4 мар. 2012 г.

2012 - Рәсәй тарихы йылы

Аманат итеп һаҡлайыҡ!

Баймаҡтар йомаштарға эстафета альбомы тапшырҙы
Ошо көндәрҙә, районыбыҙ тарихын байытып, тағы ла бер йылъяҙма барлыҡҡа килде. Үҙәк район китапханаһы менән берлектә “Атайсал” тип янған йөрәктәр”, ағинәйҙәр клубтары ағзалары 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета альбомы булдырҙы. Ул йыл дауамында бөтә ауыл биләмәләрен әйләнеп сығырға тейеш. Был башланғыс ике быуат элек илде аяҡҡа баҫтырған Ватан һуғышында ҡатнашҡан, унда башын һалған йәки әйләнеп ҡайтҡан, наградаларға эйә булған яҡташтарыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр туплау, һаҡлау һәм киләсәк быуынға аманат итеп тапшырыу маҡсатында ойошторолдо ла инде.
Шулай итеп, эстафета Баймаҡ – Йомаш маршруты менән башланып китте. Баймаҡ үҙәк район китапханаһы директоры Луиза Дәүләтшина, китапхана хеҙмәткәрҙәре Әлфиә Кәримова, Елена Викторова, “Атайсал” клубы рәйесе Ғәлимйән Баймурзин, уның урынбаҫары Борис Хәйретдинов, ағинәйҙәр клубы ағзаһы Алһыу Баймурзина – күмәкләшеп альбомды ҡәҙерләп кенә тотоп, изге ниәт менән Йомаш тарафтарына йүнәлдек. Улар һәр ваҡыттағыса ихлас ҡаршы алды. Китапханасы Роза Саникина дәртле генә итеп “Тарихымды онотмам, тамырымдан айырылмам” тип аталған матур сараны башлап та ебәрҙе. Урындағы “Атайсал” клубы рәйесе Мирхәт Килдеғошов клубтың эшмәкәрлеге, алдағы пландар буйынса сығыш яһаны. Артабан Илгиз Алсынбаев уның сығышын тулыландырып, күптән түгел генә архивтан алынған Ватан һуғышында ҡатнашыусылар исемлеге менән таныштырып үтте. Был исемлекте эстафета альбомына индерергә кәрәклеге телгә алынды. Йомаш “Атайсал” клубы секретары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Йәналина дәрестә был һуғыш тураһында ниндәй мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларға еткереүҙәре хаҡында бәйән итте. Йомаш мәктәбе педагогтары Зөлфиә Тимербулатова, Йәғәфәр Йәналиндың уҡыусылары Гөлназ Барлыбаева менән Илһам Тойғонов тарихыбыҙҙа ҙур урын алған һуғыш тураһында үҙҙәренең фәнни-тикшеренеү эштәренән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Кисә хатта фәнни-тарихи кәңәшмәгә әүерелеп китә яҙҙы. “Атайсал” клубы ағзаһы Сания Барлыбаева уҡыусыларға матур ғына нәсихәттәрен еткерҙе, Елена Викторова тематик китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙы, һуғыш ваҡытында башҡорт аттары, уҡтары тураһында шундай мауыҡтырғыс итеп һөйләне. “Һуғышта ни тиклем ауыр булмаһын, башҡорт егеттәре араһында дезертирлыҡ күренеше булмаған. Башҡа милләттәрҙә ундай хәлдәр булған бит”, – тип егеттәргә лә фәһемле итеп еткереп, сығышын исемһеҙ геройҙар тураһындағы шиғыр юлдары менән тамамланы.
Урындағы клуб ағзалары сығышынан һуң Ғәлимйән Баймурзин сараның төп маҡсаты менән таныштырҙы. Борис Хәйретдинов тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны, Миңлеғәле Шайморатовҡа ниңә элегерәк герой исеме бирелмәүе тураһындағы һорауға яуап бирҙе. Һәүәҫкәр композитор Борис ағай үҙе ижад иткән йырҙарҙы йырлап, күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе.
Ниһайәт, иң тантаналы мәл – эстафета альбомы Ғәлимйән Ситдыҡ улы ҡулынан урындағы “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтары рәйестәре Мирхәт Килдеғошов менән Фәниә Биктимерова ҡулына күсте. Луиза Дәүләтшина: “Был альбомда иң беренсе булып һеҙҙең эшегеҙ яҙыла. Эстафета тамамланғас, ҙур итеп йомғаҡлау кисәһе үткәрәсәкбеҙ. Аҙаҡ альбом музейға тапшырыласаҡ. Беҙҙең бөгөнгө һөйләшеп ултырыуҙарыбыҙ иртәгә тарихҡа ҡаласаҡ”, – тип йомаштарҙы дәртләндереп ебәрҙе. Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Мәжит Баййегетов та: “Эстафетаны беҙҙән башлауығыҙ – ҙур баһа”, – тип рәхмәтен белдерҙе, ауыл биләмәһендә тарихты тергеҙеү буйынса ниндәй эштәр башҡарылыуын һөйләп үтте. Йомаш мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Илүзә Рәхмәтуллинаның “Бородино” шиғыры, моңло йыры, мәктәп уҡыусылары Нургизә Алсынбаева, Зөлхизә һәм Наҙгөл Ирғәлиналар (етәкселәре Әлфиә Баймырҙина), ағинәйҙәр Фәниә һәм Һөйәрбикә Биктимеровалар, Миңсара Аралбаевалар дәртле йырҙары менән, ә мәҙәниәт йорто директоры Дияр Барлыбаев баян телдәрендә һандуғас һайратып, сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Йомаштар, үҙ сиратында, эстафета альбомын таулыҡайҙарға тапшырасаҡ.
Ата-бабалар аманатын
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ!
Киләсәккә имен тапшырып,
Улар ышанысын аҡлайыҡ!
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.