4 мар. 2012 г.

Спорт

Сәләмәт тормош яҡлыбыҙ

Темәстән шәхси эшҡыуар Радмир Фәрит улы Ирназаров ауылда сәләмәт тормош алып барыуға ҙур өлөш индерә. Ул йыл һайын төрлө спорт уйындары буйынса ярыштар ойоштора. Ауылдаштарыбыҙ бигерәк тә хоккей, милли көрәш, волейболды ярата. 
 
Дүртенсе йыл инде ауылда волейбол буйынса күсмә кубокка ярыш үтә. Быйыл да ул бик көсөргәнешле булды. Радмир Фәрит улы әҙерләгән ике команда, эшҡыуар Венер Миҙхәт улы Сәфәровтың, мәктәп һәм Темәс кирбес заводының командалары ҡыҙыу көрәш алып барҙы. Көн оҙоно дауам иткән уйын ике урында ойошторолдо: мәктәп һәм мәҙәниәт йорто спорт залдарында. Тамаша ҡарарға килгәндәрҙең шат ауаздары уйынсыларҙы дәртләндереп кенә торҙо. Еңеүсе командаларҙы ҡиммәтле приздар көтөүе лә көс өҫтәне, сәм уятты.
Иң тантаналы һәм мауыҡтырғыс мәлде һәр кем ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Шулай итеп, иң көслө команда тип бер тауыштан Радмир Ирназаровтың 1-се командаһы танылды. Мәктәп йыйылма командаһы – икенсе, кирбес заводы – өсөнсө, Р.Ирназаровтың 2-се командаһы – дүртенсе һәм В.Сәфәровтың командаһы бишенсе урындарға сыҡты. “Иң оло уйынсы” – Вәкил Ишбулатов, “Иң йәш уйынсы” –Ильяс Сәфәров, “Иң көслө һаҡсы” – Нияз Исчурин менән Рәмил Маннаповтар, “Оҫта пас биреүсе” – Илсур Сәфәров, “Оҫта һөжүм итеүсе” булып Артур Кәримов менән Фәдис Байрамғоловтар танылды.
Ярышты ойоштороусы Радмир Фәрит улы Ирназаров уйында ҡатнашыусыларҙы, ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын, дуҫтарын байрамдар менән ҡотлап, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе. “Спорт менән шөғөлләнеү ул – сәләмәт тормош алып барыу. Ошондай ярыштар берҙәмләштерә, дуҫлаштыра. Шуға күрә лә төрлө ярыштар ойоштороуға артабан да айырым иғтибар бирергә кәрәк”, – тине ул. Тимәк, алда беҙҙе тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ уйындар көтә.
Самат Намаскаев,
ярыш судьяһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.