22 мар. 2012 г.

Ултырыштар

Депутаттар эш башлай
19 мартта Баймаҡ ҡала Советына һайланған өсөнсө саҡырылыш депутаттарының ойоштороу ултырышы үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенән идаралыҡ начальнигы урынбаҫары И.Ф. Зарипов, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов, район Советы секретары Р.З. Ишбулатов, Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы М.Ә. Әбүбәкиров ҡатнашты.
Ултырышты Баймаҡ ҡалаһы һәм районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов асып, 4 мартта ҡала Советына депутаттар һайлау һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.
Артабан депутаттарҙан төҙөлгән инициатив төркөм рәйесе В.Р. Хисмәтуллин ҡала Советы рәйесе вазифаһына 2-се округ депутаты Давыдов Геннадий Васильевичты тәҡдим итте. Депутаттар бер тауыштан Г.В. Давыдовты икенсе срокка ҡалдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәйес урынбаҫары вазифаһына – 4-се округ депутаты Х.Х. Хәмитов, ә Совет секретары итеп Н.Ш. Сирбаева һайланды. Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советы ҡарамағында дүрт комиссия төҙөлдө.
И.Х. Ситдыҡов депутаттарҙы ҡотлап, улар алдына халыҡ мәнфәғәтендә башҡарыласаҡ ҙур бурыстар ҡуйылыуын белдерҙе.  Һайлаусылар һеҙҙең өсөн тауыш биргән икән, тимәк, ышаныс күрһәтәләр, тине ул.
И.Ф. Зарипов 4 мартта үткән Рәсәй Президентын һайлауҙа Баймаҡ районы ҙур әүҙемлек күрһәтте тип белдерҙе. Рәсәйҙә, республикала алып барылған социаль йүнәлештәге программалар артабан да дауам итәсәк. Бөгөн айырыуса ауылды үҫтереү, торлаҡ йорттар төҙөү буйынса етди саралар күрелә.
Ултырыш һуңында Баймаҡ ҡала Советының өсөнсө саҡырылыш депутаттарына таныҡлыҡтар тапшырылды.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.