6 мар. 2012 г.

Эш Сәфәрҙәре

Премьер райондағы эштәрҙе юғары баһаланы
Үткән шәмбелә районда һәм ҡалала эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов булды. Хөкүмәт рәйесен муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов оҙатып йөрөнө.

Азамат Фәттәх улы эш сәфәрен Ниғәмәт ауылында мәҙәниәт йортон төҙөү эштәре менән танышыуҙан башланы. Билдәле булыуынса, объекттың генподрядсыһы булып “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы сығыш яһай. Әле төҙөүселәр бинаны биҙәкләү, инженер коммуникациялары үткәреү, фасадты сайдинг менән көпләү эштәре менән шөғөлләнә. Премьер-министр объекттағы эштәрҙе юғары баһаланы, төҙөлөштө тамамлау өсөн ярҙам вәғәҙә итте. Ошонда уҡ урындағы биләмә башлығы Ф.Ғ. Вәхитова Премьер-министрҙы ауылдарҙың бөгөнгө социаль-иҡтисади тормошо менән ҡыҫҡаса таныштырҙы, пландары менән бүлеште.
Артабан А.Ф. Илембәтов Ҡуянтау ауылында булып, “Баймаҡ” ҒПБ-һының “Аҡъял” ипподромын ҡараны, һыбайлыларҙың һәм юртаҡтарҙың сығышын күҙәтте.

Был спорт ҡоролмаһын төҙөкләндереү, тамашасыларға һәм спортсыларға яҡшы шарттар булдырыу артабан да дауам итәсәк, – тип белдерҙе И.Х. Ситдыҡов. – Әйткәндәй, “Аҡъял” – республикала бөгөн инде танылыу алған ипподромдарҙың береһе, унда республика, Рәсәй кимәлендәге ат спорты ярыштары даими үтеп тора. Былтыр, мәҫәлән, “Аҡбуҙат” ипподромы тарафынан Башҡортостандың Ҙур Әйләнешенең V этабы уҙғарылды.
Төбәктә ат спорты тап Баймаҡ районында яҡшы үҫеш алыуы менән айырылып тора һәм был тәңгәлдә яуланған ҡаҙаныштар һоҡландыра, – тине Премьер-министр. – Артабан да был спорт төрөнә иғтибар кәмемәһен, уны үҫтереүгә Хөкүмәт яғынан ярҙам буласаҡ.
Артабан Азамат Фәттәх улы район етәкселеге менән Баймаҡта граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ йорттан икенсеһенә күсереү буйынса Башҡортостан Республикаһының адреслы программаһына ярашлы иҫке йорттарҙы һүтеү һәм уларҙың урынына социаль торлаҡ төҙөү тураһындағы мәсьәләне тикшерҙе. И.Х. Ситдыҡов оҙатыуында Премьер-министр яңы йорттар төҙөләсәк урынды ҡараны (һүрәттә). Муниципаль район хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаев ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә инженер коммуникацияларын төҙөү йүнәлешендәге проблемаларҙы һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был тәңгәлдә лә Хөкүмәт рәйесе ярҙам буласағын әйтте.
Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында ҡунаҡтар тәүҙә һайлау участкаһының һайлауға әҙерлеге менән танышты. Артабан уҡыу йортоноң директоры Т.Н. Сәйғәфәрова колледждың тарихы, тау техникумы барлыҡҡа килеүгә 80 йыл туласағын билдәләне, данлыҡлы сығарылыш уҡыусылары тураһында һөйләне. Ҡунаҡтар иғтибарына шулай уҡ юбилей альбомы ла тәҡдим ителде. Премьерҙы уҡыу йортоноң матди-техник базаһы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Уға колледждың йылытыу ҡаҙанлығы ҡоролмалары иҫкереүе, уларҙы яңыртыу кәрәклеге тураһында әйтелде.
Азамат Фәттәх улы“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә лә булды. Йәмғиәттең генераль директоры Алексей Мурахтин заводты модернизациялау маҡсатында алып барылған эштәр менән таныштырҙы. Азамат Фәттәх улы айырыуса ҡойоу цехында етештерелгән марганецлы ҡойолмаларҙы һаҡлау цехын реконструкциялау барышы менән ҡыҙыҡһынды.
Бөгөнгө эш сәфәренең төп маҡсаты – Төбәкте үҫтереү комплекслы программаһына ярашлы алып барылған барлыҡ эштәр менән танышыу, анализ яһау һәм алға аныҡ маҡсаттар билдәләү, – тине ул. – Белеүегеҙсә, бөгөн республикала социаль торлаҡ төҙөлөшө етди проблемаға әүерелде. Фатирға мохтаж булғандарға республикала социаль торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Баймаҡта ла 24-әр фатирлы ике йорт төҙөләсәк. Бер үк ваҡытта һыу, электр энергияһы, газ селтәрҙәре төҙөлөшөнә лә етди иғтибар бирергә кәрәк. Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ микрорайонында ошо тәңгәлдә төҙөлөш эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта тамамлау мотлаҡ. “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтен модернизациялау маҡсатында инвестициялар йәлеп ителде һәм маҡсатлы эш алып барыла. Һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек. Йәйгә яңы цех тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә.
БР Хөкүмәте Премьер-министрының ҡала һәм район буйлап эш сәфәре ваҡытында “Талҡаҫ” шифаханаһын артабан үҫтереү, юлдарҙы асфальтлау кеүек күп мәсьәләләр тикшерелде һәм уларҙы хәл итеүгә республика етәкселеге ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, Азамат Фәттәх улы райондың социаль-иҡтисади тормошондағы ыңғай үҙгәрештәрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алып, хакимиәт етәкселегенең эшмәкәрлегенә юғары баһа бирҙе.
Премьер-министр эш сәфәре менән артабан Хәйбулла районына йүнәлде.
А. Ишназаров,
Л. Такаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.