное управление в Башкирии (1798-1865 гг.)” исемле китабынан үҙенең рөхсәте менән алынды.
Ҡолсора ауылы: сотник Вәлит Ыласынов, Буранбай Моталлапов, Байрамғол Мөхәмәтрәхимов, Ҡолгилде Аллағолов, Ҡаҙнабай Имамбаев;
Туҡтағол: Ыласын Яҡшымбәтов, Байғаҙы Ҡолшәрипов;
Күсей: Тәбей Тойошҡанов, Сәғит Аллабирҙин, Танһыҡҡужа Бикҡужин;
Иҙрис: зауряд-хорунжий Ноғман Байғусҡаров, Әҙелбай Яҡшымбәтов, Ишәле Көмөшбаев, Аллағыуат Исхаҡов, Баййегет Йәрмөхәмәтов, Әбделкәрим Ғәбитов, Ҡотлоғол Сүрәбилов, Әмер Юлғотлин;
Ишбирҙе (Ялан): Ишморат Ҡотлоғужин, Ҡылысбай Бикҡужин;
Муллаҡай: зауряд-сотник Тулыбай Мансуров, зауряд-хорунжий Мәһәҙи Муллаҡаев, Йыһанша Бикмөхәмәтов, Ҡузыбай Иҫәнбаев, Танһыҡҡужа Таныбаев;
Темәс: урядник Исмәғил Иҫәнғолов, Ирназар Илбаҡтин, Йонос Рахманғолов, Исламбай Мәһәҙиев, Алтынса Мәмилин;
Әбдрәш: урядник Ибниәмин Бикбулатов, Нәҙербай Нурбулатов;
Әлмөхәмәт: Күлибай Әбләзин, Яманғол Абдрахманов, Мөхәмәтәмин Яуғастин;
Булат: Әбделвәли Әбдрәшев;
Ғәлиәкбәр: Ҡарағол Солтанғолов;
Икенсе Этҡол: урядник Баязит Әлибаев, Мөхәмәтғәле Ниәтшин, Мөьмин Әбделсәләмов, Сәйетбаттал Ирмәков;
Яйыҡбай (Нуғай): урядник Ирмәк Шәрипов, Хәмит Мәмбәтҡужин, Ғәбделмаян Мөрсәлимов, Мөхәмәтйән Азаматов, Мөхәмәтрәхим Теүәлбаев;
Моҡас: урядник Мөхәмәт Айрусов;
Байым: Үҙәнбай Ғәҙелгәрәев;
Таулыҡай: Ҡолгилде Сәфәров;
Сыңғыҙ: Йәнтирәк Аллабирҙин, Рафиҡ Иманғолов;
Мөхәмәт (Сыңғыҙҙан айырылған): Бәлхиә Ильясов;
Йәнйегет: Ҡәҫтәрән Мораҙымов;
Бәхтегәрәй (Мансур) Һаҡмар буйы Кинйәбулат ауылынан айырылған): Ғабдулла Дәүләтбирҙин, Нәҙербай Аҫылов, Мөхәмәтйән Әзиғолов, Тутай Фәйзуллин;
Буранбай (Аҫыл): Мөхәмәтшәриф Әлибаев;
Кинйәбулат: Ҡормаш Юлъяҡшин;
Ғәҙелбай (Шырмай): Мәҡсүт Ҡотоев, Бикташ Мамбаев;
Беренсе Этҡол (Ямаш): Сәйфулла Монасипов, Ишмырҙа Илсебаев, Айсыуаҡ Ҡанбулатов;
Йәрмөхәмәт: Йәрмөхәмәт Юлыев;
Ғүмәр: Миңлебай Хоҙайғолов;
Йомаш: урядник Дауыт Ағышев, Аят Әхмәтов, Йомағол Аҡбулатов, Сәйетғәфәр Байегетов, Мырҙагилде Әбүбәкеров, Ғәбделғәфәр Ишбаев;
Мырҙаҡай: Ишдәүләт Ишембәтов, Йәнебәк Мөрсәлимов;
Ғәбсәләм (Ҡеүәшле буйы): Әбсәләм Байышев;
Әпек (Таналыҡ буйы): Ишдәүләт Ырыҫымбәтов;
Баймырҙа (Бүреле буйы): Раҡай Аҡмәмбәтов, Мөхәмәтсәлим Байтурин;
Ишмөхәмәт: Ислам Байгилдин, Усман Ишкилдин;
Мырҙа: Алламорат Ишмуллин;
Мәмбәт: Рәжәп Зыянбирҙин;
Мортаҙа: Ҡускилде Сәғитов;
Төркмән: Иҫәнғол Һөйәрғолов, Зыянғол Яманғолов, Ишмөхәмәт Муллабаев;
Әхмәр: Йәрмөхәмәт Ишемғолов, Әбделхалиҡ Әхмәров, Салих Ғәбдисев;
Сибай ауылы: сотник Әхмәт Мотаев, зауряд-есаулдар Ҡотлозаман Юлдыбаев, Ғәле Мотаев;
Назар (Атанғол): Әбдрәхим Морапталов;
Моҫтай: Ғәбделмәнде Дауытов, Ҡорбанғәле Ҡужин;
Иҫәнбәт: Ҡотлобулат Иҫәнбәтов, Ғабдрахман Ҡунаҡҡужин, Яҡуп Иҫәнбәтов, Туҡтамыш Дәүләтов;
Иҫән: зауряд-есаул Тутай Яҡшығолов, зауряд-хорунжий Ишбирҙе Моталлапов, Бурансы Ҡаҙаҡбаев, Иҫәнғол Сакин, Мөхәмәтдин Ҡотанов;
Сәйетбаттал (Ҡуяндар): – урядник Ғүмәр Моратшин;
Ҡарағай-ҡыпсаҡ волосы Өмөтбай ауылынан: Зыянғол Сурағолов, Мөхәмәтрәхим Муллағолов, Иҫәнғол Бикҡолов;
Таһир: Исмәғил Ҡалмаҡов, Ғөбәйҙулла Сағлаев, Мөхәмәтғәле Алтынбаев, Юлдаш Рәхмәтуллин;
Нурғәле (үрге Һаҡмар буйы): Солтангилде Биктимеров;
Билал: зауряд-хорунжий Мөхәмәтйән Алтынаманов, Әбйәлил Алсынбаев, Байегет Иҙрисов, Мөхтәсар Дәүләткилдин, Йыһанша Илсебаев, Әбсәләм Ҡәҙерғәлин, Алтынсура Алтынаманов, Байбура Солтанғужин, Ғәбделмөкмин Төлкөбаев, Ҡотлозаман Ҡотлогилдин;
Һәмән: Ҡыуандыҡ Бағатов, Сағанбай Көмөшбаев, Әбделҡаһир Сурагилдин, Тулыбай Килдеғужин.
Был исемлектә аталған яугирҙәрҙең байтағы 1834-1859 йылдарҙа иҫән булған. Үҙ илдәренә әйләнеп ҡайтҡас, ғаилә ҡороп донъя көткән. Мәҫәлән,  Йомаштан Сәйетйәғәфәр Баййегетовҡа 24 йәш булып, 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алғанда уландары Сәйфулла, Мөхәмәтсафа була; Әбделғәфәр Ишбаев 1788 йылда тыуған. Һуғыштан ҡайтҡас, ғаиләһендә Тәңребирҙе, Сәғәҙи исемле улдары күренә. Иҫән ауылынан Буранса Ҡаҙаҡбаев һуғыштан ҡайтҡанда 21 йәштә була. 1834 йылғы рәүиз яҙыуында уның Шәйәхмәт, Ишмөхәмәт, Ишморат, Сәфәрғәле, Сафиулла исемле улдары яҙылған.
Париждан әйләнеп ҡайтҡан Иҙрис ауылы батырҙарынан 1834 йылғы перепись ҡағыҙында Аллағыуат Исхаҡов, 42 йәштә, улы Әхмәтша;
Әбделкәрим Ғәбитов, 37 йәштә, улдары Әбделлатиф, Әбделфәйез, Мөхәмәтвәли;
Ҡотлоғол Сүрәбилев, улдары Әлмөхәмәт һәм Динмөхәмәт.
Шул уҡ йылғы иҫәп алыу материалдарында Төркмән ауылынан булған яугирҙәр, волос старшинаһы, яугир Төркмән Йәнсәйетовтың ейәндәре Иҫәнғол Сөйәрғолов, Зыянғол Яманғоловтар яҙылған.
1859 йылғы иҫәп алыуҙа Икенсе Этҡол ауылы яугирҙәренән Мөхәмәтғәле Ниәтшин 61 йәштә, указлы мулла булып, улдары Хөсәйен, Шәрәфетдин, Хажмөхәмәт (ук. мулла), Солтан һәм Мөхәмәтхарис менән йәшәгән.
Шул уҡ перепись ҡағыҙында Муллаҡай ауылы яугирҙәренән Тулыбай Мансуров, 73 йәштә, отставкалағы зауряд-есаул (капитанға торошло) уландары Ғиззәтулла, Нәбиулла һәм ейәне Хәйбулла;
Мәһәҙи Муллаҡаев, 69 йәштә, улы Камалетдин, ейәндәре Баһаутдин, Билалетдин;
Йыһанша Бикмөхәмәтов, 73 йәшендә 1858 йылда вафат булыуы, улдары Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтсалих яҙылған. Танһыҡҡужа Таныбаев, 68 йәштә, эргәһендә 17 йәшлек улы булыуы күренә.
Темәс ауылында 1859 йылғы иҫәп алыу ҡағыҙында яугир Алтынса Мәмилин (1852 йылда 60 йәшендә вафат булыуы күрһәтелгән), Ирназар Илбаҡтин 70 йәшендә 1859 йыл вафат. Улдары Ибниәмин, Ҡунаҡҡол, Мырҙабай, Үтәгән яҙылған. 
Иҫәнбәт ауылынан 1834 йылда Туҡтамыш Дәүләтовтың Кәлимулла исемле улы, уның улы Фазулла, Туҡтамыштың икенсе улы Ғибәҙулла, уның улдары Лотфулла, Сибәғәтулла теркәлгән. Уларҙан бөгөнгө Туҡтамышев, Ғибәҙуллин, Лотфуллиндар таралған. Ордендар алып Париждан әйләнеп ҡайтҡан Беренсе Этҡол егеттәре Айсыуаҡ Ҡанбулатов, Ишмырҙа Илсебаев, Сәйфулла Монасипов 1859 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа ла иҫән, 70 йәштән үткән оло кешеләр булып, балаларының хозурында йәшәгәндәре күренә.   
Әлеге ваҡытта шул миҙалдарҙың береһе Башҡортостан Республикаһының крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана. Уны Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Ә.Й. Ибраһимов тапшырған.
1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышынан һуң ике быуат ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, улар яулаған оло еңеү, ҡайһы бер милләттәштәребеҙҙең исемдәре тураһындағы мәғлүмәттәр тарих биттәрендә һаҡланған. Ләкин бик аҙ кимәлдә. Башҡорттар тураһында башҡа милләт вәкилдәре киң яҡтыртып тормаған. Үрҙә килтерелгән исемлектәге фамилияларҙы үҙгәртмәй йөрөтөүсе уларҙың ейәндәрен арабыҙҙа хәҙер ҙә күрәбеҙ, тимәк, яугирҙәр нәҫеле дауам итә.

Файҙаланылған әҙәбиәт:
1. Историко-культурный энциклопедический атлас Республики Башкортостан. Москва - Уфа, 2007 г. с.201-216.
2. Иcтория Башкортостана с древнейших времен до настоящих дней. т.1. Уфа, “Китап”, 2004 г.
3. Навеки с Россией. Сборник документов и материалов.
4. Башкирская энциклопедия. Научное издательство БЭ. Уфа, т.2. 4.
5. Журнал “Ватандаш”, №4, №8 за 2011, №4 за 2001 г, №7, 2011, №11 за 2011 г.
6. С.Г. Асфатуллин. Братство по оружию 1812 г. Уфа, “Китап”, 2007 г.
7. Ә.З. Әсфәндиәров “Олатайҙарҙың бар тарихы”, Өфө, “Китап”, 1997 й.
8. А.З. Асфандияров. Кантонное управление Башкирией. 1798-1861 гг. Уфа, “Китап”, 2005 г.
9. Башкирское народное творчество т.2, Уфа, Баш.кн.изд. 1997 г. Рассказ башкирца Джантюры.
10. Башкирия в русской литературе, т.I П.М. Кудяшов, с.73-133. Уфа, Баш.кн.изд. 1961 г.
11. Сборник. Герои 1812 года. Жизнь замечательных людей. Москва, “Молодая гвардия”, 1987 г.
12. Ревизские сказки 1816,1834, 1859 гг. Уфа, ЦГИА Ф-И-138, оп.2, д.758, 566, 760, 261;
13. Я.Х. Хамматов. “Северные амуры” Москва. “Советский писатель”, 1987 г.
14. Х.Н. Хәмитов “Атайсал”, Сибайский институт БашГУ, 2002 г.
15. С.А. Галин ”Устное народное творчество башкир”, Өфө, “Китап”, 2004 й.
16. Гвоздикова И.М. Башкирское войско в Польском походе 1771-1773 гг, Сборник документов, Уфа, 2009 г.    
17. Р.Г. Мухамадиев. Библиографический указатель. Поклон и память поколений. Белорецк. 2010 г.
18. Советский энциклопедический словарь. (Москва, 1980 г.).
19. Сборник научно-популярных материалов из истории Отечества. В.Н. Балязин «1812 год в письмах Кутузова к родным» (Москва. изд. «Молодая гвардия», 1988).
Ә.З. Сәйғәфәров,
крайҙы өйрәнеүсе. 
    
   


Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.