27 мар. 2012 г.

Эшҡыуарлыҡ

Таулыҡай фермеры
Һуңғы йылдарҙа районда эшҡыуарлыҡ субъекттарының артҡандан-арта барыуы, халыҡтың йүнселлеккә йөҙ бороуы күҙгә ташлана. Баҙар ҡанундарына яраҡлашып, әле бер, әле икенсе яңы эш башлап ебәреүселәр һәр ауылда ла күбәйә, бының менән өҫтәмә эш урындары булдырыла, йәшәү кимәле яҡшыра. Һис шикһеҙ, был ҡыуаныслы күренеш.
Таулыҡай ауылынан Нурислам Баййегетов үҙ эшен асҡанға ҡәҙәр ауыл хужалығы производствоһында бай тәжрибә туплаған белгес. “Йылайыр” совхоз-техникумының ветеринария бүлеген тамамлағандан һуң, Ленин исемендәге хужалыҡта веттехник, ферма мөдире, Богачевкала баш ветврач булып эшләй. Бынан ике йыл элек эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ҡарар итә  һәм райондың  ветеринария хеҙмәтенең тәҡдиме һәм ярҙамы менән Таулыҡайҙа малды яһалма ҡасырыу пункты асып ебәрә. Кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн райондан бүленгән 58800 һум субсидия ла ярап ҡала. Бөгөн инде Нурислам Йыһанур улы был йүнәлештә иң уңышлы эшләгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһе, уның эш тәжрибәһе район кимәлендә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла.
Н.Баййегетов Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләренең шәхси хужалыҡтары малын яһалма ҡасырыуҙы үҙ иңенә алған.
– Нурислам ағай, халыҡ малды яһалма ҡасырыуға һаман да икеләнеп ҡарай кеүек. Тәжрибәле белгес булараҡ, был алым үҙен  ниндәй дәрәжәлә аҡлауын нисек аңлатыр инегеҙ?
– Ысынлап та, кешеләр малды яһалма ҡасырған осраҡта һыйыр быҙаулай алмай, тип ҡурҡа. Был төптө хата фекер. Бындай алым ҡулланғанда, киреһенсә, үрсем эре, һау булып үҫә, төрлө йоғошло ауырыуҙарға дусар булмай. Эре хужалыҡтар бит тап яһалма ҡасырыу юлын файҙалана һәм бынан ота ғына. Әйткәндәй, беҙҙә халыҡ был ысулдың отошло икәнен аңлай башланы һәм һуңғы осорҙа мөрәжәғәт итеүселәр артҡандан-арта.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Нурислам Йыһанур улы көҙгө-ҡышҡы осорҙа малды яһалма ҡасырыу йүнәлеше буйынса эшләһә, йәйҙәрен мал көтә. “Былтыр Бикеш ауыл малын көттөм. Хужалыҡ атын да, һаламын да, бесәнен дә, һолоһон да бирҙе – уның етәксеһенә рәхмәт”, – ти ул.
Ғаилә сауҙа эше менән дә уңышлы шөғөлләнә.  Таулыҡайҙа аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән һатыу итеүсе заманса “Баййегет” исемле магазин асып ебәргәндәр. Унда Нурислам ағайҙың тормош иптәше Рәйлә Әкрәм ҡыҙы эшләй. Әйткәндәй, сауҙа тармағын киңәйтеү буйынса маҡсатлы эш алып бара уңған ғаилә.
Баййегетовтар фермер хужалығын артабан киңәйтергә ниәтләй. Умартасылыҡты, һарыҡсылыҡты, йылҡысылыҡты үҫтереү, һыйыр малын арттырыу маҡсат итеп ҡуйыла. Ер алып, бесән өсөн донник сәсергә лә уйҙары бар. Әйткәндәй, ғаиләнең малсылыҡ тармағы ныҡлы ғына, киләсәктә уны тоҡомло мал менән тулыландырмаҡсылар.
– Бөгөн күптәр, ауылда эш юҡ, тип зарланырға ярата. Һеҙҙеңсә, ауыл ерлегендә етеш тормошта йәшәү өсөн ниндәй сифаттар кәрәк?
– Эш юҡ, аҡса юҡ тип, дәүләттән гел ярҙам көтөп ятырға ярамай. Иң беренсе сиратта үҙеңә тырышырға кәрәк – заманы шундай. Әлбиттә, ҡаршылыҡтар күп, шулай ҙа бирешмәү мөһим. Бына әле мин дә малсылыҡты артабан үҫтерергә уйлайым – тоҡомло йылҡы, һыйыр, романов тоҡомло һарыҡ үрсетергә уй бар. Тырышҡанда, барыһы ла килеп сығыр, тип уйлайым.
Ергә ереккәндәргә генә уңыш йылмая, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Был һүҙҙәр тап Баййегетовтар тураһында әйтелгән кеүек.


Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.