16 мар. 2012 г.

Милли матбуғат

Рухи хазинабыҙ өлгөһө
Былтыр төбәгебеҙҙә “Сураш” исемле гәзит сыға башланы. Урал аръяғы район һәм ҡалалары халҡы өсөн тәғәйенләнгән баҫма биттәрендә төбәктең аҡһаҡалдар советы эшмәкәрлеген, башҡа ижтимағи ойошмаларҙың, халыҡтың эшен яҡтыртыу ҡаралған. Шул уҡ мәлдә йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған проблемаларҙың хәл ителеүе лә күҙ уңында тотола.
Әле гәзиттең 5-се һаны донъя күрҙе. Төбәктең үҙенә генә хас һорауҙары күп, уларҙы хәл итеү өсөн халыҡты туплау, бергәләп тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләү, табыу һәм тәҡдим итеү мөһим эш булып тора. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре гәзит биттәрендә баҫылып та сыҡты.


Тәүге һандан уҡ “Сураш”та бик мөһим проблема яҡтыртылды. Унда һүҙ Сибай элеваторын Силәбе өлкәһенең “СИТНО” агрохолдингына һатыу, бының урындағы халыҡҡа зыяны тураһында бара.
Гәзит биттәрендә шулай уҡ күренекле шәхестәр, уларҙың тормош һәм хеҙмәт юлы тураһында  мәғлүмәт бирелә. Әбйәлил район советы башҡарма комитетында рәйес булған Сәғит Ғәтиәт улы Ишбирҙин, “Социалистик Хеҙмәт Геройҙары – яҡташтарыбыҙ” рубрикаһында “Яҡупов Ғилман Ғирфан улы” исемле мәҡәләләр баҫылды.       
Уҡыусы иғтибарына шулай уҡ башҡорт халҡының хәтерендә Сураш батыр (Сураш мәргән) булып ҡалған, гәзиткә исем биргән Сурағол Ҡолмырҙин (1711-1773) тураһында күләмле мәғлүмәт бирелде. Ул өс оло яуҙа – 1735-1740 йылдарҙағы Алдар батыр ихтилалында, 1755 йылдағы Талҡаҫ күтәрелешендә һәм 1773-1775 йылдарҙағы Салауат-Бүгәс яуында ҡатнашҡан. Даны халҡына ҡайтты, ололар ул турала яңы быуынға һөйләп тапшыра килә, ошо батырлыҡтар нигеҙендә халыҡта көслө рух тәрбиәләй. Былтыр июль айында Иҫәнбәт ауылында Сураш батырҙың тыуыуына 300 йыл тулыу айҡанлы тантана үткәрелде.
Шулай уҡ гәзиттә нимәләргә өҫтөнлөк биреләсәге тураһында мәҡәлә сыҡты. Унда түбәндәгеләр урын алды:
  • халыҡтың рухын сыныҡтырыу, уҡыусыларға еткереү,
  • рух тәрбиәләүҙә тарихты, үткәндәрҙе ҡулланыу,
  • төбәгебеҙҙән сыҡҡан тарихи шәхестәргә иғтибарҙы арттырыу,
  • микротопонимикаға иғтибар итеү,
  • һөнәр эйәләрен, эшсәндәрҙе, хеҙмәт алдынғыларын данлау,
  • белем – халыҡтың абруйын күтәргән көс.  Уға эйә булған шәхестәрҙе күрһәтеү,
  • йәштәр – киләсәгебеҙ. Йәшәйеше, борсоған һорауҙарына яуап табыу,
  • тәбиғәтте һаҡлау, байлыҡтарын рациональ файҙаланыу буйынса эштәр башҡарыу.
Гәзит биттәрендә шулай уҡ исеме киң билдәле булған филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы һәм шағир Рәшит Шәкүрҙең тарихи шәхесебеҙ Ғабдулла Сәиди тураһында күләмле мәҡәләһе донъя күрҙе. Бының менән бер рәттән дини һорауҙарға яуаптар бирелә, пәйғәмбәрҙәребеҙҙең, күренекле дин әһелдәренең тормошо тураһында һөйләнә.
Ғөмүмән әйткәндә баҫма халыҡ менән бергә киләсәккә төбәлгән, биттәрендә “ер, тыуған яҡ, тел, халыҡ, рух” тигән һүҙҙәр осраҡлы түгел.
«Сураш»ҡа яҙылыу, мәҡәләләр ебәреү, тәҡдимдәр индереү буйынса 8 (34775) 5-28-30 телефонына мөрәжәғәт итергә була.
 
А. Ишназаров әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.