23 апр. 2012 г.

Бөйөк Еңеүгә дан!

Күпме саҡрымдар үтелгән...
 
Был шиғыр юлдарының авторы – Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылынан 1943 йылдың мартында Бөйөк Ватан һуғышына киткән гвардия өлкән сержанты Ибраһим Әхмәтшәриф улы Бейешев. Дәһшәтле яу яланында һуғышҡан Ибраһим ағайға ни бары 18 йәш кенә була. Уның тураһында иҫтәлектәр, көндәлектәр минең ҡулымда һаҡланып ҡалды. Ибраһим минең бер туған ағайым ине. Яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ, батырлыҡтары мәңгелек һаҡланһын, уларға дан йырлайыҡ, тигән маҡсатта был мәҡәләмде яҙырға булдым.
Бөйөк Ватан һуғышының икенсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, көндәлегенә һуғышта күргән хәтирәләрен яҙып барған. Яугирҙың көндәлек дәфтәренән өҙөк килтерәм:
“...Мин үҙем Курск дуғаһы алышының шаһиты булам. Был дәһшәтле һуғыш 1942 йылдың 17 декабренән 1943 йылдың 2 февраленә тиклем дауам итте. Әйтеүе ауыр: беҙҙең яҡтан да күп ҡорбандар, юғалтыуҙар булды – уларҙы хатта күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Беҙҙең яҡташыбыҙ – “Йылайыр” совхозы егете Иван Пименов нәҡ ошо һуғышта Курск дуғаһында һәләк булды. Уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде”.
“... 8 апрель, 1945 йыл. Көн йылы. Одер йылғаһына килдек. Кюстрин ҡалаһы тирәһе. Йылға аша һалынған тимер күпер емерек. Ете көндә күпер һалырға приказ булды.
... Свайҙар, самолеттар геүләүе, снарядтар шартлауы, сиркәү. Урман эсе мәйеттәр менән тулған: уларҙы штабелгә һалғандар. Мәхшәр, ҡыямат, Аллам һаҡлаһын... көстәре бөткәс, немец фашистары самолеттарҙан хатта буш мискәләр ташлайҙар. Тыныс халыҡты дөйөм язалау, юҡ итеү: йәһүдтәрҙе тереләй күмеү, халыҡты дар ағасына аҫыу...”
Өлкән гвардия сержанты И.Ә. Бейешев көндәлегендә тарихта тиңе булмаған дәһшәтле “Берлин” операцияһын, хатта уны “Һуңғы километрҙар” тип исемләп, тарихи күҙлектән сығып, бына нисек итеп тасуирлап яҙған: “Көрәшеп күпме саҡрымдар үтелгән, күпме ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығылған. Һәр фронт юлдары Одерға алып килде. Белоруссия фронтының (командующийы – Советтар Союзы Геройы, маршал Г.Жуков) 445-се зенит артиллерияһы полкы Кюстрин ҡалаһы янында урынлашты. Беҙгә йылғаны аша сығыу районын һәм Одер аша һалынған күперҙе дошмандың һауа һөжүменән һаҡлау бурысы йөкмәтелде. Берлинға тиклем 80 км самаһы ҡалғайны. Дошман һуңғы көсө һәм мөмкинлектәре менән беҙҙең ғәскәрҙәрҙең Берлинға барып етеү сәғәтен һуҙырға маташҡан. Немец самолеттары йылға аша сығыу урынын әленән-әле бомбаға тотто. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙгә, зенитсыларға, эш етерлек ине. Шуның өҫтәүенә, йылға аша сығыу районын алыҫҡа ата торған ҡорал бер туҡтауһыҙ утҡа тотоп торҙо.
Бүздәк районынан минең полкташ дуҫым Дәминдәр Рамазанов ошондай һөйләшеүҙәрҙе айырыуса ярата торғайны. Һалдаттар һуңғы һөжүмдең көс һәм масштаб буйынса ниндәйерәк булырын, һуғыштың нисек тамамланыуын, Гитлер һәм башҡа енәйәтселәрҙе ниндәй яза көтөүе, башҡа күп нәмәләр тураһында һөйләшәләр ине.
Һәм бына оҙаҡ көткән Берлинға һөжүм көнө лә килеп етте. 1945 йылдың 16 апрелендә фронттың оҙонлоғо 700 саҡрым булған “Берлин” операцияһы башланды. Артиллерия әҙерлеген 41600 орудие сәғәт ярым алып барҙы. Унан 7500 самолет, 6250 танк мәхшәр ҡуптарҙы. Ә атакаға 2 миллиондан ашыу офицер һәм һалдат ынтылды. Бындай мәхшәрҙә нимә өҫтөндә баҫып торһаң да ер сайҡала, ер үкһей, ер илай... Һаңғырау кеше һымаҡ ҡолаҡ бер нәмә лә ишетмәй, хатта һауалағы самолет геүләүе лә ишетелмәй, яҙғы ҡояш нурҙары ла күренмәй. Тамуҡ, ҡыямат, үлем, ҡырылыш, ынғырашыу, иңрәү, ялбарыу ауаздары... Аллам һаҡлаһын, был кисерештәрҙе күҙ алдына килтереүе ифрат ауыр, йән тетрәткес!..
Миңә Верховный Баш командующий И.В.Сталин исеменән тапшырылған күп кенә рәхмәт ҡағыҙҙарының һуңғыһында былай тип яҙылған: “1945 йылдың 2 майынан. Немец империализмы үҙәге һәм фашист агрессияһы усағы Германияның баш ҡалаһы Берлинды баҫып алған өсөн”.
2 майҙа Берлин алынһа ла, һуғыш 8 майға тиклем дауам итте. Беренсе Белоруссия фронты ғәскәрҙәре Эльба ярҙарына тиклем барып етте. Ошо бер көн эсендә генә күпме беҙҙең һөлөк кеүек аҫыл егеттәребеҙ һәләк булды!..
Эльба ярҙарында союзниктар – Америка, Англия, Франция ғәскәрҙәре менән осрашып, ҡул бирешеп, дуҫтарса ҡыуандыҡ. Артабан Бранденбург ҡалалары, Берлин, Рейхстаг, уның стеналарында иҫтәлектәр яҙыу, Еңеү байрағы, Бөйөк Еңеү көнө!!!”
Ибраһим ағайым һуғышта алған контузияларҙан оҙаҡ йылдар нервы параличы менән ҡаты ауырып, 1985 йылдың ноябрендә был яҡты донъя менән хушлашты...
Ул 1945-46 йылдарҙа Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Чуя ҡалаһында өйләнеп, ике йылдан һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Үҙе тере саҡта яҙып барған ҡомартҡы иҫтәлек-көндәлектәре генә ҡалды. Ләкин батыр яугирҙың изге рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ...

Ғүмәр Харрасов.
Ишмөхәмәт ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.