1 мар. 2012 г.

Проблема күтәрәбеҙ

Почтальондарҙы аяғыҙ!

Һеҙ йыл һайын нисә почтальондың бәйһеҙ эттәрҙән тешләнеүе тураһында уйланғанығыҙ бармы? Юҡтыр. Сөнки гәзит-журнал ташыусылар был проблема менән яңғыҙы көрәшергә мәжбүр. Уҫал эт өҫтөңә ташланырға әҙер торған йорттоң тупһаһына баҫыу түгел, янынан үтеүе ҡурҡыныс булһа ла, почтальондар үҙ эшен намыҫ менән башҡара. 
 
Баймаҡ почтамты етәкселеге, почта йәшниген хәүефһеҙ урынға урынлаштырмаған, хат-хәбәр ташыусыларҙың ғүмерен һәм һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өҫтәмә иҫкәртеүһеҙ туҡтатыласағын белдерә. Кешеләр эттәрен мотлаҡ бәйҙә тоторға тейеш. Шулай уҡ дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы подъезда, баҙҙа, ятаҡта һ.б. урында тотоу тыйыла. Ишек алдында эт булыуы тураһында иҫкәртеү яҙып элеү мотлаҡ.
Шуны ла әйтергә кәрәк, почтальон тешләнгән осраҡта, ул күргән матди һәм әхлаҡи зыянды йорт хайуанының хужаһы түләй. Эттәрҙе тотоу тәртибен боҙған өсөн 10-15 хеҙмәт хаҡы күләмендәге штраф ҡаралған.
Шулай уҡ почта йәшниге почтальондың һаулығы, ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған, насар яҡтыртылған йәки бөтөнләй яҡтыртылмаған ерҙә урынлаштырылһа, баҫҡыс-баҫмалары боҙоҡ булған, йорт алды ҡар-көрттән таҙартылмаған осраҡта ла кешеләргә гәзит-журналдар ташыу туҡталыуы ихтимал.
Кешеләр үҙҙәрен яңылыҡтар менән ҡыуандырған хат ташыусыларҙы бер ҡасан да ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ, тип ышанғы килә.


Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.