30 мар. 2012 г.

Янғын хәүефһеҙлеге

Бурҙан ҡалһа ла, уттан ҡалмай
 
2012 йылдың башынан 23 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 944 янғын теркәлгән, уларҙа бөтәһе 108 кеше, шул иҫәптән 4 бала һәләк булған. (Былтыр ошо осорҙа янғындарҙа 110 кеше, шул иҫәптән 11 бала һәләк булғайны). Янғындар 46 миллион һумлыҡ матди зыян килтергән. Әйткәндәй, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ут сығыу осраҡтары 20-гә кәмегән.

Элекке кеүек үк янғындарҙың күбеһе торлаҡ йорттарҙа һәм граждандар ихаталарындағы кәртә-ҡураларҙа, һарайҙарҙа сыҡҡан – 75,6 процент. Янғын сәбәптәре – ут менән һаҡһыҙ эш итеү (33%), электр ҡорамалдарын урынлаштырыу һәм эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу (23%), мейестәрҙең төҙөк булмауы, уларҙы яңылыш урынлаштырыу (21,7%).
Айырыуса янғында кешеләрҙең күпләп һәләк булыуы аяныс. Мәҫәлән, 3 ғинуарҙа Бәләбәй районының Илкен ауылында янып киткән йортто һүндергәндә һәм һүткәндә 4 кешенең кәүҙәһе табыла. Янғын сәбәбе – йорт хужабикәһе эскән килеш үрт һалған.
Нефтекама ҡалаһында 14 ғинуарҙа торлаҡ йортта ут сыға. Унда ла өс кеше һәләк була. Янғын сәбәбе – электр ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау. Илеш районының Ҡужбахты ауылында ла ғинуар айында ҡурҡыныс янғын теркәлә: йортта газ-һауалы ҡатнашма шартлаған тип фаразлана. Унда өс кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк була.
Йыл башынан март аҙағына тиклем Баймаҡ районында һәм ҡалала 15 янғын сыҡҡан. Ут 1 216 500 һумлыҡ матди зыян килтергән. Һәләк булыусылар юҡ, 5 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәте алған.
Торлаҡ йорттарҙа һәм фатирҙарҙа – 10, ихата ҡаралтыларында – 3, шулай уҡ бер сауҙа нөктәһендә янғын сыҡҡан. Бер кешенең өҫтөндәге кейеменә ут ҡапҡан. Янғын сәбәптәре лә үрҙә телгә алғанса: электр ҡорамалдарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәү, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейестәрҙе дөрөҫ урынлаштырмау һ.б.
Янғын хәүефе янаған яҙ һәм йәй осоро етеү менән ҡала-ауылдарҙа һәм урман массивтарында янғын һәм ут тоҡаныу осраҡтары ла йышая. Ошоға бәйле, үҙегеҙ биләгән ерҙәрҙе сүп-сарҙан, кипкән үләндән таҙартығыҙ. Бесән һәм утынды торлаҡ биналар эргәһендә һаҡламағыҙ. Йәйге осорҙа ҡоро һәм елле көндәрҙә тышта усаҡ яҡмағыҙ, мейес тоҡандырмағыҙ, янғын хәүефе тыуҙырған эштәргә тотонмағыҙ.
Һүнеп бөтмәгән ҡуҙҙы, көлдө йорт, кәртә-ҡура тирәһенә, ҡоро үләнгә түгеү бик хәүефле. Уларҙы һыу һибеп һүндерергә һәм айырым билдәләнгән махсус урынға түгергә кәрәк. Мейестәрҙе һәм төтөн юлдарын даими тикшереп тороу, йылына бер тапҡыр мөрйәләрҙе ҡоромдан таҙартыу мотлаҡ. Электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн дә даими тикшереп торорға кәрәк.
Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса ылыҫлы йәш ағастар, ағас ҡырҡҡандан һуң ҡоро ҡалдыҡтар ҡалған урмандарҙа, торфлы урындарҙа, бесән-һалам кәбәндәре янында ут тоҡандырыу ҡәтғи тыйыла. Иҫке түңгәктәр, серек ағас төпһәләре лә ҙур хәүеф тыуҙыра – улар тоҡанып китеп йыш ҡына урман янғындары сәбәпсеһе була.
Балаларҙың ут менән шаярыуы ла ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе мөмкин. Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса һуңғы биш йылда балаларҙың ут менән шаярыуы арҡаһында 38 янғын булған һәм 100-ҙән ашыу ут ҡабынған. Утта 1 йәштән 5 йәшкә тиклемге 7 бала һәләк булған, 12 баланың тәне бешкән. Һәләк булған балаларҙың барыһы ла өйҙә ҡарауһыҙ ҡалған булған. Ошоноң менән бәйле, район һәм ҡала халҡына мәрәжәғәт иткем килә: балаларҙы үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, уларға мейесте һәм йылытҡыстарҙы ҡарап торорға ҡушмағыҙ, шырпыны буйы етмәҫлек ергә йыйығыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ.
Янғын сыҡһа “01” йәки “010”, “112” телефондарына шылтыратығыҙ. Үҙегеҙҙең кем икәнлегегеҙҙе танытығыҙ, ҡайҙа, нимә янғанын әйтегеҙ. Янғын һүндереүҙең беренсел сараларын ҡулланып, утты һүндерә башлағыҙ.

И. Хәмитов,
янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге инспекторы, эске эштәр капитаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.