1 мар. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ғүмәр ауылында йәшәгән Марс Зәбир улы Мырҙабаевты белмәгән кеше һирәктер. Сөнки ул күптән инде йомшаҡ, йылы, сифатлы, уңайлы быйма баҫыусы булып танылыу алған.
Ауылда ҡасандыр гөрләп торған колхоз-совхоздар бөтөрөлөү сәбәпле, төбәктә халыҡ эшһеҙ ҡала. Шуға ла күптәр ситкә Себер яҡтарына китә, ә бәғзеләр генә үҙ эшен булдырып, тырышып, ауыл еренә ерегеп донъя көтә. Марс ағай ҙа икенселәр иҫәбендә. Төрлө ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар аша үтеп, бары тик үҙенең тырышлығы менән һынауҙарҙы еңеп, эшҡыуарлыҡҡа, быйма баҫыу эшенә тотона.
Быйма баҫыу – мәшәҡәтле эш. Ҡатыным менән халыҡтан көҙгө йөндө йыйып алабыҙ. Йөндөң өйөмөн тәртипкә килтереү өсөн генә күпме ваҡыт кәрәк! Уны таҙартырға район үҙәгенә йөрөйбөҙ. Артабан йөндө эҫе һыуға һалып, туҡмаҡтар менән туҡмап, төйгөс менән төйөп, ҡалыпҡа кейҙерелгән быйманы баҫабыҙ. Шулай һылап-һыйпап ултырғанда ғына быйма йомшаҡ, килешле була. Аҙаҡтан янып бөткән мейес йылыһында әҙер быймаларҙы киптереп алам”, – тине Марс ағай.
Быймаларға һорау быйыл бигерәк ҙур. Үҙҙәре килтергән һарыҡ йөнөнән баҫтырыу өсөн алдан заказ биргәндәре лә бар”, – тип һүҙгә ҡушылды Әнисә апай ҙа.
Марс ағайҙың ете таянысы, ете терәге булып ете улы үҫеп килә. Шундай матур, тырыш ғаилә бер ваҡытта ла эш юҡ, тип зарланып, ҡул ҡаушырып ултырмай, һоҡланырлыҡ итеп донъя көтә. Төрлө мәҙәни сараларҙың уртаһында ла ҡайнарға өлгөрә улар.
Әйткәндәй, Марс Зәбир улы баш ҡалала яратҡан йырлы-моңло “Юлдаш” каналы үткәргән “Ҡышҡы һабантуй”ҙа ҡатнашып, хатта тамашаның бағыусыһы ла булды. “Юлдаш” каналын һәр ваҡыт яратып тыңлайбыҙ, ул беҙгә эшләргә, йәшәргә дәрт-илһам бирә”, – ти йорт хужаһы.
Сара мөхәббәткә сорналған илаһи байрамдарҙың береһе – Ғашиҡтар көнө һәм сессияны тамамлап, яңы ғына каникулдан килгән студенттарҙың икенсе семестр башланыуын берләштереүе менән үҙенсәлекле ине. Ҡышҡы байрамдың төп бүләге – быйма отоу булды. Марс ағайҙың сифатлы, үҙ ҡулдарының йылыһын һалып етештергән быймалары иң оҫта бейеүсегә тәғәйенләнде. Йылы аяҡ кейеме менән бүләкләнгән еңеүселәребеҙ йөҙөндә бары тик ҡыуаныс, шатлыҡ сағылғайны. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, халыҡты ҡыуандырған Марс ағайға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, хеҙмәтенең емешен татып, имен-һау эшләүен теләйбеҙ.
С. РАМАЗАНОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.