4 мар. 2012 г.

Рейд

Йылылыҡ ҡайҙа китә?

 
Кисә “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең баш инженеры Н.Ғ. Тимербулатов, мастеры Ә.С. Ишҡыуатов һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән торған комиссия ҡала объекттарында йылылыҡ системаһы торошон тикшереү буйынса рейд үткәрҙе. Предприятие тарафынан йылылыҡ барлыҡ объекттарға ла тигеҙ өләшелһә лә, йылытыу миҙгелендә күп кенә биналарҙа эҫе, йә һыуыҡ, йәки дымлы булыуы тураһында зарланыу һүҙҙәре ишетергә тура килә.Был нимә менән бәйле һуң? Рейдҡа сығыусылар ошо һорауҙарға яуап эҙләне.

Комиссия иң тәүҙә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында булды. Ундағы эштәр менән дауахананың граждандар оборонаһы һәм мобилизациялау төркөмө начальнигы Ф.Ф. Ғәйнуллин, хужалыҡ мөдире А.Ф. Сөләймәнов таныштырҙы. Дауахана йылытыу системаһының “Б” микрорайонына ҡарай һәм 2-се ҡаҙанлыҡтан йылытыла. Дауахана штатында 4 слесарь-сантехник иҫәпләнә, махсус машиналары бар. Былтыр йылытыу системаһының эшен көйләү маҡсатында торбаларҙың бер өлөшө алмаштырылған. Әлеге ваҡытта бала табыу йортонда, балалар бүлегендә һалҡын. Төп корпуста ла һауа температураһы тотороҡло түгел. Мәҫәлән, беренсе ҡатта һалҡын булһа, өҫкө ҡаттарҙа эҫе һәм тынсыу. Быны дауахана хеҙмәткәрҙәре йылылыҡ биргәндә баҫымдың кәмеүе, эске йылытыу системаһының тейешенсә эшләмәүе менән аңлата. Улар биналарҙа тейешле температураны һаҡлау маҡсатында даими рәүештә торбаларҙағы һыуҙы түгеп торорға мәжбүр.
Ҡаланың 2-се мәктәбендә быйыл йылытыу буйынса проблемалар юҡ, тип белдерҙе хужалыҡ мөдире М.Х.Хәмитова. “Кабинеттарҙа, спорт залында йылы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр булманы. Эстәге йылытыу системаһын үҙ көсөбөҙ менән хеҙмәтләндерәбеҙ. Йылылыҡ иҫәпләү приборы алып ҡуйғайныҡ та, тиҙ арала боҙолоп ремонтҡа ебәрҙек. Циркуляция насостары ҡуйылған. Киләсәктә тәҙрәләрҙе, айырыуса төньяҡҡа ҡарағандарын алмаштырыу талап ителә”, –тине ул. Ысынлап та, тәҙрәләрҙең тейешенсә йылытылмауы байтаҡ ҡына юғалтыуҙарға алып килә. Артабанғы объектта – “Күбәләк” балалар баҡсаһында – тап ошо хәл күҙәтелә, икенсе ҡаттағы тәҙрәләр тулыһынса тиерлек туңып тора. Йылытыу системаһының дөрөҫ ҡоролмауы арҡаһында бинаның бер яғы һыуыҡ, бер яғы йылы икән. Бында быйыл тәҙрәләрҙе алмаштырыу эше башланған, шулай уҡ йылылыҡ трассаһының бер өлөшөн яңыртмаҡсылар. Бынан тыш, бүлмәләрҙең ныҡлап йылынмауына радиаторҙарҙың бәләкәй булыуы һәм балалар һаулығына зыян килтермәһен өсөн санэпидстанция тарафынан уларҙың көпләтелеүе лә сәбәпсе.
Рейдта ҡатнашыусылар ветерандар йортонда ла булып, 4-се фатирҙа йәшәүсе М.М. Сидоренко менән әңгәмәләште. Мария Максимовна әйтеүенсә, фатиры йылы, тик тәҙрәнән һыуыҡ килә икән.
105-се һөнәрселек лицейында был тәңгәлдә эштәр маҡтанырлыҡ түгел. Бында ебәрелгән йылылыҡ тулыһынса килеп етмәй, ахырыһы. Быға биналағы йылытыу системаһының үтә иҫке булыуы сәбәпсе. Мәҫәлән, һалҡын спортзалда студенттар өҫ кейеме менән волейбол уйнай ине. Термометр шкалаһы +15 градусты күрһәтә. Ә норма буйынса +18 градустан кәм булмаҫҡа тейеш. Әйткәндәй, бында ла торбаларҙағы һыуҙы түгеү осраҡтары булған. Алдағы көндәрҙә лицейҙың йылытыу системаһына капиталь ремонт эшләп, торбаларҙы тулыһынса яңыртыу кәрәклеге билдәләнде. Шулай уҡ бинаның тәҙрәләрен дә алмаштыраһы бар.
Йондоҙло” балалар баҡсаһында етди проблемалар юҡ. Бүлмәләр яҡшы йылытыла. Бында тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырыу, ике ҡатлы ишектәр, циркуляция насосы ҡуйыу кеүек эштәр планлаштырыла.
Дөйөм алғанда, рейд барышында йылылыҡ юғалтыу сәбәптәре, етешһеҙлектәр, киләсәктә иғтибар итәһе мәсьәләләр асыҡланды.
Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.