13 мар. 2012 г.


Техосмотр: уйҙырмалар һәм ысынбарлыҡ

2011 йылдың 1 июлендә РФ Президенты Дмитрий Медведев автомобилселәрҙең тормошон күпкә еңеләйтеүгә тәғәйенләнгән яңы 170-се федераль законға ҡул ҡуйғайны. Был законға ярашлы, транспорт сараларын техник күҙәтеүҙе контролдә тотоу страховкалаусыларҙың профессиональ берләшмәһенә – Рәсәй автостраховка берлегенә йөкмәтелде.
Әлеге ваҡытта техосмотрҙы  Рәсәй автостраховка берлегендә махсус аккредитация үткән коммерция структуралары ла башҡара ала. Хәҙер техник күҙәтеү тураһындағы ғәмәлдәге талон булмауға яуаплылыҡ юҡ, йәғни ЮХХДИ инспекторы талон булмаһа ла штраф һалырға тейеш түгел. Техник күҙәтеү талоны иң тәүге сиратта ОСАГО килешеүе төҙөү өсөн кәрәк, уның барлыҡ-юҡлығын һеҙ ОСАГО полисы һорап мөрәжәғәт иткән страховка компанияһы тикшерәсәк. Ләкин  ҡулығыҙҙа техосмотр талоны булмаһа, бер ниндәй ҙә страховка компанияһының һеҙҙең менән килешеү төҙөргә хоҡуғы юҡ. Беренсе ҡарамаҡҡа барыһы ла ябай ғына. Шуға ҡарамаҫтан, техосмотр талоны тураһында яңы закон автоһөйөүселәрҙә бихисап һорауҙар уята, ҡайһы саҡта уйҙырмалар ҙа барлыҡҡа килә.

Беренсе уйҙырма: Хәҙер транспорт сараһын техник күҙәтеүҙе теләһә ниндәй инструменталь контроль пунктында үтергә мөмкин.
Ысынбарлыҡ: 170-се федераль законға ярашлы, транспорт сараһы хужаһы техосмотрҙы  яңы талаптарға ярашлы Рәсәй автостраховка берлегендә реестрға индерелгән йәки унда аккредитация үткән теләһә ниндәй инструменталь контроль пунктында (ПИК) үткәрә ала. Әлеге мәлдә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә закон талаптарына ярашлы техник күҙәтеү үткәрергә хоҡуғы булған 10 оператор эшләй. Уларҙың һаны артҡандан-арта бара, шуға ла һуңғы мәғлүмәттәр менән Рәсәй автостраховка берлеге сайтында танышырға йәки техосмотр операторынан эшмәкәрлегенең законлылығын раҫлаусы документтарын күрһәтеүҙе һорарға кәрәк.
Инструменталь контроль пунктын һайлағанда иғтибарлы булығыҙ. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә кәрәкле аккредитацияһы булмаған техник станциялар тарафынан мутлашыу осраҡтары теркәлгән. Бындай станцияларҙың билдәләнгән өлгөләге техосмотр талоны бирергә хоҡуғы юҡ, шуға ла улар автомобиль хужаһына диагностик карта ғына бирә ала.
Икенсе уйҙырма: Техосмотрҙы йыл һайын үтергә кәрәк, техосмотр үтеү процедураһы яңы закон ҡабул ителгәнгә тиклемге кеүек.
Ысынбарлыҡ: Физик берәмектәрҙең яңы автомобилдәренә беренсе техосмотр һатып алғандан һуң 3 йыл үткәс кенә үткәрелә. 3-7 йыл тотонолған автомобилдәр ике йылға бер тапҡыр, 7 йылдан артығыраҡ тотонолғандары йыл һайын техник күҙәтеү үтергә тейеш. Техосмотр үтеү процедураһы ябайлаштырылды. Яңы ҡағиҙәләр буйынса техник күҙәтеү үтеү нормативы 30 минутҡа тиклем ҡыҫҡартылды. Техосмотр һөҙөмтәләре буйынса диагностик карта тултырыла, унда транспорт сараһының билдәләнгән талаптарға яуап биреү-бирмәүе, автомобилдең әлеге ваҡыттағы техник торошо күрһәтелә. Параметрҙар тап килгән осраҡта техосмотр талоны бирелә, уның нигеҙендә ОСАГО страховкаһы килешеүе төҙөлә.
Өсөнсө уйҙырма: Әгәр техосмотр талонының ваҡыты үтһә, ә ОСАГО полисы ғәмәлдә булһа, яңынан техосмотр үтергә кәрәк, шунһыҙ водителгә штраф һалына.
Ысынбарлыҡ: Әгәр һеҙҙең ОСАГО полисы ғәмәлдә булһа, уның срогы сыҡҡансы техосмотр үтергә кәрәкмәй. Хәҙерге ваҡытта техосмотр үтеүҙе контролдә тотоу страховка компанияларына йөкмәтелгән. 2012 йылдың 1 ғинуарынан ЮХХДИ техосмотр талоны булмаған өсөн штраф һала алмай. Техосмотр талоны алда әйтеп үткәнсә ОСАГО килешеүе төҙөү өсөн генә кәрәк. 
Иҫкәрмә: еңел таксиҙар, автобустар, водителдән тыш һигеҙ кешенән күберәк пассажирҙы ташыуға тәғәйенләнгән һәм йыһазландырылған йөк автомобилдәре, хәүефле йөк ташыуға тәғәйенләнгән махсус транспорт саралары өсөн техосмотрға талаптар элеккесә ҡала һәм уларға техосмотр талоны булыуы ла шарт.
Дүртенсе уйҙырма: Техосмотр талоны ваҡыты үтһә, ә ОСАГО килешеүе ғәмәлдә булһа, юл-транспорт ваҡиғаһы осрағында страховка компанияһы зыян күреүсегә аҡса түләмәй (йәки аҡсаһын түләй, тик страховкалаусыға регресс ҡуя).
Ысынбарлыҡ: Техосмотр талонығыҙҙың юҡлығы страховка компанияһы тарафынан түләүҙәргә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай. Иң мөһиме, ғәмәлдәге ОСАГО полисығыҙ булһын. Юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепленең техосмотр талоны килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн йыйылған документтар пакетына инмәй. Ғәмәлдәге законға ярашлы, страховка компанияһы техосмотр талоны булмаған осраҡта ла страховкалаусыға регресс дәғүәһе ҡуя алмай.
С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.