16 мар. 2012 г.

Яңылыҡтар

Хәтер кисәһе була
Йома көндө сәғәт 11-ҙә Урғаҙа ауылында, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы, Ленин орденлы “Йылайыр” совхозының билдәле баш агрономы Юрий Петрович Моряковтың (1937-1997й.й.) тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтәсәк. Унда Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар, Ю.Моряковтың бергә эшләгән иптәштәре, дуҫтары ҡатнашыуы көтөлә.
 
Ҡышты оҙатабыҙ
Был шәмбелә сәләмәт тормош һөйөүселәр ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркына ҡышҡы спорт миҙгелен оҙатырға йыйыласаҡ. Унда сәғәт 11-ҙә спартакиада иҫәбенә уҡыусылар, уҡыу йорттары, ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары араһында саңғы буйынса эстафета уҙғарыла.

Ижадына 25 йыл
18 мартта халыҡ ижады үҙәгендә билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминеваның ижадына 25 йыл тулыуға арналған “Был донъяны нисек яратмайһың?” исемле концерты үтәсәк. Унда Фәрүәз Урманшин, Филүс Ҡасимов менән дуэттар, яңғыҙ йырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Флера Шәрипова ла сығыш яһаясаҡ. 
 
Ҙур еңеү яуланды
Салауат ҡалаһында үткән  “КЭС-БАСКЕТ” Мәктәп баскетбол лигаһының республика финал уйындарында Баймаҡтың 4-се мәктәбе командаһы ҡыҙҙары бик яҡшы сығыш яһаны. Ярыш Башҡортостан  Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XIV спартакиадаһы иҫәбенә үтте. Беҙҙең ҡыҙҙар республиканың биш зонаһынан финалға һайлап алынған 9 команда араһында Белорет спортсыларынан ғына ҡалышып, II урын яуланы.
А. Ишназаров
 
Шағир иҫтәлегенә
Яңыраҡ Йәрмөхәмәт мәктәбендә халҡыбыҙҙың билдәле шағиры Рәми Ғариповҡа арналған кисә уҙғарылды. Уны ауыл китапханасыһы Гөлнара Ишҡыуатова ойошторҙо. Тамашасылар – уҡыусылар, ата-әсәләр иғтибарына шағирҙың тормошона, ижадына байҡау яһалды. Гөлнур Хәлиуллина башҡарыуындағы “Кәкүк” йыры, Ярат мәктәбе уҡыусылары Н.Хәлиуллина, Р.Ишҡыуатова һөйләгән шиғырҙар барыһына ла оҡшаны. Ошондай матур кисә үткәргәне өсөн Гөлнара Сөнғәт ҡыҙына ауылдаштар исеменән рәхмәт белдерәм. 
Зәкиә Мөхәмәтшина.

Спектакль күсерелә 
16 мартта үтәсәк «Ғәлиәбаныу» спектакле, актерҙар ауырып китеү сәбәпле, апрелгә күсерелә.

Ҡотлайбыҙ!
Финанс-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҙур өлөш индергәне, эште сифатлы башҡарғаны һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль ҡаҙналыҡтың идаралыҡ бүлеге начальнигы Салихов Илгиз Мөрит улы Федераль ҡаҙналыҡтың (Рәсәй ҡаҙналығы) Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
*  *  *
РФ Пенсия фонды тарафынан журналистар араһында иғлан ителгән “Ышаныс” конкурсында “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Такаева Лилиә Разгил ҡыҙы 2011 йылда киң мәғлүмәт сараларында социаль һәм пенсия тематикаһын яҡшы яҡтыртҡаны өсөн конкурс номинанты тип билдәләнде һәм РФ Пенсия фонды дипломы менән бүләкләнде. Хеҙмәттәшебеҙгә артабан да ижади үрҙәр, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.