25 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Кәңәшмә
Ошо аҙнала Семеновск ауылында күсмә ултырыш үтте. Унда элекке Семеновск алтын йыуыу фабрикаһы объекттарын һәм ҡоролмаларын һүтеү һәм техноген ҡалдыҡтарын эшкәртеү тураһындағы мәсьәләләр ҡаралды. Башҡарыласаҡ эш күләме һәм ваҡыты билдәләнде.

Юл тамғалары үҙгәрә
Ҡала урамдарында бөтәһе 570 юл тамғаһы булһа, һуңғы ике аҙнала ғына тағы 10 билдә өҫтәлгән. Бөгөн С.Юлаев урамы башланған ерҙә (“Малыш” микрорайоны) “Инеү тыйыла” тигән билдә ҡуйылған. Тимәк, унан бер яҡлы ғына хәрәкәт итергә рөхсәт ителә.
Яҡын арала Әлибаев менән Коммунистик урамдар киҫешкән урында, ҡаланың 1-се мәктәбе эргәһендә светофорҙар ҡуйыласаҡ.
 
Ҡурайсы иҫтәлегенә
10 апрелдә атаҡлы ҡурайсы Ғата Зөлҡәфил улы Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уның исемендәге сәнғәт мәктәбендә ҡурайсылар араһында төбәк конкурсы уҙасаҡ. Унда Ғ.Сөләймәновтың уҡыусылары ҡатнашасаҡ, шулай уҡ Республиканың төрлө төбәктәренән дә ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
 
Спорт
Бөгөн “Баһадир”ҙа “Өй эйәһе” кубогына волейбол буйынса турнир бара. Быйыл унда Баймаҡтан ғына түгел, күрше Әбйәлил, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан да командалар ҡатнашырға теләк белдергән.

Лилиә ТАКАЕВА.
 
Килендәр һәм ҡәйнәләр
Билал мәҙәниәт йортонда "Уңған килендәр, сабыр ҡәйнәләр" исемле төбәк ярышы  үтте. Унда 8 ғаилә ҡатнашты: Билалдан Фәриҙә инәй килене Дилара, Сәрүәр инәй килене Вәсилә, Зәһинә апай килене Сәғилә, Һәмәндән Фәриҙә инәй килендәре Гөлгенә һәм Ғәлиә, Рәйлә инәй кесе килене Зимфира, Өмөтбайҙан Сәғилә инәй килендәре Вероника һәм Хәмиҙә, Күгиҙелдән Зәйтүнә апай килендәре Юлиә һәм Ләйсән, Факиһа инәй килене Миңнур менән бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, төрлө номинацияларҙа еңеү яуланылар.

Райхана Булатова.
 
Смотр дауам итә
Татлыбай ауыл биләмәһе халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған концерты ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Фәйзә Юлдашбаева, Айрат Туҡтаев, Зәлиә Байбулова, Мөкәрәмә һәм Яхъя Юлдашбаевтарҙың йырҙары, Йәнйегет ауылы ҡатын-ҡыҙҙары менән ир-егеттәр ансамблдәре сығышы күңелдәргә хуш килде. Гөлнур Йәнтилинаның күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре һоҡландырһа, сәхнәлә нәфис һүҙ менән сығыш яһауы тағы ла бер таң ҡалдырҙы. Татлыбай ауылы ҡыҙҙарының күңелле, дәртле бейеүҙәре концерттың бер сағыу биҙәге булды.

Зилә Әмирова. 

Темәс ауыл биләмәһе халҡы иғтибарына!
5 апрелдә сәғәт 2-лә Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда Темәс ауыл биләмәһе буйынса ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларына өлөшләтә милекселектә ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышы була. Көн тәртибендә түбәндәге мәсьәләләр ҡарала:
  1. 2012 йыл өсөн аренда хаҡы түләү.
  2. Арендаға өлөшләтә милектә тороусы ер участкаларын тапшырыу шарттарын билдәләү.
  3. Эш комиссияһының яңы составын һайлау.
  4. Дөйөм милекселектән ер участкаһына сығыу маҡсатында ер өлөшө иҫәбенә бүлеү өсөн ер участкалары сиктәрен билдәләү.
  5. Төрлөләр.
Йыйылышҡа ышаныс ҡағыҙы (доверенность) менән вәкилдәрҙе йәки өлкәндәрҙе (10 кешегә тиклем) ебәрергә мөмкин.
 
Темәс ауыл биләмәһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.