20 мар. 2012 г.

Саралар


Хәтерләйҙер уны һаман да баҫыуҙар...

... Тантаналы биҙәлгән сәхнәлә – Юрий Петровичтың портреты. Уң яҡта, экранда, данлыҡлы агрономдың тормош юлы һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын данлаған видеофильм күрһәтелә. 
Үткән йомала Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының тамашалар залында БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының баш агрономы Ю.П. Моряковтың иҫтәлегенә хәтер кисәһе булды. 

Сараға Юрий Петровичтың туғандары, дуҫтары, уның тәғлимәтен ҡабул иткән уҡыусылары, хеҙмәттәштәре йыйылды. Залда шулай уҡ техникумдың студенттарын күреү айырыуса ҡыуаныслы булды.
Иң башта һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселек бүлеге начальнигы А.Х. Ноғоманов алды. Ул Юрий Петрович менән ғилми-тикшеренеү эштәрен бергә башҡарыуы һәм уның алдынғы эш алымдарының районда һәм республикала әүҙем ҡулланылыуын белдерҙе, дуҫының хеҙмәткә юғары ҡарашы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.  Шулай уҡ элекке “Йылайыр” совхозы ерҙәре потенциалының юғарылығы, мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт еткерҙе.    

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының  генераль директоры В.М. Шириев иһә Юрий Петровичтың дуҫтары, уҡыусылары менән аралашыуын, ул индергән Урал аръяғы өсөн камил ер эшкәртеү системаһын юғары баһалауын белдерҙе. 
Билдәле булыуынса, Ю.П. Моряковҡа “Йылайыр” совхозында хеҙмәт триумфы яһар алдынан районда ауыл хужалығы предприятиеларында эшләргә тура килә. Шуға күрә лә кисәлә “Баймаҡ” тәжрибә хужалығы, “Һәүәнәк” совхозы, ул мәлдә район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында бергә эшләгән иптәштәре лә сығыш яһаны. “Йылайыр” совхозының элекке директоры Р.М. Ялалетдинов иһә түбәндәге иҫтәлектәр менән бүлеште:
– Юрий Петровичтың эше менән һәр саҡ ҡәнәғәт булдым. Эрозияға ҡаршы минималь ер эшкәртеү системаһын ул данлыҡлы новатор Терентий Мальцев, академик Александр Бараев менән осрашып өйрәнде. Яңы эш алымдарын индереүе ауыр булһа ла, уның һөҙөмтәһе яҡшы – уңыш артты, совхоз илебеҙгә йылына 40-60 мең тонна ҡаты сортлы бойҙай бирә башланы. Ю.П. Моряковҡа шуның өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм башҡа наградалар тапшырылды. Уның менән бергә эшләгән йәш белгестәр, шул иҫәптән әлеге район башлығы И.Х. Ситдыҡов, ысын етәксе булып үҫеп сыҡты, остаздарының хеҙмәт юлын дауам итә.
Сер түгел, әлеге ваҡытта ауыл хужалығы ауыр шарттарҙа эшләй. Быны мин дә, тармаҡ ветерандары ла тоя, күңелебеҙ әсенә. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән барыһы ла яйға һалыныр тип ышанабыҙ.    
Агрономдың тормош иптәше Валентина Дмитриевна ла ире, ғаиләһе тураһында һөйләп үтте һәм кисәгә килеүселәргә, Юрий Петрович хаҡында матур һүҙҙәр әйтеүселәргә рәхмәтен еткерҙе.   
Артабан һүҙҙе ҡунаҡтар – Әбйәлил районы делегацияһы алды. Район башлығы Р.Һ. Сыңғыҙов Юрий Петрович тураһында, ул аралашыуға асыҡ, йәштәргә өлгө, үҙ эшенең оҫтаһы булды, тип белдерҙе.
“Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Р.С. Фәхрисламов һәм хужалыҡтың баш агрономы Ғ.Х. Зәйнуллин Моряков индергән агрономия алымдарының Урал аръяғы өсөн яҡшы булыуы, шуның нигеҙендә үҙҙәрендә “нуль” технологияһын уңышлы ҡулланыуҙары тураһында һөйләне.    
Сара барышында Юрий Петрович менән бергә уҡыған иптәштәренең телеграммаһы уҡып ишеттерелде. Шулай уҡ районда ауыл хужалығы предприятиеларының агрономия белгестәре араһында йыл да уҙғарылған Ю.П. Моряков исемендәге приз лауреаттарының сығышы булды. 
Кисәне йомғаҡлап, муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов сараны ойоштороусыларға һәм байрамға йыйылыусыларға рәхмәт белдерҙе. 
– Юрий Петрович минең остазым булды, – тине Илшат Хәмит улы. – Ул ерҙе яратты, үҙенең артынан күп белем, уҡыусыларын ҡалдырҙы. Ғүмере буйы яңыға ынтылыуы, ғалимдар менән осрашыуы быға асыҡ дәлил булып торҙо.
Унан һуң район башлығы Ю.П. Моряковтың хәләл ефете Валентина Дмитриевнаға Талҡаҫ күле һүрәтләнгән картина тапшырҙы.

Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһында:
И.Х. Ситдыҡов Моряковтарҙың ғаилә дуҫы В.Л. Алехина (һулда)
һәм агрономдың тормош иптәше менән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.