1 мар. 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ауылыбыҙҙың абруйлы ғаиләһе

Тәбиғәттең уянған матур сағында ҡоролған ғаиләләр ғүмер буйы шулай саф булып ҡалалыр инде ул. Быны беҙ йәшлек дуҫтарыбыҙ – Беренсе Төркмән ауылынан беҙҙең өсөн яҡын һәм ныҡ ихтирам иткән Фуат Ишморатов менән Роза Үҙәнбаеваның ғаиләһенә ҡарап та әйтә алабыҙ. Ошо көндәрҙә улар зөбәржәт туйҙарын билдәләй.
Роза Хөсәйен ҡыҙы ҡулына уҡытыусы дипломын алғас, йүнәлтмә буйынса Беренсе Төркмән мәктәбенә эшкә ебәрелә. Бында ул үҙенең мөхәббәтен, ауылдың иң әүҙем егеттәренең береһе – Фуатты осрата. Күп тә үтмәй йәштәр ғүмерлеккә сәстәрен-сәскә бәйләй. Уларҙың никахы ауыл клубында тантаналы шарттарҙа теркәлә һәм шаулатып-гөрләтеп комсомол туйы үтә. Фуат Рәхимйән улы партияның район комитетында инструктор, колхозда партком секретары, Бетерәлә мәктәп директоры кеүек яуаплы вазифаларҙа эшләне. Һуңғы йылдарҙа Төркмән мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Ялда булыуына ҡарамаҫтан, тынғыһыҙ дуҫыбыҙ йәмәғәт эштәренән һис тә бушамай: Төркмән ауылында Ғата Сөләймәнов исемендәге музейҙы етәкләй. Тыуған ил алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн бихисап миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Роза Хөсәйен ҡыҙы иһә бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышланы, СССР-ҙың, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы исемдәрен лайыҡлы йөрөтә. Әле ул да хаҡлы ялда.
Ишморатовтар ике ул тәрбиәләп үҫтерҙе, уларға юғары белем биреп, үҙаллы тормош юлына сығарҙы. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, бөгөнгө тормоштарына ҡыуанып, барына риза булып татыу, матур ғүмер кисерә. Өлгөлө ғаилә, ауылдың абруйлы ветеран уҡытыусылары, дуҫтарыбыҙҙы матур ғаилә байрамдары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һау-сәләмәт, бәхетле булығыҙ, ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер үрҙәрен артабан да бергә артылығыҙ!
Рәшиҙә Һөйәрғолова.
Сибай ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.