25 мар. 2012 г.

Белгес кәңәше

Беҙҙең маҡсат – малдың
продуктлылығын арттырыу

«Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы продукцияһының ҙур өлөшөн ауыл халҡы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештерә. Ошондай ваҡ ауыл хужалығы етештереүселәрен берләштереүсе структуралар юҡ тиерлек йәки бик аҙ. Ошо йүнәлештә эште башларға кәрәк».
БР Президенты Р.З. Хәмитовтың БР Дәүләт
Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән.

Көтөүҙе яңыртыуҙы яҡшыртыу, һәр һыйырҙан йыл да һау быҙау алыу – малсылыҡ тармағын уңышлы үҫтереүҙең мөһим факторҙары. Бының иң яҡшы юлы – малды яһалма ҡасырыу.
Ғәҙәттә, беҙҙә халыҡ һыйыр һәм таналарҙы ҡасырыу өсөн сығышы билдәле булмаған һәм түбән продуктлы үгеҙҙәр файҙалана. Бындай үгеҙҙәрҙән түбән продуктлы тоҡом тыуып ҡына ҡалмай, ә төрлө йоғошло ауырыуҙар тарала. Яһалма ҡасырыу һыйырҙарҙы билдәле ваҡытта, әйтәйек, көҙгө-ҡышҡы осорҙа быҙаулатыу, һөт малын ит йүнәлешендәге үгеҙҙәрҙең орлоғо менән ҡасырыу мөмкинлеге бирә. Яһалма ҡасырыу юлы менән тыуған быҙауҙар үҙҙәренең һаулығы, тиҙ үҫеше менән айырылып тора.
Малды яһалма ҡасырыу беҙҙең район хужалыҡтарында киң ҡулланыла. “Баймаҡ” тәжрибә хужалығында (бөгөн – “Баймаҡ” ҒПБ-һы) был алым менән электән уңышлы эшләйҙәр. Ғалимдарҙың тәжрибәһенән күренеүенсә, малды яһалма ҡасырғанда үрсем күпкә эре булып тыуа һәм тиҙ үҫә. Малды яһалма ҡасырыуҙан һуң тыуған быҙау 18 айҙа 380-400 килограмға тиклем ауырлыҡ йыя. Ә үгеҙҙән тыуғаны иһә ошо ваҡытта 290-340 кг булып үҫә. Айырма бармы? Бар, әлбиттә.
Бөгөн бөтә ауылдарҙа ла малды ҡасырыу өсөн үгеҙ эҙләү – төп проблема. Ә бит уны еңел хәл итеп була – бының өсөн бары тик яһалма ҡасырыу юлын һайларға кәрәк. Был алым үҙен тулыһынса аҡлай – һөтлө лә, итле лә үрсем аласаҡбыҙ.
Малды яһалма ҡасырыуҙы яйға һалыу өсөн беҙҙә 10 пункт эшләй. Улар Урғаҙа (Йылайыр һәм Ишмөхәмәт а/б инә, техник-осеменаторы Р.Ғәйфуллин), Төркмән (Моҡас, Күсей, Иҫке Сибай а/б, Р.Мәсәлимов), Темәс (Темәс, Түбә, Билал, Ҡолсора а/б, Р.Изгин), Таулыҡай (Таулыҡай, Бикеш а/б, Н.Баййегетов), Ишмырҙа (Ишмырҙа, Әбделкәрим а/б, Мәмбәт ауылы, Р.Ғибәҙуллин), Беренсе Этҡол (Беренсе Этҡол а/б, Ғүмәр, Йәрмөхәмәт, З.Хәсәнова), Икенсе Этҡол (Ниғәмәт а/б, Ш.Хисаметдинов), Йомаш (Йомаш, Ярат, Ишбирҙе, Аҡморон а/б, Х.Мырҙагилдин), Ҡуянтау ауылдарында (Ҡуянтау ауылы, Ғ.Кәримов), Баймаҡ ҡала ветеринар дауалауханаһында (Баймаҡ ҡалаһы, Мерәҫ һәм Семеновск а/б, Н.Байрамғолов) урынлашҡан.
Бер баш малды яһалма ҡасырыуҙың хаҡы шәхси хужалыҡтарҙа быйылға 450-500 һумдан билдәләнгән. Әйтергә кәрәк, яһалма ҡасырыу пункттарына етерлек орлоҡ таратып бирелде. Улар араһында симменталь (һөт һәм ит тоҡомло), лимузин һәм герефорд (ит), ҡара-сыбар (һөт) тоҡомло үгеҙҙәрҙеке бар.
Ғөмүмән, тоҡомло мал – малсылыҡты үҫтереүҙең төп нигеҙе. Ә бының өсөн яһалма ҡасырыу юлын һайлау мотлаҡ. Тик шул саҡта ғына был тармаҡтан яҡшы табыш аласаҡбыҙ. Беҙ халыҡ мәнфәғәтендә эшләйбеҙ һәм быны һәр кем яҡшы аңларға тейеш. Яһалма ҡасырыу буйынса беҙҙә мобиль төркөмдәр ҙә эшләй. Барлыҡ һорауҙарығыҙ һәм заявкаларығыҙ менән ошо телефондар буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: 3-33-46; 3-32-37; 3-32-38.

Н. Ғәликәева,
“Баймаҡ” ФДУП-һының тоҡомсолоҡ эше буйынса директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.