20 мар. 2012 г.

Хеҙмәт коллективтарында


Йорттарға газ килә

“Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Сибайгаз” филиалы халыҡты “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү буйынса ҙур эштәр башҡара. Белеүебеҙсә, уҙған йылда ҡаланың күп кенә урамдарына газ килеп етте, ауылдарға ла трассалар һуҙылды.
Былтыр Баймаҡ ҡалаһында 14271 метр оҙонлоҡта газ селтәре төҙөлгән. Улар Чкалов, Горький, Азанов, Крәҫтиән, С.Юлаев, Ленин, Революция, Йолалы, Ғафури, Заманов, Фрунзе, Почта, Октябрь, Кооператив, Пролетар, Совет, Халтурин, Беренсе Май, Энергетиктар урамдарында, Рудник тыҡрығында үтте. Шулай уҡ ҡаланың Юбилей урамының 22-се “а”, Еңеү урамының 3-сө “а” һәм 3-сө “б” өс ҡатлы яңы йорттарына ла газ инде. 

“Газ-сервис” йәмғиәте уҙған йылда шулай уҡ ауылдарҙа ла эшләне. Әбделкәрим, Ишмырҙа, Өмөтбай, Ниғәмәт, Беренсе Этҡолда күп йорттарға “зәңгәр яғыулыҡ” инде һәм был тәңгәлдә саралар әле лә дауам итә.  
Күп осраҡта шундай һорау килеп тыуа: йортҡа газ селтәрен һуҙыу өсөн кемгә һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Сөнки һуңғы ваҡытта үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән шикле  ойошмалар барлыҡҡа килде. Был осраҡта халыҡтың үҙ бурысының асылын төплө аңлап эш иткән оҫталарға күберәк ышаныс белдереүе аңлашыла.  Баймаҡ филиалында тап шундай оҫталар эшләй ҙә инде.  Мастер Алик Хисаметдинов етәкселегендәге монтажсылар бригадаһының иретеп йәбештереүселәре Ғәлимйән Солтангәрәев, Шәфҡәт Бикйәнов, Азамат Юнысов, Владимир Кольцов үҙ эшен  урынына еткереп башҡара. Ә эксплуатациялау буйынса бригада мастеры Азамат Юнысбаев етәкселегендәге слесарҙар Азамат Ғарипов, Игорь Трубин, Айрат Хисмәтуллин, Сергей Ермаковтар селтәрҙәрҙе файҙаланыуға тапшырыу өсөн яуаплы.
Йорттарға газ индереү өсөн документтарҙы әҙерләү әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Техник шарттар алыр өсөн ғариза тултырғандан һуң проект төҙөргә заказ бирелә. Шунан һуң ғына газ селтәрен монтажлауға лицензияһы булған ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Артабан инде газ үткән йорт хужаларына “Газ-Сервис” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Сибайгаз” филиалы менән техник хеҙмәтләндереү өсөн килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ.
Һүҙ юҡ, аҡса артынан ҡыуған ҡайһы бер ойошмаларҙың сифатһыҙ эшенән һуң ялыуҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр арта. Һөҙөмтәлә, “Сибай-газ” филиалы хеҙмәткәрҙәренә бөтә булған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеп, уларҙы ҡайтанан эшләргә тура килә. 

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.