4 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Атлы дивизияға арнап

Темәс китапханаһында 112-се башҡорт атлы дивизияһына арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелгән. Унда урындағы “Атайсал” клубы, Баймаҡ ағинәйҙәре, 11-се класс уҡыусылары һәм уҡытыусылар ҡатнашҡан. Шулай уҡ сараға дивизияла хеҙмәт иткән яҡташ яугирҙарҙың яҡындары ла саҡырылған.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҡоро

Кисә район ҡатын-ҡыҙҙар советының семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйестәре, ойошманың президиум ағзалары ҡатнашты. Семинарҙа әсәлек һәм балалыҡ, ғаилә проблемалары күтәрелде. Шулай уҡ яҡшы эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар советтары билдәләнде.

Сәхнәлә – гүзәл заттар

Күгиҙел ауылында “Сәхнәлә тик ҡатын-ҡыҙҙар!” тип аталған бай йөкмәткеле концерт үткәрелгән. Дәртле йыр-бейеүҙәр менән һуғарылған сарала “Күгиҙел ынйылары” төркөмө лә сығыш яһаған.
Г. ИҪӘНГИЛДИНА.

Мерәҫтә – концерт

Мерәҫ ауылында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәсәй тарихы йылына арналған концерт менән сығыш яһаны. Күңелдәргә ял биргән сара ойошторғандары өсөн уларға бар ауыл халҡы исеменән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Д. ЯХИНА.

Быуындар бәйләнеше сағылды

Ошо көндәрҙә Ярат ауыл биләмәһе халыҡ ижады үҙәгендә 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыуға һәм Рәсәй тарихы йылына арналған “Быуындар бәйләнеше” тип аталған фольклор күренешен күрһәтте. Унда Байыҡ сәсән һәм халыҡтың ир-егеттәрҙе яуға оҙатыуы, һуғыш, “Любизар” йырының килеп сығыуы, яугирҙарҙың кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу күренештәре халыҡ йырҙары, бейеүҙәр менән биҙәп күрһәтелде. Тамашаны сценарий авторы һәм режиссеры Рәсимә Назарова сәхнәгә ҡуйған.
А. ИҘЕЛБАЕВА.

Водителдәр иғтибарына

Реорганизация үтеү сәбәпле, бар теркәү эштәре хәҙер Сибай ЮХХДИ-һында башҡарыла. Баймаҡ ЮХХДИ-һы транспорт сараһын теркәүгә, водитель таныҡлығы алыу йәки алмаштырыу, ОСАГО страховкалауына һ.б. документтар ғына әҙерләй. Белешмәләр өсөн телефон – 3-34-44. Ҡабул итеү көндәре: дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома, йома 9.30 – 18.00, шәмбе 10.00 – 13.00 сәғәттә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.