16 мар. 2012 г.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

Ҡылыс менән яҙылған тарихтың балҡышы
 
Беҙҙең тарих ҡылыс менән яҙылған, тигән батыр;
Беҙҙең тарих ҡаурый менән яҙылған, тигән ғалим.
Беҙҙең тарих таштарға ырғытылған, тигән тарихсы;
Беҙҙең тарих күңелдәргә уйылған, тигән йыраусы.

Таулыҡай ауылында тап ошо фәһемле әйтемде сағылдырған бик сағыу сара үтте — “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” эстафетаһын Йомаш ауылының делегацияһы таулыҡайҙарға тапшырҙы. Зауыҡ менән биҙәлгән мәҙәниәт йортоноң фойеһында ауылдың ағинәйҙәре, “Атайсал” клубы ағзалары музыкаль сәләм менән ҡаршы алды. Күргәҙмәлә З.Мусина, С.Ҡыуатова, З.Сәғәҙәтова, М.Салихов, мәктәп уҡыусыларының ҡул эштәре халҡыбыҙҙың оҫталығы, күңел матурлығы тураһында бәйән итә. Мәҙәниәт йорто директоры А.Баййегетова менән китапханасы З.Күсәрбаева сараны бик йәнле итеп алып барҙы. Йомаштың хеҙмәт ветераны М.Килдеғошовтың сығышы бик тә йөкмәткеле, йомаштарҙың концерты сағыу йырҙар, дәртле бейеүҙәр менән бай булды. Тамаша һуңында М.Килдеғошов Таулыҡайҙың аҡһаҡалы, “Атайсал” клубы рәйесе Ә.Салиховҡа бай эстәлекле, матур  итеп биҙәлгән эстафета альбомын тапшырҙы. Ә.Салихов үҙенең сығышында башҡорт халҡының тыуған ил өсөн барған һуғыштарҙа әүҙем ҡатнашыуы, яҡташтарының батырлығы тураһында һөйләне. Ир-егеттәр янында батырҙарса һуғышҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа телгә алынды. 1812 йылғы Ватан һуғышынан имен-һау әйләнеп ҡайтып,  таулыҡайҙар Ирәндек аръяғындағы Хәсән, Йәнйегет, Байыш, Кәрешкә һәм башҡа ауылдарға нигеҙ һалған икән. Шулар араһында Ҡәҫтәрән Буранғолов та була. «Төньяҡ амурҙары»ның уҡты бик мәргән, оҫта атыуҙарына ғәжәпләнгән Наполеон генералы Марбо үҙенең тәьҫораттарын яҙып ҡалдыра: “Улар беҙҙең ғәскәрҙе һәр саҡ һағалап ҡына торалар. Саҡ ҡына уңайы сығыу менән һағыҙаҡ күсе кеүек ябырылалар. Ә уларҙы ҡыуып етеүе бик ҡыйын”. Беҙҙең ата-бабалар бына шулай һуғышҡан. Таулыҡайҙарҙың халыҡ менән шығырым тулған мәҙәниәт йортондағы яуап концерты юғары кимәлдә үтте.

Х. Биктимерова,
ағинәйҙәр клубы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.