13 мар. 2012 г.

Спорт


Мерәҫ морягы иҫтәлегенә
Үткән аҙнала “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Курск” атом һыу аҫты кәмәһе мичманы Ф.Ишморатовтың иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район асыҡ беренселеге уҙғарылды.

Был сара йыл да үтә, унда спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса секциялары тәрбиәләнеүселәре һәм был спорт төрөн үҙ иткәндәр ҡатнаша.      
Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы яңыраҡ Учалы ҡалаһында 1996-1998 йылғы үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса көньяҡ-көнсығыш төбәк асыҡ беренселек чемпионы булған Таулыҡай егете Дим Ҡоланбаевҡа бирелде.

Спортсылар “Дарман” ансамбленең (БЛИ) 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған сығышын ҡарағас, саҡырылған ҡунаҡтар һүҙ тотто. Тәүҙә Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары буйынса бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов сығыш яһаны.
– 2000 йылдың 8 авгусында “Курск” һыу аҫты кәмәһендә ҙур фажиғә булды. Ни тиһәң дә моряктар үҙ бурыстарын ғүмерҙәренең һуңғы минутына тиклем тоғро үтәне. Шуға күрә лә улар һеҙҙең өсөн рух ныҡлығы өлгөһө булып тора, – тине Хөрмәт Хәмит улы. Ул шулай уҡ башҡорт халҡының тарихын бер ваҡытта ла онотмаҫҡа саҡырҙы, ғәҙел көрәш, һәйбәт һөҙөмтә теләне.     

Әбделмалик Дәүләт улы Ишморатовтың (Фәнистең атаһы) ярыш башында әйтеп үткән һүҙҙәре:
– Йыл да ошондай көрәшселәр һынашыуын ойошторған мәғариф бүлегенә һәм спорт мәктәбенә, район хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса секторына рәхмәт белдергем килә. Улымдың рухын шулай итеп хөрмәтләгәнгә үҙем дә ҡыуанам, туғандар ҙа, Мерәҫ халҡы ла бик шатлана.
Әле күҙәтәм – залда ярышҡа сәмләнеп әҙерләнгән балалар күп. Фәнис тә улар һымаҡ ине. Көрәшселәргә уңыштар теләйем!   


Район хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса сектор мөдире И.Н. Хәмитов иһә ярышҡа 17 команда, 170-тән ашыу спортсы килеүе яҡшы күрһәткес тип белдерҙе. Был иһә беҙҙә көрәштең  үҫешкәнлеген, районда ҡабул ителгән “2008-2012 йылдарға Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы муниципаль районында милли спорт көрәшен үҫтереү” маҡсатлы программаһы эшләүен күрһәтә. Илшат Нуриәхмәт улы йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүҙә тренерҙарҙың эшен дә билдәләне.
Спортсылар ике келәмдә 25-65 кг һәм 65 кг-дан ашыу ауырлыҡ категорияһында көрәште. Һөҙөмтәлә беренсе урындарҙы түбәндәгеләр алды:
25 кг – А.Аслаев (Таулыҡай), Д.Яҡшыбаев (Татлыбай), Р.Иҙелбаев (Сибай);
30 кг – Д.Әлибаев (Татлыбай), И.Байымов (Икенсе Этҡол), Д.Әхмәров (Темәс);
35 кг – И.Сәғәҙәтов (Таулыҡай), Б.Сыртланов (Татлыбай), С.Әбүбәкеров (Икенсе Этҡол);
40 кг – Ф.Түләков (105-се ҺЛ), Б.Исхаҡов (Таулыҡай), Д.Абдуллин (Икенсе Этҡол);
45 кг – Б.Исхаҡов, З.Мөхәмәтов (Таулыҡай), И.Бигилдин (Татлыбай), 
50 кг – И.Әбдрәхимов (Сибай), А.Бикҡолов (Сыңғыҙ), И.Тойғонов (Йомаш);
55 кг – М.Латыпов, А.Латыпов (Юлыҡ), Р.Рәсүлев (Ниғәмәт);
60 кг – Б.Яппанов (Юлыҡ), Ф.Мәжитов (Икенсе Этҡол), А.Кәйекбирҙин (БЛИ);
65 кг – С.Салихов (БЛИ), А.Ишмөхәмәтов (105-се ҺЛ), Б.Таштимеров (Сибай);
65 кг-дан ашыу Ғ.Ғәлин (Йомаш), М.Ҡотлоғолов (Сибай), И.Йәноҙаҡов (БЛИ). 
Ярыштың абсолют чемпионы титулы Салауат Салиховҡа (65 кг, БЛИ) бирелде. Шулай уҡ “Йәш батыр” номинацияһында 6 йәшлек Илһам Әлибаев (Татлыбай, 25 кг) билдәләнде. Айгиз Иҙелбаев (БЛИ, 40 кг) иһә “Еңеүгә ихтыяр өсөн” тип тәбрикләнде.
Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде. 5 көрәшсе – Р.Солтанов (Юлыҡ), А.Дәүләтов (Сыңғыҙ), И.Салихов (Ниғәмәт), Т.Ғәлин (Сибай), В.Мамыкиндарға (Аҡморон) Әбделмалик Ишморатов ғаиләһе әҙерләгән махсус бүләк тапшырылды. Әйкәндәй, быйыл сараның бағыусылары ҡала биләмәһе хакимиәте, Мерәҫ ауыл биләмәһе хакимиәте, “Таналыҡ” АХК-һы, “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы, АТП, “Уралстройсервис” ЯСЙ-һы менән “Заман”, “Өй эйәһе” магазиндары,  эшҡыуарҙар Н. Нәүширбанов, И.Мостафин булды.
          
Илшат Вәлитов,
балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең
 уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.