4 мар. 2012 г.

Хәтер

Ул кешеләрҙе яратты...

Бер нәмә лә, бер кем дә мәңгелек түгел, тиҙәр. Ләкин арабыҙҙан киткәндәрҙең һаман да халыҡ хәтерендә, телендә йәшәүен нисек аңлатырға? Мин дә фотоальбомды асҡан һайын, уның һүрәттәрен күреп, үҙен дә, бергә уҡытҡан уҡыусыларыбыҙҙы ла һағынам.

Ул – Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы Айытҡолова. Үкенескә ҡаршы, Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы туғандарын, уҡыусыларын, коллегаларын һағышҡа һалып, етмешен дә тултырмай, яҡты донъя менән хушлашты.
Мәүжидә Айытҡолова 1942 йылдың 8 мартында Иҫке Сибай ауылында Хәмиҙә инәй менән Рахманғол олатайҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Ул атаһының һуғыштан килгән өсмөйөшлө хаттарын күрһәтә торғайны. Яуҙа һәләк булған ҡәҙерле кешеһе тураһында хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡланы.

Мәүжидә Айытҡолова Иҫке Сибай ауылында, унан ҡаланың 1-се мәктәбендә белем ала. Уҡытыусы булыу теләге уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына алып килә. Артабан 1965 йылдан 2000 йылға тиклем Баймаҡ интернат-мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, уҡыусыларына төплө, сифатлы белем бирҙе. Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнашты. Күп йылдар мәктәптең профсоюз ойошмаһы рәйесе булып, уҡыу-уҡытыу эштәрен бик оҫта ойоштора ине. Шул уҡ ваҡытта директорҙарҙың яҡын кәңәшсеһе булды, методик ойошма менән етәкселек итте.
Мәүжидә Рахманғол ҡыҙының оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыуын һәр кем һоҡланып тыңланы. Ул “Ҡомартҡы” ансамблен төҙөп, 1982 – 2008 йылдарҙа уның менән оҫта етәкселек итте, халыҡ йырҙарын йырлау оҫталығы менән уртаҡлашты. Тәүге тапҡыр үткәрелгән Салауат көндәрендә сығыш яһап, лауреат исемен алып ҡайттыҡ. 26 йыл эсендә 2 тапҡыр халыҡ ансамбле исемен яуланыҡ. Урал аръяғы райондарында бушлай концерттар ҡуйҙыҡ. Күп осраҡта үҙебеҙҙең аҡсабыҙға автобус яллай инек.
Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы кешеләрҙе ярата ине. Уның киң күңелендә барлыҡ туғандарына, уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә, күрше-күләненә, тәү тапҡыр күргәненә лә урын етерлек булды. Күп уҡыусылары ҙур кеше булып китте.
Мәүжидә Рахманғол ҡыҙы улы Зөфәрҙе эшсән, аҡыллы итеп үҫтерҙе. Ул күп йылдар Баймаҡ машзаводында токарь булып эшләй.
Коллегабыҙ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “РСФСР-ҙың һәм СССР-ҙың мәғариф отличнигы”, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Хөрмәтле уҡытыусы, халҡының ҡыҙы Мәүжидә Рахманғол ҡыҙының яҡты иҫтәлеге һәр саҡ беҙҙең күңелдәрҙә булыр.
Гөлсара ЙӘНТҮРИНА,
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.