16 мар. 2012 г.

Яңы китап сыҡты

“Беҙҙең Вилким Сабир улы”,
 йәкиШәхестәр тормошо ил тарихынан айырылғыһыҙ

Бай тормош юлы үткәндәрҙең биографияһына күҙ атыу менән тап ул йәшәгән осорҙа тарихтың ниндәй  дәүер кисереүен дә билдәләргә була. Мәҫәлән, сығышы менән Архангел районынан булған Ленин ордены кавалеры, билдәле ғалим, бихисап фәнни хеҙмәттәр авторы, элекке партия хеҙмәткәре Вилким Мәҡсүтовтың тормошо ил тарихынан айырылғыһыҙ. Ул 1955 йылда Ленин орденлы К.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһының иҡтисад факультетын тамамлаған. Артабан Стәрлебаш МТС-ында, район ауыл хужалығы инспекцияһында баш агроном вазифаларын башҡарған. СССР фәндәр академияһының иҡтисад институты аспиранты була,  унан төрлө өлкәләрҙә фәнни хеҙмәткәр, доцент, профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ул үҙендә һирәктәр өлөшөнә тейгән фән менән сәйәсәтте берҙәй үк уңышлы берләштерә алған шәхес. Вилким Сабир улы  сәйәси баҫҡыс буйлап уңышлы ғына күтәрелә: 1963 – 1970 йылдарҙа партияның Башҡортостан обкомы ағзаһы, КПСС-тың XXIII съезы делегаты, БАССР-ҙың Юғары Советының етенсе саҡырылыш депутаты һәм уның президиум ағзаһы була. Бер нисә тапҡыр Баймаҡ район һәм ҡала Советтары депутаты булып һайлана. Биографияһының Баймаҡ районы менән бәйле өлөшөнә килгәндә, ул 1963 – 1964 йылдарҙа – Баймаҡ совхоз-колхоз производство идаралығының беренсе партком секретары, 1965 – 1969 йылдарҙа – КПСС-тың Баймаҡ райкомының беренсе секретары вазифаларын башҡара.

Ауыл хужалығы өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте  СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылда Ленин ордены менән баһалана. Ҡырсылыҡтағы фәнни ҡаҙаныштары өсөн ике тапҡыр ВДНХ-ның алтын һәм көмөш миҙалдары менән бүләкләнә.
Ошоларға күҙ йүгерткәндә, Вилким Сабир улы Мәҡсүтовтың  тынғыһыҙ шәхес булыуына инанабыҙ ҙа инде. Ошондай кеше хаҡында яҙыу – илебеҙ йылъяҙмаһын байытыу ғына түгел, шул заман хаҡында киләсәккә тарихи аманат итеп еткереүгә  бәрәбәр. Күптән түгел генә Баймаҡ һәм Стәрлебаш райондарының муниципаль район хакимиәттәре, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә Өфө ҡалаһында Вилким Мәҡсүтовтың 80 йәшлек юбилейына ҡарата ике телдә “Беҙҙең Вилким Сабир улы” тип аталған бай йөкмәткеле китап сығарҙы. Йыйынтыҡтың төҙөүсе-мөхәррире – Г.Яруллин, ә коллегияһы – Г.Яруллин, Ә.Байназаров, И.Ғәлиев, Р.Шаммасов, З.Хамматов.
Китапта  Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының почетлы профессорының тормош юлы сағылыш таба. Башҡортостандың фән һәм ауыл хужалығы өлкәһендә киң танылыу яулаған, иҡтисад фәнен үҫтереүгә һәм иҡтисад профилле белгестәр әҙерләүгә тос өлөш индергән шәхескә арналған был китап ысын мәғәнәһендә барыбыҙ өсөн дә тормош мәктәбе булырлыҡ.

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.