30 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Аграрийҙар йыйылды
Үткән аҙнала Аҡъярҙа Башҡортостан Республикаһы  Ауыл хужалығы министрлығы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары В.Незнанов алып барған кәңәшмәлә сәсеүгә әҙерлек тикшерелде, аграрийҙарға күрһәтеләсәк дәүләт ярҙамы, хужалыҡтарҙы минераль ашламалар, орлоҡ, химик препараттар менән тәьмин итеү тураһында һүҙ барҙы. Беҙҙән кәңәшмәгә район хакимиәте, ауыл хужалығы бүлеге, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре, райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм баш белгестәре барҙы.
 
А. Сәйфуллина,
мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш зоотехнигы.  

 
Сәсеүгә әҙерлек тикшерелде
Ошо көндәрҙә “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеү буйынса район семинар-кәңәшмәһе үткәрелде. Унда атап үтелгән хужалыҡтарҙа техника-агрегаттарҙы ремонтлау, орлоҡ фондын әҙерләү барышы ҡаралды, тәжрибә өйрәнелде. Кәңәшмәнең эшендә район башлығы И.Х. Ситдыҡов, уның урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров, төрлө хеҙмәттәр, хужалыҡ  етәкселәре һәм баш белгестәре ҡатнашты.  
 
Спорт яңылыҡтары
Был аҙнала “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спартакиада иҫәбенә ҡаланың ойошма-предприятиелары араһында футзал  ярыштары уҙа. Йомала иһә билдәле көрәшсе Илшат Ғүмәров иҫтәлегенә милли көрәш буйынса район беренселеге (спартакиада иҫәбенә ауыл биләмәләре араһында), шәмбелә  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Булат Рәхмәтуллин иҫтәлегенә ҡала һәм райондың ойошма-предприятиелары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары араһында спартакиада үтәсәк.   
 
Һөнәр һайлауға ярҙам
Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм сығарылыш класс уҡыусылары араһында профориентация үткәреү маҡсатында йәштәр эштәре буйынса сектор тарафынан Түбә һәм Мерәҫ ауылдарында осрашыуҙар үтте. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова уҡырға инеү  шарттары һәм учреждение биргән һөнәрҙәр менән таныштырҙы. Студенттар насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү буйынса программа менән сығыш яһаны, слайдтар күрһәтте һәм йырлы-моңло тамаша ойошторҙо.       
 
А. Ишназаров.
 
Усмановтар – Баймаҡта!
Башҡорт эстрадаһының популяр йырсылары Зилә һәм Хәсән Усмановтар беҙҙең районға концерт менән килә. Улар 2 апрелдә Темәстә, 4 апрелдә Баймаҡ ҡалаһында сығыш яһаясаҡ. Концертта уларҙың ижадташ дуҫтары – йәш йырсы, баянсы Иҙел Нурғәлин, юмор оҫтаһы Марс Сәйетғәлин, бейеүсе Эльвира Ғәниева, Ҡазан ҡалаһынан музыкант Айнур Тәҡиуллин ҡатнаша.
 
Иғтибар: «тура бәйләнеш»
2012 йылда берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу процедураһында ниндәй үҙгәрештәр булды?
Ниндәй предметтарҙан берҙәм дәүләт имтихандары үткәреләсәк?
Әгәр ҙә уҡыусы тейешле балдарҙы йыймаһа, ул берәй уҡыу йортона инә аламы? Сөнки имтиханды кире бер йылдан һуң ғына тапшырырға мөмкин.
Ҡайҙа уҡырға барырға? Бөгөнгө көндә райондың белем биреү системаһына ниндәй белгестәр талап ителә?
Район халҡының ошо һәм башҡа һорауҙарына  мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге тарафынан үткәрелгән «Тура бәйләнеш»тә муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Фазыльян улы Ильясов яуап бирә.
Һорауҙарығыҙ менән 31 мартта сәғәт 10-дан 12-гә тиклем 3-14-85 телефонына шылтыратығыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.