18 мар. 2012 г.

Гәзит уҡыусы...


... хәбәр итә

Балалар ижады үҙәгендә өсөнсө йыл рәттән “Йәш музыкант” район конкурсы уҙғарыла. Уҡыусыларҙың музыка ҡоралдарына иғтибарын арттырыу, уйнау оҫталыҡтарын камиллаштырыу, һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолған бәйге өс йәш категорияһы буйынса баһаланды. Конкурсанттар араһында башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары ҡумыҙ, мандолина, ҡурай, думбыра менән бер рәттән флейта, баян, гармун, скрипка, гитара, ҡалаҡ менән оҫта уйнаусыларҙың күплеге ҡыуандырҙы. Йомаш мәктәбенән И.Тойғонов “Йыл асышы” тип билдәләнде. Аҡморон мәктәбенең “Ҡалаҡсылар” ансамбле ябай ағас ҡалаҡтар ярҙамында матур, күңелгә үтеп инерҙәй көйҙәр сығарыуы, БЛИ-ның “Серле йондоҙҙар” ҡумыҙсылар ансамбленең сыңлы сығыштары, балалар ижады үҙәгенең “Гармун” берекмәһе малайҙарының гармунда һыҙҙырыуын билдәләп үтмәйенсә булмай. 
Киләсәктә конкурс тағы ла күберәк йондоҙҙар асыр, тип ышанабыҙ.

Гөлнар Рәсүлева.
Баймаҡ ҡалаһы.

... йомғаҡ яһай

Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында студент тормошо гөрләп тора. Көн һайын тиерлек ятаҡта төрлө саралар үтә. Тәүге ярты йыллыҡҡа арналған йыйылышта йәштәр үҙәгенең уҡыу секторы С.Хөсәйенов, мәҙәни секторы Г.Баянова сығыш яһаны, әүҙем студенттарҙы билдәләп үтте. Яҡшы уҡығандар һәм техникумдың йәмәғәт эшендә әүҙемдәре маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Әлбиттә, уларҙың ҡатнашлығынан тыш бер сара ла үтмәй. Бында улар бер ғаилә кеүек берләшеп йәшәй.
А.Ҡылысова, 
педагог-ойоштороусы.

... рәхмәт әйтә

Быйыл Түбәнге Таһир мәктәбендә “Йыл класы”, “Йыл уҡыусыһы” конкурстары иғлан ителде. Мәктәп директоры Марат Әүәлбаев ярышты ҡыҙыҡлы һәм сәмле ойоштороу өсөн бағыусылар табыуға ла өлгәште. Беренсе ярты йыллыҡҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәр ҙә билдәләнде. “Йыл уҡыусыһы” исеменә лайыҡ булған уҡыусылар барыһы ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм 160-ар һум стипендия алды. Башланғыс кластар араһында “Йыл класы” исемен яулаған өсөнсө класс уҡыусыларын бағыусыбыҙ, Темәс ауыл советынан район советы депутаты Борис Макаров, махсус бер көн ваҡытын бүлеп, үҙ транспортында бассейнға алып барҙы. Балалар рәхәтләнеп һыу инде, ял итте. 
Бағыусыларыбыҙға ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ. Ярыш икенсе ярты йыллыҡта ла дауам итә.

3-сө класс уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән – Гүзәл Ибраһимова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.