16 мар. 2012 г.

Борсоулы хәл

Үҙем тапҡан мал түгел,
Хөкүмәттеке йәл түгел...
 
“Йылайыр” өҫтөндә болоттар ҡуйыра
“Үҙем тапҡан мал түгел, атайҙыҡы йәл түгел”  тигән халыҡ әйтемен бер аҙ үҙгәртеп, мәҡәләгә ошондай исемде бушҡа ғына ҡуйманыҡ. Бөгөн элекке “Йылайыр” совхозы, бөгөн инде “Йылайыр” ЯСЙ-һы менән тап ошондай хәл килеп тыуҙы.
Данлыҡлы хужалыҡтың әле ниндәй осор кисереүе берәүгә лә сер түгел. Исеме бар илгә таралған, атаҡлы игенселәр, һәләтле белгестәр һәм ауыл хужалығы производствоһын оҫта ойоштороусы етәкселәр тәрбиәләгән предприятие ҡырағай баҙар шарттарына ҡаршы тора алмай, ҙур һынауҙарға дусар булды. Быға ул осорҙағы йылғыр етәкселәрҙең хужалыҡты аңлы рәүештә банкротлыҡ процедураһына еткереп, төп фондтарҙы уңға-һулға осороуы ла сәбәпсе.
Район хакимиәте тарафынан предприятиены нисек тә булһа һаҡлап ҡалыу маҡсатында ғәйәт ҙур эштәр алып барылып,  хужалыҡ малын һаҡлап ҡалыу өсөн республика бюджетынан 20 млн  һум аҡса бүленгәйне. Һөҙөмтәлә, коллектив яңы тәғәйенләнгән етәксе менән дәртләнеп эш башлап ебәргәйне. Әммә көтмәгәндә ошо көндәрҙә Урғаҙаға яңы һынау “килеп төштө”. Ябай һынау түгел, хәтәр һынау. Хәйер, киҫкен проблеманы асып биреү өсөн urgaza.ru порталына мөрәжәғәт итәйек. Унда бына нимә тип яҙыла (текст бер аҙ ҡыҫҡартып бирелә. -ред): “23 февралдә Урғаҙа ауылының административ бинаһында “Йылайыр” ЯСЙ-һы һәм фермер хужалыҡтары етәкселәренең йыйылышы булып, унда хужалыҡтың артабанғы яҙмышы көн үҙәгенә сығарылды.

Йыйылыштың ойоштороусыһы булып “Йылайыр” ЯСЙ-һының устав капиталының контроль пакет акцияларын һатып алыусы Ырымбур өлкәһенең Адамов районы эшҡыуары Тажиғолов Ҡомар Дәүләтбай улы торҙо. Ул “Йылайыр” ЯСЙ-һының контроль пакет акцияларын ошо уҡ хужалыҡтың хеҙмәткәрҙәренән (С.С. Байрамов – 60 процент, И.И. Шаранов – 20 процент, Р.Х. Ҡаһарманов – 20 процент) законлы нигеҙҙә һатып ала. Улар менән алыш-биреш 18 һәм 21 февралдә була. Йыйылышта Ҡомар Дәүләтбай улы үҙенең талаптарын ҡуя һәм 4 млн һум аҡса һорай. Ул быны ваҡытында “Ялан” ЯСЙ-һына күрһәтелгән финанс ярҙам тип аңлата. Йәғни, элекке етәксе Н.Һ. Мәмбәтҡолов эшҡыуарҙан аҡса алып тора һәм кире ҡайтарып бирмәй. Ҡ.Тажиғолов әйтеүенсә, ул был аҙымға бары тик үҙенең аҡсаһын кире ҡайтарыу өсөн барған.
27 февралдә Ҡ.Тажиғолов хужалыҡҡа йәнә килә һәм яңы талап ҡуя – 12 млн һум. Кискә тиклем “Йылайыр” ЯСЙ-һы етәксеһе С.М. Ибраһимов эшҡыуар менән оҙаҡ һөйләшеүҙәр алып бара.
Ул көндәрҙә Урғаҙала хәл шул тиклем киҫкенләшә. Урындағы халыҡ тыуған ерҙәренең яҡташтары тарафынан һатылыуына бер нисек тә риза була алмай. Һәм улар С.М. Ибраһимовты ауыр ваҡытта яҡлар өсөн административ бина алдына  йыйыла.
Иртәгеһенә (28 февралдә) Ҡ.Тажиғолов, халыҡтың реакцияһын күреп, һөйләшеүҙәрҙе икенсе йүнәлештә башлай. Әлегә акцияларҙы һатып алыу хаҡы 4 млн һум булып ҡала”.
Бына шулай тиелә “Урғаҙа” сайтында. Район хакимиәте, әлбиттә, был киҫкен проблеманы хәл итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Ошо хаҡта фекерен әйтеүен һорап, беҙ район башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа мөрәжәғәт иттек. Ул бына нимә тине:
– ”Йылайыр” хужалығының яҙмышы шәхсән минең өсөн сит түгел һәм был проблемаға тыныс ҡарай алмайым. Атап үтелгән хужалыҡта байтаҡ йылдар эшләп киткәс һәм уны үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индергәс, минең өсөн предприятие бик яҡын. Һәм был проблеманы ла хәл итмәйенсә ҡалдыра алмайбыҙ, мәсьәләне яйға һалыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Элекке етәкселәрҙең хужалыҡты үҫтерәһе урынға уны көрсөккә терәүе миңә бер нисек тә аңлашылмай һәм даны бар илгә  таралған предприятие яҙмыш ҡарамағына ташланырға тейеш түгел. Ғөмүмән, хужалыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.