25 мар. 2012 г.

Кеше хеҙмәте менән матур

Заман һулышын тойоп эшләй

Баймаҡ лицей-интернатының эш тәжрибәһе һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла. Был юҡҡа түгел. Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре Азамат Салихов етәкләгән инновацион уҡыу йортоноң ҡаҙаныштары байтаҡ. Азамат Әхмәҙиә улы педагогик коллективтың эшен оҫта ойоштороп ҡына ҡалмай, матди-техник базаны нығытыуға, лицей-интернат инфраструктураһын яңыртыуға тос өлөш индерә.

Мәғарифты мәғлүмәтләштереү, электрон мәғариф ресурстарын мөмкин тиклем киңерәк файҙаланыу – заман талабы. Бөгөнгө көндә лицейҙың бөтә кабинеттары ла заманса йыһазландырылған: 48 яңы компьютерҙы, 17 мультимедиа кабинетын, 2 интерактив комплексты, 20 телевизорҙы, 4 сканер, 16 принтерҙы уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа әүҙем ҡуллана.
Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашып, иң-иңдәр иҫәбенә инеү – балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә, уларҙы шәхес итеп үҫтереүҙә педагогик коллективтың эҙмә-эҙлекле, фиҙаҡәр эшләү һөҙөмтәһе. Һуңғы йылдарҙа лицей буйынса белем сифаты 70 процентҡа етте, ә өлгәш абсолют кимәлдә. 2009-2011 йылдарҙа 3 уҡыусыбыҙҙың белеме алтын, ә 5-һенеке көмөш миҙал менән баһаланды. Былтырғы уҡыу йылында юғары уҡыу йортона инеүселәр һаны 100% тәшкил итте.
Азамат Салихов – заман һулышын тойоп эшләгән талантлы етәксе, коллективы ла заман менән бергә атлай. Уның тырыш хеҙмәте, бай тәжрибәһе бөтә күрһәткестәрҙә асыҡ сағыла. Коллектив ойошҡанлы эшләй, төрлө дәртләндереү саралары киң ҡулланыла. Һәр балаға, педагогҡа, хеҙмәткәрҙәргә иғтибар ҙур булғас, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы.
Эйе, уңыштар һөйөндөрөрлөк, тик өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай, киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйып, асыҡ пландар ҡора бөгөн лицей-интернат педагогтары. Берҙәм коллектив туплаған, балаларҙы ихлас һөйгән, үҙ эшенә мөкиббән киткән Азамат Әхмәҙиә улы уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн, һис шикһеҙ, бар көсөн һаласаҡ.
Беҙ коллегабыҙҙы юбилейы уңайынан ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Алдағы тормошонда, эшендә яңы  ижади уңыштар, еңеүҙәр, оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ.

Ғәлимә Юнысова,
директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.