1 мар. 2012 г.

Рәсми бүлек

РФ Хөкүмәт рәйесе – Башҡортостанда

Ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй аграр форумы үтте. Уның пленар ултырышында РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин сығыш яһап, ил халҡын борсоған көнүҙәк мәсьәләләргә, айырыуса ауыл хужалығын үҫтереү перспективаларына туҡталды. “Үҫешкән ауыл хужалығы тәүге сиратта илдең ныҡлығын билдәләй, ул йыһанды үҙләштереү, машиналар эшләү тармағы кеүек үк бик мөһим. Был йүнәлештә яңы технологиялар ҡулланып, заманса фекер йөрөтөп эшләргә өйрәнергә кәрәк. Киләсәктә лә ауыл хужалығын үҫтереүгә иғтибар кәмемәйәсәк. Мәҫәлән, яңы эш башлаусы фермерҙарға һәм эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы буласаҡ, ошо йүнәлештәге федераль программаны бойомға ашырыу маҡсатында 2 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Был эштән төбәктәр ҙә ситтә ҡалмаҫ, тип ышанам”, – тине ул. Владимир Владимирович әйтеүенсә, быйылдан һөт етештереүсе ғаилә фермаларын үҫтереү программаһы ла киңәйтеләсәк, ер участкаларын бүлеү буйынса эш дауам итәсәк. Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр килеменә нуль ставкалы һалым ваҡыты оҙайтыласағы тураһында ла белдерҙе ул. Пленар ултырышта, аграр мәсьәләләрҙән тыш, башҡа проблемалар ҙа күтәрелде (мәҫәлән, контрактлы армия барлыҡҡа килтереү, губернаторҙар тәғәйенләү һ.б.).

Форумдан һуң РФ Хөкүмәте рәйесе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Владимир Путин республикабыҙҙың иҡтисад һәм социаль өлкәләр, шул иҫәптән агросәнәғәт комплексы үҫеше темпын ыңғай баһаланы. “Статистика мәғлүмәттәрен өҫтән генә ҡарап сыҡһаң да, республикала хәлдәрҙең тотороҡло булыуы күҙәтелә. Рәсәй буйынса сәнәғәт производствоһы үҫеше 4,7 процент тәшкил итһә, был күрһәткес Башҡортостанда – 9 процент. Ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөү, социаль өлкәгә бәйле мөһим моменттар буйынса һөҙөмтәләрегеҙ яҡшы”, – тине ул.
Рөстәм Хәмитов республиканың бөгөнгө хәле, киләсәккә пландар тураһында һөйләне: “Әле бына беҙҙә агрофорум үтте. Сәсеү кампанияһы алдынан үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ. Уны сифатлы һәм ваҡытында үткәреү өсөн кәрәкле ресурстарыбыҙ бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең төбәктә ҡар аҙ булыу сәбәпле, ужым ашлыҡтарының 20-25 проценты юҡҡа сыҡты.
Шулай уҡ аграрийҙарға ауыл хужалығы механизмдары, башҡа ҡорамалдар, машиналар, комбайндар алыу өсөн өҫтәп аҡса бүлдек. Бынан тыш ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр тарафынан тапшырылған һөттөң һәр литрына өҫтәп 1,8 һум түләнек. Шуға ла был тәңгәлдә үҙебеҙҙе тыныс тоябыҙ”.
Башинформ“.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.