9 апр. 2012 г.

Саралар

“Киләсәк беҙҙең ҡулдарҙа!”

Ошо исем аҫтында яңыраҡ Урғаҙалағы Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында райондың уҡыу йорттары командалары араһында “Шаяниум-2012” уҙғарылды. Был үҙенсәлекле сараны муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы ойошторҙо.

Байрам башында алып барыусы, йәштәр эштәре буйынса секторҙың педагог-ойоштороусыһы З.Б. Сапарова сығыш яһап, сараның маҡсаты тураһында һөйләне. Унан һуң студенттар үҙ проекттарын яҡланы: Г.Баянова – техникум үҙидараһының эше, Л.Ҡадырова – хәҙерге заман йәштәренең проблемалары, А.Закиров социаль проект буйынса доклад яһаны. Техникум директоры Гөлнара Марат ҡыҙы Хәсәнова иһә профориентация тураһында телмәр тотоп, 105-се һөнәрселек лицейы уҡыусыларын үҙҙәренә уҡырға саҡырҙы. Әйткәндәй, был көндө уҡыу йортона Ырымбур өлкәһе Кваркен районының Уртазым ауылынан сығарылыш класс уҡыусылары делегацияһы экскурсияға килгәйне.  
Ниһайәт, осрашыуҙың иң күңелле мәле – “Шаяниум-2012” конкурсы башланды. 105-се һөнәрселек лицейы – “Яңы һулыш”, Өфө яғыулыҡ-энергетика коллеждының Баймаҡ филиалы – “40 тонна позитив”, хужалар “Йәш йөрәктәр” исемен алып, “Киләсәк беҙҙең ҡулдарҙа!” темаһына көс һынашты. “Беҙ йәш, беҙ әле йәш...” исеме аҫтында визитка, “Көс йыйыу”, биатлон, музыкаль өйгә эш – барыһы ла тамашасы күңеленә хуш килде. Көтөлмәгән һорауҙарға тапҡыр яуаптар, ҡыҙыҡлы миниатюралар, йәшлек энергетикаһы, залдағыларҙан көслө алҡыштар байрамға йәм генә өҫтәне.  
Һөҙөмтәлә, беренсе урынды “Йәш йөрәктәр” яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы “Яңы һулыш” менән “40 тонна позитив” алды. Шулай уҡ әүҙем йәштәр – Рифат Ғарипов, Айгиз Закиров, Гөлсимә Хөббөтдинова тәбрикләнде. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Аҙаҡтан шаяндар һәм тапҡырҙар дискотекаға йыйылып күңел асты.
Бына шулай, райондың уҡыу йорттары араһында “Шаяниум-2012” гөрләп үтеп тә китте. Осрашыу аҙағында, бының ише сараларҙы ауыл мәҙәниәт усаҡтарында, мәктәп уҡыусылары араһында үткәреү яҡшы булыр ине, тигән фекер яңғыраны. 
 
Айбулат Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.