20 апр. 2012 г.

Спорт

Баймаҡ көрәшселәре – икенсе!

Шәмбе-йәкшәмбелә ойошторолған ХХ Ауыл спорт уйындары сиктәрендә милли көрәш буйынса финал ярыштарын үткән аҙналағы иң ҙур спорт ваҡиғаһы тип билдәләргә кәрәк. Унда республиканың 24 район һәм 7 ҡала-район йыйылма командаһы, 180-дән ашыу көрәшсе ҡатнашты.
Сара башында Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Р.Ғ. Бикембәтов сығыш яһаны. Ул үҙенең телмәрендә көрәшселәрҙе спорт байрамы менән тәбрикләне.


–Беҙҙең министрлыҡта көрәште үҫтереү өсөн барыһы ла эшләнә, – тине Руслан Ғиниәт улы. – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты аша мәктәптәргә махсус келәмдәр тапшырыу, ҙур ярыштар ойоштороу бының эсенә инә.
Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншин алыҫ араларҙы яҡын итеп килгән спортсыларға рәхмәт белдереп, еңеүҙәр теләгәс, былтырғы чемпиондар – Саҡмағош һәм Мәләүез командалары капитандары ярыш флагын күтәрҙе.
Көрәшселәр 60, 70, 80, 90 һәм 90 килограмдан ашыу ауырлыҡ  категорияларында көс һынашты. Йыйылма командалар араһында сығыш яһаған Баймаҡ бәһлеүәндәре, учалыларҙан ғына ҡалышып, икенсе урынға лайыҡ булды. Өсөнсөнө иһә Мәләүез спортсылары алды. Унан тыш беҙҙең көрәшселәр шәхси беренселектә лә ал бирмәне, район намыҫын лайыҡлы яҡланы. Даян Ғүмәров (60 кг) – беренсе урын алды, Азамат Ғөбәев (90 кг), Тимур Өмөтбаев (90 кг-дан ашыу) – икенсе, Ғәзиз Ғүмәров (60 кг) өсөнсө урынды яуланы.
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Р.Ғ. Бикембәтов:
– Үҫеп килгән быуынды милли көрәш спортына йәлеп итеү бик мөһим. Бөгөнгө ярыштың тап Баймаҡ ерендә үтеүе осраҡлы түгел. Бында көслө спортсылар, талантлы тренерҙарҙың байтаҡ булыуы, судьяларҙың ғәҙеллеге ХХ Ауыл спорт уйындарының көрәш буйынса финалы ойошторолоуын хәл итте.
 
А. Ишназаров.


Ҡул һуғышы сәмле үтте

“Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексы кесе йомала үҙенә Урал аръяғы райондарының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы. Улар ҡул һуғышы буйынса ярышты.
Үҙҙәренең хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең иҫтәлегенә арналған был ярыш йыл һайын үткәрелеп, матур традицияға әүерелде. Унда Баймаҡ, Сибай, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсуранан командалар ҡатнашты. 


Шуны әйтке килә: ҡул һуғышы полиция, көс структуралары, һаҡ хеҙмәте кеүек һөнәр эйәләрен күп яҡтан сыныҡтыра, самбо, дзюдо, каратэ, бокс алымдарын эштә, енәйәтсене тотоуҙа, хәүефтән һаҡлауҙа ҡулланырға өйрәтә. Баймаҡтар араһында ла был спорт төрөн камил белгәндәр булыуы һөйөндөрә. Үҙ ауырлыҡ категорияларында тикшереү бүлеге тәфтишсеһе, юстиция лейтенанты Р.Р. Йә-ноҙаҡов, енәйәттәрҙе эҙәрлекләү бүлеге оперуполномоченныйы, полицияның кесе лейтенанты Р.Р. Шәйнуров, штаб начальнигы, эске эштәр майоры А.Р. Исламғолов, ИВС полицейскийы, полицияның өлкән сержанты Х.Х. Такалов –  икенсе, ЮХХДИ инспекторы, полиция лейтенанты Т.Б. Заманов өсөнсө урынды яуланы. Ә Баймаҡ командаһы II дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
 
Назар Булатов.
Автор фотоһында: ярыш мәле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.