6 мар. 2012 г.

Баймаҡ һәм баймаҡтар

Тарихты үҙебеҙ яҙабыҙ
2013 йылда Баймаҡ ҡалаһы үҙенең 75 йыллығын билдәләйәсәк. Ҡала статусы бирелгәндән алып бөгөнгә ҡәҙәр Баймаҡ бөтә яҡлап та ҙур үҙгәрештәр кисерҙе: күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡты, “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етте, юлдар һалынды... Быларҙың барыһында ла кеше хеҙмәте ята.
Баймаҡ ҡалаһы кисә һәм бөгөн... Уның үткәне ниндәй булған, бөгөнгөһө нисек, ә иртәгә?.. Рубрикабыҙҙың исеменән үк күренеүенсә, бында һүҙ ҡала һәм уның кешеләре тураһында барасаҡ. Ошо йүнәлештә һеҙҙән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хаттар көтөп ҡалабыҙ, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар.

Баймаҡ һәм баймаҡтар” рубрикаһын башлап, тәүге һүҙҙе Баймаҡ районының архив бүлеге начальнигы Ф.Ғ. Харрасоваға бирәбеҙ:
Баймаҡ тарихҡа бик бай. 2013 йылда уға нигеҙ һалыныуға 265, ә ҡала статусы алыуға 75 йыл туласаҡ. Ошо дәүер эсендә Баймаҡ оҙон һәм ҡатмарлы юл үткән. Бынан 264 йыл элек Баймаҡ Бикбулатов атлы уҙаман үҙенең ғаиләһе менән ошо ерҙә нигеҙ һалған. Ул Бөрйән волосының старшинаһы һәм 1755 йылдарҙа Батырша етәкселегендәге ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан батырҙарҙың береһе булған.
Баймаҡ ултырған ер һәм уның тирә-яғы ҡаҙылма байлыҡтарға – алтын, көмөш, баҡыр һәм башҡа рудаларға бик бай.
Ҡаланың аҫҡы яғында, хәҙерге машиналар эшләү заводы урынлашҡан ерҙә, Таналыҡ исемле ауыл, йәғни рудник ҡалҡып сыға. Шуның өсөн 1930 йылға тиклем Баймаҡты Баймаҡ-Таналыҡ руднигы йәки ҡасабаһы тип йөрөткәндәр. Уның тирә-яғында унға яҡын рудник барлыҡҡа килә: Ольховка, Семеновск, Ыуараш, Байҡара, Күлйортау, Баҡыртау һәм башҡалар.
Баймаҡта төрлө ваҡытта Рәсәйҙең, Башҡортостандың, сит илдәрҙең капиталистары, фабриканттары эшләй: Рәмиев, Гәрәев, Кабанов, Сабунин, Герненредер, Уркварт. Хатта Бельгия кешеһе граф Ротермундтың алтын йыуыу фабрикаһы янындағы быуа хәҙер ҙә Граф күле тип атала.
Баймаҡта баҡыр иретеү заводы һәм бер нисә фабрика төҙөлә. Эшселәр тирә-яҡтан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да килә. Шуның өсөн дә Баймаҡ һәм уның халҡы Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышында әүҙем ҡатнаша.
1928 йылда Баймаҡ-Таналыҡ ауылы ҡасаба статусы ала. 1930 йылдың сентябрендә Башҡортостанда райондар төҙөлә. Баймаҡ район үҙәге булып һанала башлай. Ул йылдарҙа Баймаҡта, ауыл һәм рудниктар менән бергә, 15 меңдән ашыу кеше йәшәй.
Сәнәғәттең үҫешкән булыуы һәм халыҡтың күплеген иҫәпкә алып, 1938 йылдың 4 декабрендә Баймаҡҡа ҡала статусы бирелә.
Ҡаланың үҫеше башлыса уҙған быуаттың 70-80-се йылдарына тура килә. Тап ошо дәүерҙә балалар баҡсалары, мәктәптәр төҙөлә. Мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыға. Кинотеатр һәм башҡа объекттар сафҡа инә, һөнәрселек училищеһы асыла. Бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар файҙаланыуға тапшырыла. 1995 йылдарҙа Баймаҡҡа “зәңгәр яғыулыҡ” килеп етә. Күп урамдарға асфальт түшәлә.
Күреүегеҙсә, Баймаҡ бөгөн дә үҫешә. Тарихҡа яңы биттәр өҫтәлә. Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле мәғлүмәттәр менән тулылана. Киләсәк быуынға бай йөкмәткеле тарих ҡалдырыр өсөн бөгөнгө быуын вәкилдәре бар көсөн һәм тырышлығын һалырға бурыслы.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.