16 мар. 2012 г.

Закон һәм беҙ

Эшсе-мигранттарҙың хоҡуғы

2011 йылдың 11 июлендә 186-сы федераль Закон менән эшсе-мигранттарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының хоҡуҡи статусы тураһындағы килешеү раҫланды. Уға 2010 йылдың 19 ноябрендә Евразия иҡтисади берләшмәһенең дәүләт-ара советы Санкт-Петербург ҡалаһында ҡул ҡуйғайны. Килешеү быйыл 1 ғинуарҙан үҙ көсөнә инде. Ошоға бәйле, халыҡты Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә сит ил граждандары эшмәкәрлегенең дөйөм ҡағиҙәләре менән таныштырмаҡсыбыҙ. Әйткәндәй, ул 2010 йылдың 25 июлендәге “Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡи хәле тураһында”ғы 115-се федераль Закон менән көйләнә.

Атап үтелгән килешеү сит ил граждандарына махсус рөхсәт ҡағыҙы талап ителгән ойошмалар һәм объекттар биләмәләренән тыш Рәсәй Федерацияһының барлыҡ биләмәләрендә лә үҙ көсөндә ҡала. Айырып әйткәндә, килешеү положениеларында Рәсәй Федерацияһына Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан эшкә килгән граждандарҙың ваҡытлыса йәшәү һәм эшмәкәрлек алып барыу тәртибен күпкә ябайлаштырыу тураһында әйтелә.  Был категория граждандарға өҫтөнлөк биреү түбәндәгеләрҙә сағыла:
1.Эшсе-мигранттарҙы йәлеп итеүсе Рәсәй Федерацияһы эш биреүселәре милли хеҙмәт баҙарын яҡлау буйынса сикләүҙәрҙе, шулай уҡ эшкә рөхсәт алыуға квоталарҙы иҫәпкә алмайынса эшмәкәрлек менән шөғөлләнә ала;
2.Эшсе-мигранттарға Рәсәй Федерацияһы территорияһында хеҙмәт эшмәкәрлегенә рөхсәт (эшкә рөхсәт ҡағыҙы, патент) алыу талап ителмәй;
3.Эшсе-мигрант һәм уның ғаилә ағзалары Рәсәй Федерацияһының вәкәләтле органдарында Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ингән датанан алып 30 көн дауамында теркәүҙән азат ителә;
4.Эшсе-мигранттың һәм уның ғаилә ағзаларының илдә булыу ваҡыты эш биреүсе менән мигрант араһындағы хеҙмәт килешеүе срогы менән билдәләнә;
5.Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ингән датанан һуң 90 көн үткәс, хеҙмәт килешеүен ваҡытынан алда өҙгән осраҡта эшсе-мигрант 15 көн дауамында Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған тәртиптә һәм шарттарҙа икенсе эш биреүсе менән яңы хеҙмәт килешеүе төҙөшә ала.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: 2010 йылдың 25 июлендәге 115-се федераль Закондың 13-сө статьяһының 9-сы пунктына ярашлы, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия граждандарын эшкә йәлеп итеүсе эш биреүселәр йәки заказсылар Рәсәй федераль миграция хеҙмәтенең территориаль органына хеҙмәт килешеүҙәре төҙөү йәки тарҡатыу, шулай уҡ эшсе-мигранттарға ҡасан отпуск биреләсәге тураһында хәбәр итергә тейеш.
Ошо мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 2-25-76 телефоны аша шылтыратып белешә алаһығыҙ.

Н. Исхаҡов,
Рәсәй федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡтың Баймаҡ ҡалаһындағы бүлексә начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.