25 мар. 2012 г.

Ҡотлау һүҙе

Юбилейығыҙ менән, ил уҙаманы!
 
Хөрмәтле Вилким Сабир улы!
Һеҙҙе тормошоғоҙҙағы күркәм ваҡиға  – 80 йәшлек олпат юбилейығыҙ менән ысын  йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Баймаҡ районының социаль-иҡтисади үҫешенә, уның абруйын күтәреүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөгөҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм илһөйәрлегегеҙ өсөн ихлас күңелдән рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ!

Районыбыҙҙың аяҡҡа баҫыу һәм нығыныу дәүеренең төрлө йылдарында уның данлыҡлы тарихын төрлө кешеләр – дөйөм эш йылъяҙмаһында үҙенә генә хас сағыу эҙ һәм ҡабатланмаҫ юлдар ҡалдырған баҫыу эшсәндәре, малсылар, сәнәғәт һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр  яҙҙы. Улар араһынан айырым ғорурлыҡ һәм рәхмәт һүҙҙәре менән Һеҙҙе лә телгә алабыҙ.
Һеҙ 1963-1969 йылдарҙа партияның Баймаҡ район комитетын етәкләнегеҙ. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Һеҙҙең тырышлыҡ менән эшкә һәләтле фекерҙәштәр коллективы – партия ойошмалары секретарҙары, предприятие, ойошма, хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәре – район активы тупланды. Шул осорҙа район алдында торған проблемаларҙы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үтә яуаплы ҡарауығыҙ,  принципиаль һәм талапсан булыуығыҙ, үҙ эшегеҙҙе яҡшы белеүегеҙ һәм ойоштороу һәләтегеҙ өсөн район халҡы алдында Һеҙ лайыҡлы рәүештә абруй һәм ихтирам ҡаҙандығыҙ.
Ауыл хужалығы производствоһын күтәреү, социаль объекттар, торлаҡ, күперҙәр, юлдар  төҙөү, кешеләрҙең эшләү һәм йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса райондың иҡтисади һәм хеҙмәт ресурстарын мобилизациялау өсөн Һеҙ бөтә тәжрибәгеҙҙе һәм көсөгөҙҙө биреп, Баймаҡ ере хәстәрҙәре менән йәшәнегеҙ. Һөҙөмтәлә, 60-сы йылдар аҙағында район иҡтисадының йылдам үҫешенә һәм халыҡтың йәшәү рәүешен яҡшыртыуға нигеҙ һалынды ла инде.
1964-1969 йылдарҙа районда тиҫтәләрсә типовой малсылыҡ биналары сафҡа индерелде. Малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм әҙерләү планын күпкә арттырып үтәгәне өсөн 1963 йылда район КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының Күсмә Ҡыҙыл Байрағына лайыҡ булды. Ә 1964 йылдан 1969 йылға тиклем малсылыҡ өлкәһендәге юғары күрһәткестәр өсөн Баймаҡ районы юғары партия һәм совет органдарының шундай 24 наградаһын яуланы.
Һеҙ етәкселек иткән йылдарҙа район тарафынан үҫемлекселек өлкәһендә лә ҙур уңыштар яуланды. 60-сы йылдар аҙағында ашлыҡтың тулайым йыйымы һәм уны дәүләткә һатыу буйынса районыбыҙ республиканың тәүге өс лидеры иҫәбенә инде. Йыл һайын Баймаҡ районы ил бураларына уртаса 90-100 мең тонна иген тапшырып, бирелгән йөкләмәләрҙе арттырып үтәне. Бында иген фабрикаһы – “Йылайыр” совхозының өлөшө айырыуса ҙур булды.  Райондың  иген етештереү күләме буйынса бындай ҙур уңыштарға ирешкәне юҡ ине әле. Был ҡаҙаныштар өсөн Һеҙгә илдең иң ҙур наградаһы – Ленин ордены тапшырылһа, “Йылайыр” совхозы Ленин ордены һәм Ҡыҙыл Байраҡ менән бүләкләнде.
Һеҙҙең бөгөн дә Баймаҡ ере яҙмышына битараф булмаған әүҙем патриоттар сафында булыуығыҙ өсөн ҡыуанабыҙ. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға оҙаҡ йылдарға етерлек  ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс һәм дәрт, бәхет һәм именлек теләйбеҙ!

Баймаҡ районы
муниципаль район хакимиәте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.