20 апр. 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ҡаҡшамаҫ  рухлы ханым

Йөрәк һәр кемдә лә берәү генә, әммә ихтыяр көсө барыһында ла бер тигеҙ түгел. Һәммәһе лә яҡшы булып килеп, юҡ ҡына түңгәккә лә абынып, күңел төшөнкөлөгөнән юлдан яҙғандар ҙа була... Әммә минең яҙмам ундайҙар хаҡында түгел, киреһенсә, әллә күпме кәртәләр аша үтеп, яңғыҙы биш баланы аяҡҡа баҫтырған ҡаҡшамаҫ рухлы ысын ҡатын-ҡыҙ тураһында.


Асия Исхаҡова Күгәрсен районы Төпсән ауылында донъяға килгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, уны ҡабат күрергә насип булмай – хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙы килә. Әсәһенең ҡулына ҡарап ҡалған биш баланың иң өлкәне – апалары Күлйортау ауылындағы алтын ҡаҙыу рудаһына эшкә килгәс, күмәкләп бында күсенәләр. Өҫтәре кейемгә, тамаҡтары икмәккә туймаған һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Кейем булмау сәбәпле, Асия туғыҙынсы йәше киткәс кенә Күлйортау башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Артабан уҡыуын Баймаҡта дауам итә. Әхирәте Вазифа Дәүләтшина менән бергә йөрөп уҡыйҙар. Класташтар әлеге көндә лә, дуҫлыҡҡа тоғро ҡалып, аралашыуын дауам итә. Асия мәктәптә тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылып тора, спорт ярыштарынан, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренән ҡалмай, мәктәп данын яҡлап сығыш яһай.
Ул кескәйҙән апайҙарының көс еткеһеҙ руда сығарыу эшендә ыҙалауын күреп үҫкәнгә, үҙе уҡытыусы булырға хыяллана. Бер йыл пионервожатый булып эшләп алғас, хыялын тормошҡа ашырыу ниәте менән Өфөгә юллана. БДУ-ның филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә уҡырға инә. Бында Риф Мифтахов, Әхмәт Сөләймәнов, Данис Тикеев, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Йәркәй Яҡшыдәүләтов, Әхмәт Дәүләтҡолов, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов кеүек буласаҡ билдәле шәхестәр менән бергә уҡый. Әлеге ваҡытта ла күптәре менән бәйләнештәре ныҡ, Нажиә Игеҙйәнова менән яҡын әхирәттәр. Студент йылдарында Таулыҡай егете Фәтих Исхаҡов менән таныша. Диплом алып, Баймаҡҡа эшкә ҡайтҡас, йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләй. Ғаилә башлығы КПСС-тың район комитетында пропаганда бүлеге мөдире, ә Асия редакцияла тәржемәсе булып хеҙмәт юлдарын башлай. Тәүге сабыйҙары Сулпан донъяға килгәс, ул мәктәпкә күсә. Эшлекле Фәтих Сәфәрғәле улы Яратҡа мәктәп директоры итеп ебәрелә. Унан Түбә ҡасабаһына күсерелә. Унда Фәтих Исхаҡов планда ла булмаған мәктәпте 8 ай эсендә төҙөтөп ултыртып ҡуя. Ул арала ғаиләгә биҙәк һәм терәк булып бер-бер артлы Айгөл, Таһир, Заһир, Гөлназ донъяға килә. Ғаилә башлығы Өфөгә – уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына туған телдәр бүлеге мөдире булып эшкә урынлаша. Балаларҙың яҡты киләсәге өсөн үҙҙәре ҡорған матур донъяны тарҡатып, ятаҡтан бирелгән кескәй генә бүлмәгә күсенеп килергә мәжбүр булалар. Өлкән балалар төрлө уҡыу йорттарына урынлаша, мәктәп йәшендәгеләр хәҙерге Р.Ғарипов исемендәге 1-се гимназияла белем ала.
Тығыҙ ғына ятаҡ булмәһендә Фәтих Сәфәрғәле улы төндәрен Башҡортостан мәҙәниәте тарихы дәреслеге буйынса программа төҙөй башлай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның осона сыға алмай. Фатирға ордер алып ҡыуанып ҡына йөрөгәндә, унда күсенә лә алмай, йөрәк сире арҡаһында 51 йәшендә генә был яҡты донъя менән хушлаша. Уны тыуған ауылы Таулыҡайға алып ҡайтып ерләйҙәр.
Өфөгә күсенеү Асия Яңыбай ҡыҙы өсөн оло һынау була. Тормош иптәшен юғалтыу, балаларҙың береһенән-береһе бәләкәй булып ҡалыуы етмәгән, уҡытыусы булып эшкә урынлаша алмай. Шулай ҙа Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге музыка мәктәбенә, 20-се мәктәптең оҙайтылған төркөмөнә тәрбиәсе булып эшкә төшә. Бер аҙҙан Өфө сәнғәт институты янындағы махсус музыка мәктәбенә эшкә саҡырыла һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда яуаплы һәм тырыш хеҙмәте менән оло абруй ҡаҙана.
Әлеге көндә Асия ханым Өфө ҡалаһында йәшәй. Ауырлыҡ менән аяҡҡа баҫтырған биш балаһы ла бөгөнгө көндә тормошта үҙ урынын тапҡан, ғаилә ҡорған. Барыһы ла юғары белемле. Сулпан – Мәскәү иҡтисад институтын, Айгөл БДУ-ны (Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы), Гөлназ медицина университетын (БДМУ доценты, фармацевтика фәндәре кандидаты) тамамлаған. Таһир – тарихсы, ә Заһир БДПУ-ның инглиз бүлегендә белем алған. Әлеге көндә Сулпан һәм Марат Аҡбашевтар Когалым, Айгөл һәм Салауат Әхмәтовтар Туймазы ҡалаларында йәшәй. Гөлнур һәм Таһир Исхаҡовтар, Гөлназ һәм Фәрит Мәһәҙиевтар Өфөлә, Дилә һәм Заһир Исхаҡовтар Түбә ауылында йә-шәйҙәр, үҙ урындарында абруй ҡаҙанған билдәле кешеләр.
Асия ханым үҙенең тормош сәскәләренең йәшәйеше менән ҡыуанып, уларға һоҡланып бөтә алмай. Һуңғы йылдарҙа үҙен тотошлайы менән дингә бағышлаған, 7 ейән-ейәнсәре булған бәхетле өләсәй ошо көндәрҙә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ, балалар, ейәндәр шатлығына төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.