22 мар. 2012 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

Бурҙарҙың тоҙағына эләкмәҫ өсөн
 
Кеҫә телефондары беҙҙең тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Хәҙерге ваҡытта был замана элемтәһе булмаған кешене һирәк осратырһың. Шул уҡ ваҡытта кеҫә телефондарына бәйле енәйәттәр ҙә арта бара.
Беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандарҙың бәләгә тарыуында күпселек осраҡта үҙҙәре ғәйепле булып сыға. Шуларҙың иң йыш таралған сәбәптәре:
  • иҫерек булыу,
  • кешегә артыҡ ныҡ ышаныу (урамда, кафе, автобус, мәктәптәрҙә һ.б. урында таныш булмаған кешеләргә телефондарын бирәләр),
  • асығауыҙлыҡ бәләһе (телефондарын асыҡ кабинетта, магазинда һ.б. ерҙә ҡалдырып китәләр),
  • телефонды муйынса, салбар ҡайышында йөрөтөү (бындай кешеләр бурҙарҙың еңел табышына әүерелә).
2012 йылда эске эштәр бүлегенең тәүтикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре кеҫә телефонын урлау буйынса өс енәйәт эшен ҡуҙғатты.
Баймаҡ ҡалаһында М. үҙенең танышы С.-тың йортонда ошондай хоҡуҡ боҙоуға бара. Енәйәтсе бер йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде.
Шулай уҡ ҡалала бер кеше үҙенең дуҫының кеҫә телефонына “айыу майы” һөртә. Уның да ирке шартлы рәүештә сикләнде.
Шуныһы үкенесле, ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар йылдан-йыл арта ғына бара. Ә бит бурҙарҙан, тәү сиратта, үҙ әйберенә һаҡһыҙ булған, иғтибарһыҙ кешеләр зыян күрә. Йыш ҡына граждандар кеҫә телефонын ҡайҙа һалғанын да иҫләмәй. Шуға күрә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, уларҙың һаҡ һәм абай булыуын, үҙ әйберенә хужа була белеүҙәрен үтенгебеҙ килә. Шул саҡта ғына һеҙҙе күп күңелһеҙлектәр урап үтер.

Ләйсән САДЫҠОВА,
тәүтикшереү бүлеге начальнигы, полиция капитаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.