18 мар. 2012 г.

Концерттар


Йырҙары менән яҡтылыҡ ҡына һибә

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминева күптән түгел ижадының 25 йыллыҡ юбилейын билдәләп, “Был донъяны нисек яратмайһың?..” исемле өр-яңы концерт программаһын Өфө, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ тамашасылары хөкөмөнә сығарһа, иртәгә ул беҙҙе лә һөйөндөрмәксе. Әңгәмә шул хаҡта.

– Резеда апай, ҡыҫҡаса үҙегеҙ хаҡында һөйләп үтегеҙ әле...
– Бөрйән районының мул һыулы, иркен ағышлы Ағиҙел буйында ултырған Ғәлиәкбәр ауылы ҡыҙымын. Бала саҡтан йырсы булырға хыялландым. Районға Башҡортостандың халыҡ артисы, күренекле педагог Рәйсә Әхмәҙиева килеп, йырсылар һайлап алғандан һуң, юллама буйынса мин Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Флүрә Ноғоманова класында йыр серҙәрен өйрәнеү бәхете тейҙе.

Өфө сәнғәт училищеһынан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем алдым. 1995 йылда Башҡортостан радиоһының музыкаль редакцияһына мөхәррир булып килдем һәм бөгөнгәсә ошонда эшләп йөрөүем. 
– Ижадығыҙҙың сирек быуатлыҡ юбилейын ниндәй кисерештәр менән ҡаршылайһығыҙ? 
– Хоҙайыма шөкөр, халыҡ бик күп йырҙарымды тап минең башҡарыуҙа танып белә. Сәхнәгә тәүгә сыҡҡанда – 1987 йылда – мин Башҡортостан радиоһы ойошторған “Йәштәр тауышы” радиоконкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжәле диплом менән бүләкләндем. Унда Н.Дауытовтың З.Биишева шиғырына яҙылған “Миләш”, ҡурайсы Ришат Рәхимов тәҡдим иткән Баймаҡ ерлегендә таралған “Орсоҡ” халыҡ йырын башҡарғайным. Салауат Низаметдиновтың “Ҡайындар янында”, Г.Юнысова һүҙҙәренә Р.Хәкимов яҙған “Кермәгеҙ араларға”, “Һандуғас моңо”, Л.Батырҡаева ижад иткән “Һыу буйынан әсәй ҡайтып килә” кеүек йырҙарым мине халыҡ араһына сығарҙы, популярлыҡ килтерҙе. Өр-яңы концерт программамда ошо йырҙар урын алған. Репертуар һайлауға бик яуаплы ҡарайым. Унда матур, мәғәнәле, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, кеше күңеленә ниндәйҙер яҡтылыҡ һиберҙәй йырҙар ингән.
– Һеҙҙең дуэт йырҙары, бигерәк тә Фәрүәз Урманшин менән башҡарғандары,  халыҡ һөйөүен яулаған. Был концертта ниндәй дуэттар көтөлә?
– Әлбиттә, Фәрүәз Урманшин менән дуэттар буласаҡ. Уның менән бергә башҡарған 15 йырыбыҙ бар. Шулай уҡ йәш йырсы Филүс Ҡасимов менән дә бергә йырлаған сығыштарыбыҙ уңышлы ғына, минеңсә. Халыҡ бигерәк “Шылтырат” йырын яратып ҡабул итте, “Юлдаш” радиоһында ла ул йыш яңғырай. Филүс: “Бер көндө халыҡ һорауы буйынса был йырҙы 17 тапҡыр йырлаттылар”, – тип әйтеп, мине аптыратҡайны.
Репертуарымда яҡташығыҙ Флера Шәрипова яҙған йырҙар ҙур урын алып тора. “Апайыма” йырына балаларым менән клип та төшөргәйнеләр. “Йәшә, атай!”, “Эй, йәнем, ҡарашың”, “Был донъяға ник килгәнбеҙ?” кеүек йырҙарын яратып башҡарам. Коцертта Флера Шәрипова үҙе лә ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ бейеүсебеҙ Гөлнара Әхмәҙиева матур бейеүҙәр бүләк итәсәк.
– Дисктарығыҙ бармы?
– Юбилей концертым алдынан ике вариантта диск сығарҙым. MP3 дискым «Был донъяны нисек яратмайһың?» тип атала. Унда 25 йыл дауамында йыйылған 90 йыр тупланған. «Парлы йырҙар» исемле дуэттарҙан торған аудиодискыма иһә  Ф.Урманшин, Ф.Ҡасимов, И.Нурлы, Х.Усманов, А.Ғәлимов, Х.Шәрипов, И.Ғиләжева, Д.Арыҫлан, У.Ниғмәтуллин, В.Рәхмәтуллина, И.Лоҡманов менән 33 парлы йырҙарыбыҙ ингән. Концертта был дисктар һатыуҙа буласаҡ.
– Йәнле әңгәмә өсөн бик ҙур рәхмәт! Һеҙгә быуындан-быуынға күсеп килгән йыр-моңға һәләтегеҙҙе артабан да халыҡҡа өләшеп, үҙегеҙ ҙә ихтирам, мөхәббәт, популярлыҡ нурҙарына ғына ҡойоноп, кинәнеп ижад итергә яҙһын!
Айгөл Иҙелбаева әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.