16 апр. 2012 г.

Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын ҡаршылап

Юбилейға әҙерлек эштәре башланды
Сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн БР Хөкүмәте ҡарар ҡабул итте
Билдәле булыуынса, 2011 йылдың 11 ноябрендә БР Президенты Р.З. Хәмитов “Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек тураһында”ғы 628-се Указға ҡул ҡуйғайны. Ә 6 апрелдә БР Хөкүмәте ошо Указды тормошҡа ашырыу маҡсатында махсус ҡарар ҡабул итте.

Һис шикһеҙ, республика Президенты һәм Хөкүмәтенең беҙҙең төбәккә йөҙ менән боролоуы, уның социаль-иҡтисади тормошон үҫтереү тураһында етди хәстәрлек күреүе иртәнге көнгә өмөт уята. Бығаса үгәйһетелеп килгән төбәк бындай иғтибарға күптән лайыҡ һәм Башҡортостан тормошонда Баймаҡтың йәнә иң ҡеүәтлеләр рәтенә баҫасағына  ныҡлы ышаныс тыуҙыра. Бер үк ваҡытта ҡала һәм район иҡтисадын күтәреү өсөн ал-ял белмәй эшләгән район хакимиәте етәкселегенең дә маҡсатлы эшен билдәләп үтмәү мөмкин түгел.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составы һәм атҡарыласаҡ саралар планы раҫланды. Ойоштороу комитетын БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов етәкләй. Республиканың төрлө министрлыҡ һәм ведомстволарына аныҡ бурыстар йөкмәтелде.
Байрамға әҙерлек сиктәрендә 2012-2013 йылдарҙа Баймаҡта ғәйәт ҙур күләмдәге саралар планын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Иң беренсе сиратта район хакимиәтенең рәсми сайтында һәм район гәзиттәрендә Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығы айҡанлы бит һәм рубрика асыласаҡ. Өфөлә Баймаҡ ҡалаһы көндәрен үткәреү, айырым китап, альманах, юбилей буклеттары, иҫтәлекле сувенирҙар сығарыу, юбилейға арналған төрлө конкурс, күргәҙмә, кисәләр, мәҙәни һәм спорт саралары үткәреү, документаль һәм телевизион фильмдар булдырыу, ғилми-практик конференция, ат спорты ярыштары һ.б. күп саралар ойоштороу планға индерелгән.
Баймаҡ ҡалаһының инфраструктураһын үҫтереү йүнәлешендә ғәйәт ҙур эштәрҙе атҡарыу күҙ уңында тотола. Атап әйткәндә, Баймаҡ ҡала Советының беренсе рәйесе Л.Азановтың бюсын төҙөкләндереү, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының элекке клубын Никах йорто итеп реконструкциялау, ҡала быуаһы буйын төҙөкләндереү, С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын (йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер төҙөү һәм саңғы базаһын яңынан үҙгәртеп ҡороу), “Труд” стадионын, ҡаланың үҙәк майҙанын (һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, арҙаҡлы шәхестәргә арналған аллея урынлаштырып) реконструкциялау ҡаралған.
Юл инфраструктураһын яҡшыртыу йүнәлешендә ҡаланың С.Юлаев проспекты реконструкцияланасаҡ, автомобиль юлдарына ремонт һәм капиталь ремонт үткәреләсәк.
Биналарҙы яңыртыу йүнәлешендә лә ҙур эштәр башҡарыласаҡ. Мәҫәлән, ҡаланың 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәренең ҡыйығын, тәҙрәләрен, ҡоймаларын, шулай уҡ мәғариф бүлегенең, 105-се һөнәрселек лицейының, “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалы биләмәһендәге биналарҙы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалының уҡыу корпусын, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана бинаһын капиталь ремонтлау, мәғариф учреждениеларына ағымдағы ремонт үткәреү күҙ уңында тотола. “Күбәләк” балалар баҡсаһы ла яңырыу кисерәсәк. 2012-2013 йылдарҙа ҡала граждандарын авария хәлендәге торлаҡ фондынан яңыһына күсереү ҙә планға индерелгән.
Ҡарарҙа әйтелеүенсә, ҡаланы йәшелләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөү, гидротехник ҡоролмаларҙы капиталь ремонтлау, шишмә-инештәрҙе төҙөкләндереү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарының иҫке ҡыйлығын рекультивациялау, Таналыҡ йылғаһын таҙартыу буйынса эштәр атҡарыласаҡ, был иһә экологик хәлде яҡшыртыуға тос өлөш индерәсәк.
Тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау йүнәлеше буйынса ла аныҡ маҡсаттар бар. Атап әйткәндә, “Ирәндек” тарихи-археологик һәм ландшафтлы музей-ҡурсаулығын булдырыу, уның биләмәһендә ғилми-тикшеренеү үҙәге төҙөү, Азанов урамындағы 28-се йортто (сауҙагәр Кабановтың йорто) археологик музей итеп реставрациялау планлаштырыла. Алдар батыр Иҫәкәевтың скульптураһын урынлаштырыу, драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙең ҡәберен тәртипкә килтереү ҙә эш планына индерелгән.
Шуныһы үҙенсәлекле, төҙөлөш эштәренә ҙур иғтибар йүнәлтеләсәк. 2012-2013 йылдарҙа Баймаҡта Хоҡуҡ йорто, 220 һәм 110 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһы, 15 урынлыҡ инфекция корпусы, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн биш ҡатлы 80 фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау ҙа дауам итәсәк. Яңы компьютер томографы, телемедицина өсөн система, өс берәмек УАЗ-396295 санитар автотранспорты алыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителәсәк.
Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенең инженер коммуникацияларын (газ һәм һыу үткәреү) төҙөүгә лә аҡса бүленә. Был иһә микрорайондың тиҙ үҫеүенә булышлыҡ итәсәк.
Белеүебеҙсә, киләһе йыл Баймаҡ ҡойоу-мехника заводының 100 йыллыҡ юбилейы ла билдәләнәсәк. Был байрамды лайыҡлы үткәреү ҙә ошо ҡарарға индерелгән. Уның сиктәрендә завод тураһында айырым китап сығарыу, хеҙмәт алдынғыларын, ветерандарҙы тәбрикләү күҙ уңында тотола.
Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына әҙерлек эштәрен тормошҡа ашырыу башланды ла инде. Күптән түгел ҡалаға яңы коммуналь техника алынды, ҡала мәсетендә капиталь ремонт эштәре киң йәйелдерелде.
Күреүебеҙсә, республика Президенты һәм Хөкүмәтенең туранан-тура ярҙамы һәм хәстәрлеге, муниципаль район хакимиәтенең маҡсатлы эше һөҙөмтәһендә тағы бер ҙур башланғысҡа нигеҙ һалына, ҡала һәм райондың яҡты киләсәгенә өмөт уята. Әммә беҙ үҙебеҙ ҙә нимәлер көтөп ятырға түгел, ә тыуған төбәгебеҙҙе, ҡалабыҙҙы үҫтереү, уны яңы кимәлгә күтәреү йүнәлешендә өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ. Сөнки Баймаҡ ере – беҙҙең тыуған төйәгебеҙ.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.