25 мар. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Ғүмерҙәре лә,
тыуған көндәре лә бер уларҙың...

Минең әйтер һүҙем иң ҡәҙерле кешеләрем – атайым һәм әсәйем хаҡында. Уларҙың ғәмһеҙ бала сағы ауыр һынауҙарға дусар була. Әммә аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш рухтарын һындыра  алмай, хатта киләсәктә ысын кеше булып үҫеүҙәренә булышлыҡ итә.
Ҡәҙерле әсәйем Ғәлиә Тайып ҡыҙы Кәйекбирҙина 1942 йылда Торф участкаһында (хәҙер ул ауыл юҡ) ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Аталарын һуғышҡа оҙатҡас, бар ауырлыҡ әсәләренең—өләсәйемдең иңенә төшә. Әсәйем ул саҡтарҙы иҫләп: “Кейергә кейем булманы, аслы-туҡлы үҫтек”, – ти. Аталары һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас ҡына, иркенәйеп йәшәй башлайҙар.
Әсәйем бәләкәстән тырыш, ныҡышмал булып үҫә. Торфтан Баймаҡҡа йәйәү йөрөп уҡый ул. 8-се класты тамамлағас та, артабан уҡырға теләге бик көслө була. Шуға күрә колхозда бер аҙ быҙау ҡараусы булып эшләп аҡса туплағас, Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищела ул иң алдынғы, әүҙем йәмәғәтсе булып таныла. “Уҡыу еңел бирелде, бигерәк тә йыр дәрестәрен көтөп ала торғайным”, – ти әсәйем. Диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Йылым мәктәбенә башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшкә килә.
Ул ваҡытта уҡытыусылар ауылда иң абруйлы, ихтирамлы, шул уҡ ваҡытта бик яуаплы кеше булып һанала. Әсәйем төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, агитаторлыҡ эшен алып бара. Ул үҙенең 30 йыл ғүмерен балаларға төплө белем биреүгә бағышланы. Уҡыусылары ҡәҙерле кешеләрен онотмай, хәлен белешеп, сәләм-ҡотлауҙарын әле лә ебәрә.
Атайым Әхмәҙулла Абдулла улы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы, ағаһы һуғыш яланында хәбәрһеҙ юғалғас, ул әсәһенең уң ҡулы, терәгенә әүерелә. Үҙенән бәләкәй туғандарын аяҡҡа баҫтырыуға ҙур көс һала. Шулай итеп, йәшләй генә тормоштоң әсе һурпаһын татып, ир ҡорона етә. Ауылға эшкә килгән әсәйемде күргәс тә, уға өйләнергә теләген шунда уҡ еткерә. Улар бик матур ғаилә ҡороп, кешеләрҙе һоҡландырып донъя көтә.
Атайымдың хеҙмәт юлы урмансылыҡ менән бәйле. Тәүҙә леспромхозда урман ҡырҡыусы, ә аҙаҡ урман ҡарауылсыһы була. Атайым эшенә намыҫлы ҡараған, үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла. Быны уның бихисап миҙалдары, Почет грамоталары ла иҫбатлай. Ул районда ағас ултыртыу буйынса беренселеккә сығып, ял йортона путевка менән дә бүләкләнә.
Ҡәҙерлеләребеҙ биш балаға ғүмер биреп, уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, ныҡлы, ышаныслы ҡанат бирҙе. Тик, үкенескә ҡаршы, апайыбыҙ ғына был донъяларҙан иртә китте.
Әсәйем ҡәйнәһен – ҡартәсәйебеҙҙе – үҙ әсәһендәй күреп 27 йыл хөрмәтләп тәрбиәләй.
Хәҙерге көндә атайым менән әсәйем ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларға тормош өлгөһө булып йәшәй. Атайым иман юлында – матур итеп аяттар уҡый. Әсәйем дә ауылда үткән бер саранан ҡалмай, тормошта ҡайнап йәшәй.
Эйе, ярты быуатҡа яҡын иңгә-иң терәшеп, тормош ҡыуаныстарын ғына түгел, ә көйөнөстәрен дә бергә кисерә алған парҙар бик һирәк. Ҡәҙерлеләрем ошо көндәрҙә оло юбилейҙарын билдәләй: әсәйебеҙгә – 70, атайыбыҙға 74 йәш тула. Икеһенең дә тыуған көндәре бер көндә булғанғамы, айырылғыһыҙ пар булып йәшәй улар. Ҡәҙерлеләребеҙҙең киләсәктә лә көндәренең ҡояшлы булыуын, ел-ямғырҙар урап үтеүен, бәхетле ҡартлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Гөлнур ИШБАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.