1 мар. 2012 г.

Һайлау – 2012

Етди әҙерлек бара

Алда һайлау ғына түгел, һынау көтә...
Былтыр башланған һайлау эпопеяһы дауам итә. Алдағы йәкшәмбелә ил башлығын, шулай уҡ урында ҡала Советына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Ошо мөһим сара алдынан халыҡ ижады үҙәгендә һайлауҙы ойоштороусылар, йәғни район активы менән инструктив семинар-кәңәшмә үтте. Унда һайлауҙы тейешле кимәлдә ойоштороу мәсьәләләре күтәрелде, бурыстар билдәләнде. Кәңәшмәне муниципаль район Советы секретары Р.З. Ишбулатов алып барҙы.
Иң тәүҙә территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Шәрәфетдин Моталлапов мөһим сараны лайыҡлы үткәреү, комиссиялар эшендә өҙөклөктәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр булдырмау, йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау кеүек үҙенсәлектәр тураһында һөйләп үтте. “Әлеге көнгә ҡарата районда 40475 һайлаусы иҫәпләнә. 27 граждан территориаль һайлау комиссияһынан, 230-ы участка һайлау комиссияларынан теркәүҙән төшөрөү тураһында таныҡлыҡ алған. 3 мартта бөтә һайлау участкаларында ла комиссиялар тулы составта эшләйәсәк, ул көндө киске сәғәт алтыла һайлаусыларҙың һуңғы исемлеге раҫланасаҡ. Дөйөм алғанда, һайлауҙы ҙур яуаплылыҡ менән, законға ярашлы үткәрәйек”, – тине ул.
Артабан участка һайлау комиссиялары, райондан урындарға барасаҡ вәкилдәрҙең бурыстары, хоҡуҡтары һ.б. хаҡында район Советы секретары Радмир Ишбулатов, тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса протоколды дөрөҫ тултырыу тураһында территориаль һайлау комиссияһының система администраторы Руслан Ҡаһарманов, финанс мәсьәләләре буйынса бухгалтер Динә Лыткина, телефон һәм веб-камералар бәйләнеше хаҡында район элемтә үҙәге начальнигы Айрат Ҡадыров, юлдар торошо тураһында ДРСУ-ның баш инженеры Рәис Рәхимов, йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Рәшит Иҫәнғолов сығыш яһаны. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙың төрлө һорауҙарына яуап бирелде.
Унан һуң һайлауҙы ойоштороусылар Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы уҙғарған селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны РФ Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров алып барҙы. 4 мартта һайлау участкалары тейешле кимәлдә эшләргә, барыһы ла законға ярашлы башҡарылырға тейеш, тип билдәләне ул. Алдағы һайлау процесының үҙенсәлектәренә туҡталып, кандидаттарҙың һәм сит илдәрҙән күҙәтеүселәрҙең күп буласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул илдең территориаль һәм участка һайлау комиссияларына, хоҡуҡ һаҡлаусыларға мөрәжәғәт итеп, участкаларҙы, документтарҙы һаҡлауға ҙур иғтибар биреүҙәрен һораны. Кәңәшмә барышында мөһим сараны тейешле кимәлдә үткәреү өсөн яуаплы булған төрлө федераль хеҙмәттәр етәкселәре, төбәктәрҙән һайлауҙы ойоштороусылар отчет бирҙе, әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
Аҙаҡтан селектор-кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев дауам итте. “Республика биләмәһендә тауыш биреү өсөн бөтәһе 69 территориаль, 3509 һайлау участкаһы барлыҡҡа килтерелгән. Һайлаусылар ваҡытлыса булған урындарҙа: тикшереү изоляторҙарында, дауаханаларҙа веб-камералар ҡуйылманы. Дөйөм алғанда, республикала 3537 видеокүҙәтеү комплексы бар.
Йола буйынса бөтә һайлауҙар араһынан иң ҙур ҡыҙыҡһыныуҙы ил Президентын һайлау тыуҙыра. Шуға күрә беҙҙең яҡташтарыбыҙ декабрҙә үткән һайлауҙарҙағы кеүек үк ҙур әүҙемлек күрһәтер, һайлауҙы ойоштороусылар мөһим сара лайыҡлы үтһен өсөн бар көсөн һалыр, тип ышанам”, – тине ул.
Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.