30 мар. 2012 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

“Судьяға яуаплылыҡ тойғоһо хас булыуы мөһим”

2011 йылда Баймаҡ район судында яңы федераль судья А.Ф. Искәндәров эш башланы. Һеҙҙең иғтибарығыҙға уның менән әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

– Артур Фәрит улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтмәҫһегеҙме?
– Мин 1978 йылда Өфө ҡалаһында донъяға килгәнмен. Мәктәпте тамамлағас, “Автомост” фирмаһында ябай эшсе булып хеҙмәт юлымды башланым. Артабан БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында юридик белем алдым. Өфө ҡалаһында эксперт-аналитик булып, Благовещенск ҡалаһының “Полиэф” ААЙ-һында баш белгес булып эшләнем. Өйләнгәнмен, ике бала тәрбиәләйбеҙ.
– Билдәле булыуынса, һеҙ байтаҡ йылдар тәфтишсе булып эшләп, ҙур уңыштарға өлгәшкәнһегеҙ.
– Эйе, 2005 – 2007 йылдарҙа Ишембай прокуратураһында тәфтишсе булып эшләнем. Артабан Рә-сәй Федерацияһының Тикшереү комитеты булдырылғас, ошо йүнәлеш буйынса Салауат ҡалаһына өлкән тәфтишсе итеп тәғәйенләндем. Унда туплаған тәжрибәм менән Ейәнсура районының Тикшереү комитеты етәксеһе урынбаҫары булып эшкә килдем. 
– Тәфтишсе хеҙмәте юғары көсөргәнешлекте, алһыҙ-ялһыҙ эшләүҙе талап итеүе, шул уҡ ваҡытта эш хаҡы яғынан бик үк ҡыуандырмауы сер түгел...
– Һәр эштең ыңғай һәм кире яҡтары барҙыр ул. Эйе, тәфтишселәр тәүлек әйләнәһенә, байрамһыҙ, ялһыҙ хеҙмәт итә. Шуға күрә унда осраҡлы кешеләр эшләй алмай.
– Һеҙ былтыр көҙ РФ Президентының Указы менән федераль судья булып Баймаҡ судында эшләй башланығыҙ. Тәүге тәьҫораттарығыҙ ниндәй булды?
– Мин бик яҡшы, берҙәм һәм татыу коллективҡа килеп эләктем. Үҙ эшенең оҫтаһы булған суд рәйесе Ғ.Р. Ҡотлобаеваға бик рәхмәтлемен. Ул минең уҡытыусыма, кәңәшсемә әүерелде. Ғөмүмән, Баймаҡ суды хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуҙары өсөн рәхмәтемде белдерәм.
– Артур Фәрит улы, хәҙерге заман судьяһы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Тәү сиратта, ул һәр эше өсөн оло яуаплылыҡ тота. Күп кенә ҡарарҙы ҡабул итер алдынан уны йөрәгең аша үткәреү мөһим. Шулай уҡ судья үҙенең эшен яратырға, һөнәри кимәлен үҫтерергә бурыслы. Һәр кемебеҙгә таҙа намыҫ, юғары аҡыл хас булырға тейештер тигән фекерҙәмен.
– Ҡурҡыныс енәйәти  эштәрҙе ҡарағанда күңелегеҙ тетрәнмәй ҡалмайҙыр?
– Бар вәхшилек менән иң тәүҙә осрашҡан тәфтишселәргә күпкә ауырыраҡтыр. Судьяларға иһә хис-тойғоларын ауыҙлыҡлап, һалҡын аҡыл менән хөкөм ҡарары сығарырға тура килә.  
– Һеҙҙе иң борсоған  тормош күренештәре?
– Эскесе ата-әсәләрҙең, етем балаларҙың артыуы.
– Суд системаһында ниндәй ыңғай үҙгәрештәр бар?
– Судьяларҙың эшен төрлө йүнәлештәргә бүлеү. Был хөкөмдарҙың эшенә талапты көсәйтһә лә, шул уҡ ваҡытта хөкөм ҡарарының ғәҙел булыуына булышлыҡ итә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.