16 мар. 2012 г.

Редакция почтаһынан

Әсә ҡулдарының мөғжизәһе
1945 йылда атайым һуғыштан ҡайтҡанда миңә өс йәш тирәһе булғандыр. Землянка тәҙрәһенә күрше Иванов ҡаты итеп туҡылдатып: “Встречайте, Нарынбаев едет!” – тине. Бер ваҡыт өйгә өлкән бабайҙар, ирҙәр килеп тулды. Араларында атай ҙа булғандыр, тик мин уны белмәй инем.
Минән башҡа өйҙә Хәтифә апайым, Мәүлетдин, Әбүталип ағайым, тағы атайҙың ҡарындашы Фатима апайҙың улы, минән бер йәшкә кесе  Альберт йәшәне. Атайымдың әсәһе күршелә үҙенең күмәк ғаиләһе менән торҙо. Ҡартатайҙы репрессияға эләктереп, Себергә һөрөп, атҡандар. Һуғыш ваҡытында балалар паегын өй башына өләшкәс, күмәк ике өй балаһына ул ғына аҙыҡ етмәгәнлектән, ҡартәсәй күрше землянкаға күсеп сығырға мәжбүр булған.
Атай һуғышҡа киткәндә 1 айлыҡ булып әсә ҡарынында ҡалғанмын. Был хаҡта бер кем дә белмәгән. Ҡартәсәйем: “Ошо мартты үтеп тыуһа, беҙҙең бала түгел”, – тип йөрөгән. Мин ваҡытында донъяға килһәм дә, атайым миңә ҡарата һалҡын ҡарашта булды, буғай. Атай Торфта десятник булып эшләй башланы. Әҙерәк ваҡыт үткәс, уны Свердловск ҡалаһына торф ҡырҡыу технологияһын өйрәнергә уҡырға ебәргәндәр. Атайҙың ҡайтыр ваҡыты етһә, әсәй май бешеп, Баймаҡ баҙарында һатып, ашарға алып ҡайтыр булған. Бер көн кис йыйған ҡаймағын бешә башлаған. Ә беҙ, балалар, уны уратып алғанбыҙ. Уртала – әсәй һәм торбаһыҙ шәм. Май бешкән саҡта, ҡаймаҡ әҙерәк кенә ситкә сайпылһа, беҙ йәһәт кенә эләктереп, ялап алабыҙ. Шулай ҡаймаҡ сайпылған саҡта, Мәүлитдин ағайым уны ялайым тип, ҡулы менән шәмде минең алға ауҙарған. Мин дөрләп янып киткәнмен. Әсәйем һүндерергә тотонған, минең эскә утты ебәрмәҫ өсөн күлдәкте йыртырға уйлаһа ла, ҡалын кейемде йырта алмаған. Ағайым ҡартәсәйгә сығып йүгергән. Улар кире килгәндә әсәйем мине ялмаған утты һүндергән ине. Ҡартәсәйем килеп ингәс тә мине алдына алды. “Эсең яндымы, ауыртамы?” – тип һорай, мин “эйе” тип иркәләнәм. Ә әсәйем илай-илай ҡулын ҡайҙа ҡуйырға белмәй һыҙлана. Шунан һуң әсәйем бер ай буйы ыҙаланы. Ә миңә рәхәт, бер ерем дә янмаған, хатта ҡурҡмағанмын да. Миңә бары тик әсәй, ҡартәсәй наҙы ғына кәрәк булған. Бер ерем дә ауыртмағанын хәтерләп, әле лә ғәжәпләнәм. Бына бит әсәй ҡулдары ниндәй мөғжизәгә эйә!
Эйе, ҡояш һәр ваҡыт булған һайын, балаларын мөхәббәткә сорнаған әсәйҙәр ҙә оҙаҡ йәшәһен!

Ғәлиә КЕЙЕКБИРҘИНА.
 


Шәхес итеп тәрбиәләйек
Һәр бала яҡты донъяға килгәндә үҙенә генә хас бер шәхес булып тыуа. Ғаиләһенән айырылып сыҡҡас, тәүге ойошмаһы – балалар баҡсаһы. Балалар баҡсаһында эшләүселәргә бик яуаплы эш йөкмәтелгән. Тәрбиәсенең эше балалар менән уйнау, уларҙы ашатыу, йоҡлатыу тип уйлаусылар ныҡ яңылыша. Балалар баҡсаһында беҙҙең ғәзиздәребеҙ тирә-йүн, ҡатмарлы социаль кешелек тормошо менән таныша башлай, тәүге белемде лә балалар баҡсаһы бирә.
Балалар баҡсаға килеү менән яңы тормош башлана: яңы дуҫтар, тәрбиәселәр. Баланың бер-береһе, социум менән аралаша белеүе уның бик күп проблемаларын да өҫкә сығарып һала. Әгәр бала үҙ-үҙенә ышанмай икән, яйлап был социаль проблемалар шәхси проблемаларға әйләнә. Бындай балалар оялсан, тыныс, үҙ-үҙенә бикләнеүсән була, һөйләшеп бармай. Социаль ышанысһыҙлыҡ тойоусы балаларҙың тәртибен, үҙен тотошон баҫалҡылыҡ һәм үтә активлыҡҡа бүлеү – билдәле бер характер йөрөтә. Балалар баҡсаһында эшләүсе тәрбиәселәрҙең төп маҡсаты – балаларҙа үҙ көсөнә ышаныс, үҙенә, тирә-йүнгә билдәле ҡараш тәрбиәләү.
Был тормошҡа насар яраҡлашҡан бала тормош мәсьәләләрен үҙаллы сисергә ашыҡмай, ә көс һалмай ғына әҙер яуапты алыуына ышана. Уны эштең барышы түгел, ә һөҙөмтәһе генә ҡыҙыҡһындыра. Шуның өсөн дә ата-әсәләр бәләкәйҙән үк балаларына үҙенең уңыштары һәм еңелеүҙәре булырға тейешлеге тураһында аңлатырға тейеш. Шул саҡта ғына балала, һуңынан өлкән кешелә, аңлы рәүештә үҙ тормошон һайлай алыу мөмкинлеге формалаша. Был үҙ нәүбәтендә социаль ышаныслы тәртип, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмау, дөрөҫ юл таба алыу сараһын барлыҡҡа килтерә.
Һәр балаға ла һөйөү атмосфераһы, психологик ыңғай ҡараш талап ителә. Әгәр был шарттар булмаһа, балала кире кисерештәр тыуа. Быларҙың барыһы ла уның үҫешенә кире йоғонто яһай. Үҙен уратып алған кешеләрҙең, яҡындарының һөйөүен бала физик яҡтан ғына түгел, ә интеллектуаль, эмоциональ яҡтан да тоя.
Ғаилә ағзалары балаға иң кәрәкле ғаилә ағзаһы итеп ҡарарға тейеш. Шул саҡта ғына бала үҙенең кәрәклеген тоясаҡ.
Ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмайыҡ. Уларҙың шәхси яҡтан үҫешенә кесе йәштән үк йоғонто яһайыҡ, балалар баҡсаһы менән бергә эшләйек.

Тәнзилә Самарбаева,
Ҡолсора ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.