20 мар. 2012 г.

Мәғариф


БДИ – ниндәй үҙгәрештәр көтә?

1 мартҡа тиклем районыбыҙҙың сығарылыш класс уҡыусылары ниндәй фәндәрҙән имтихандар тапшырасағын билдәләне. Шул уҡ ваҡытта берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) тапшырыуға үҙгәрештәр индерелде. Быйыл 452 бала имтихан тапшырасаҡ, шуларҙың 427-һе – 2012 йылғы сығарылыш класс уҡыусылары.

Уҡыусылар ниндәй фәндән БДИ тапшырасаҡ һуң? Рус теле – 100%, математика – 100%, йәмғиәтте өйрәнеү – 68,3%, физика – 48%, биология – 47,3%, тарих – 8,6%, география –17%, әҙәбиәт – 7,9%. 
БДИ-ның документтарын ҡарауға сикләү ҡуйыласаҡ. Тимәк, был йәшерен документтарға рөхсәте булған кешеләр уны асҡан, таратҡан өсөн яуап бирәсәк. Имтихандарҙың эш йөкмәткеһе үҙгәртелде. Уларҙың формаһы менән БДИ-ның сайтында танышырға мөмкин. Бер нисә вариант яуап тәҡдим ителгән тарих, әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, география, информатика фәндәренән эштәр һаны ҡыҫҡартыласаҡ. Тарихтан уҡыусыға төрлө дәүерҙән бер шәхестең (уҡыусы кем тураһында икәнлеген үҙе һайлай) эшмәкәрлеген анализлаған инша яҙыу тәҡдим ителәсәк. Математиканан “Вероятность һәм статистика” бүлегенән яңы мәсьәләләр өҫтәләсәк. Информатиканың заданиелары ла үҙгәртелеп, беренсе бүлектә 18 эштән 13-кә тиклем ҡыҫартыласаҡ, ә икенсе – ҡатмарлыраҡ бүлектә, киреһенсә, 10-дан 15 эшкә тиклем күбәйтеләсәк. 

Тәүге тапҡыр мотлаҡ тапшыра торған фәндәрҙең “ҡәнәғәтләнерлек” тип табылған кимәле билдәләнде. Рус теленән – 36, математиканан 24 балдан аҙыраҡ йыйған уҡыусы имтиханды тапшырмаған булып һаналасаҡ.    
БДИ-ны тапшырған урынға кеҫә телефондары, электрон-иҫәпләү техникаһын индереү ҡәтғи тыйыла. Был уҡыусыларға ғына түгел, ә имтиханды ойоштороусыларға ла ҡағыла. БДИ барған ерҙә тик стационар телефондың булыуы ғына мөмкин. 
Шулай уҡ имтихандар үтәсәк урынға видеокүҙәтеү ҡуйыу, кеҫә телефондарын, фотоҡоролмалар, электрон-иҫәпләү техникаһын билдәләгән металлодетекторҙар ҡулланыу мәсьәләһе лә ҡарала. 
Быйылдан башлап юғары уҡыу йорттары абитуриенттарҙан БДИ-ның һөҙөмтәләре тураһындағы таныҡлыҡты талап итә алмай. Абитуриент ғариза яҙғанда, БДИ-ның балдарын үҙе күрһәтә. Ҡабул итеү комиссияһы был мәғлүмәтте Федераль мәғлүмәт системаһы буйынса тикшерә. 
2012 йылдан юғары уҡыу йорттарына маҡсатлы йүнәлтмәгә квоталар һаны ла аҙайтыла. 2009 йылда вуздар 30% урын бирһә, быйыл ул 15 проценттан артмаясаҡ.
Быйыл имтихандарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәре эшләйәсәк. Был эштә ҡатнашырға теләүселәр БДИ-ға тиклем ике аҙна алдан килеп аккредитация үтергә тейеш. Балалары имтихан тапшырған кешеләргә йәмәғәт күҙәтеүсеһе булырға рөхсәт ителмәй. 
Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуға һанаулы көндәр ҡалды. Улар 28 майҙа башланасаҡ һәм 21 июнгә тиклем дауам итәсәк. Сығарылыш класс уҡыусылары ҡәҙерле ваҡытының һәр минутын дөрөҫ файҙаланыр тип ышанабыҙ. 
Мәғариф бүлеге.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.