9 апр. 2012 г.

Сәсеүгә әҙерһеңме?

“Аҡморон” АХК-һы: киләсәккә өмөт менән
 
Күптән түгел “Таналыҡ” АХК-һы һәм “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә үткән район семинар-кәңәшмәһендә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә хужалыҡ милкен әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймау, 


уға һаҡсыл ҡарау бурысын ҡуйғайны. Илшат Хәмит улы,  предприятие милкенә ҡул һуҙыусылар менән һөйләшеү ҡаты буласаҡ, тип иҫкәртте һәм, бындай етәкселәр эшләргә тейеш түгел, тигән һығымта яһаны.
Райондың эре ауыл хужалығы предприятиеларының береһе – “Аҡморон” АХК-һы бөгөн ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй? Ҡасандыр банкротлыҡ процедураһына дусар булған кооперативтың иртәнге көнгә ышанысы бармы? Хужалыҡтың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге нисек? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, беҙ “Аҡморон” АХК-һына сәфәр яһаныҡ, төп производство участкаларында булдыҡ.
Сер түгел, хужалыҡ ошоға ҡәҙәр еңел булмаған осор кисерҙе. Бынан өс йыл элек предприятиеға банкротлыҡ процедураһы индерелеп, эш судҡа барып еткәйне. Бурыстар хаттин ашҡан – 40 млн һумдан ашыу. Шуның 6 млн һумдан ашыуы – эш хаҡы өсөн бурыс, 12,5 млн һумы – Рәсәй ауыл хужалығы банкына. Ҡасандыр 2 меңдән ашыу һыйыр малы булған хужалыҡта ни бары 1170 баш ҡалған, техника һәм автомашина паркы ла кәмегән. Тап шул осорҙа кооперативҡа яңы етәксе тәғәйенләнде. Уға ошо проблемаларҙы нисек тә булһа йырып сығыу, кооперативтағы хәлде яйға һалыу бурысы йөкмәтелде.
Һаҙлыҡҡа батҡан хужалыҡты өс йыл эсендә генә күтәреп булмай – быны һәр аграрий яҡшы белә. Шулай ҙа “Аҡморон” АХК-һы һуңғы йылдарҙа ыңғай үҙгәрештәргә өлгәшә алды.
Шуныһы үҙенсәлекле, кооператив банкротлыҡ процедураһын ыңғай үтә алды. Әлбиттә, мәшәҡәттәр күп әле, шулай ҙа уларҙы бөтөрөү өсөн күп эштәр алып барыла.Төп бурыс – 2006, 2007, 2008 йылдарҙа йыйылғандары бәкәлгә һуға. Эш хаҡы буйынса бурыс байтаҡҡа кәмеп, бөгөн 2 млн һум самаһы тәшкил итә. Ошо арала уны өлөшләтә ҡаплау буйынса саралар күреләсәк.
Белеүебеҙсә, 2010 йылдағы аяуһыҙ ҡоролоҡ менән бәйле, район хужалыҡтары дәүләттән мул ғына субсидия алғайны. Әммә ул, банкрот хужалыҡ булғанлыҡтан, “Аҡморон” АХК-һына эләкмәне. Бындай дәүләт ярҙамы, әлбиттә, аҡморондарҙың хәлен күпкә еңеләйтә алыр ине.
Коллектив төп фондтарҙы, ҡайһы бер етәкселәр кеүек, әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйманы, уларҙы һаҡлап алып ҡалды. Әле хужалыҡта 1155 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 520 һауын һыйыры, 209 баш йылҡы аҫрала. Мал һаны кәмемәгән, киреһенсә, быйыл һауын көтөүе 300 баш тана менән тулыланасаҡ. Былтыр йыл буйына 130 быҙау алынһа, быйыл өс айҙа – 126 баш. Көн дә 1800 тонна һөт етештерелә, уны һатыуҙан 19 мең һум табыш алына. Әйткәндәй, хужалыҡ башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусына ла эйә. Былтыр ҡымыҙ етештереүҙән 600 мең һум, тоҡомло йылҡы һатыуҙан 1 млн һумға яҡын килем алынған.
Хужалыҡ техник потенциалды яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләүҙе ойошҡанлы алып бара. Бөгөн техника-агрегаттар ремонтлана. Әле биш К-700, ике Т-150, өс Т-4, дүрт ДТ-75, ун өс МТЗ, алты автомашина сә-сеүгә тулыһынса әҙер. Тағы ла ике К-700-ҙө төҙөкләндерәсәктәр. Әйткәндәй, һуңғы ике йылда ремонт эштәренә 2 млн һум самаһы аҡса тотонолған. Әле Ермолаевка ремзаводында 18 яғыулыҡ аппаратураһы ремонтлана. Сәскестәр өсөн Шильда ремзаводынан запчастар алыуға 223 мең һум аҡса күсерелгән. Ғөмүмән, баҫыуға 13 ҡамыл сәскесе һәм 2 рәт сәскесе сығасаҡ. Баш агроном Б.Ф. Салихов әйтеүенсә, орлоҡ менән проблема юҡ, шулай ҙа тағы ла 10 тонна борсаҡ, 20 тонна судан үләне һәм бер аҙ һолоноҡон алаһы бар.
Техника механизаторҙар менән комплектлана; баҫыу һәм малсылыҡ тармағы хеҙмәтсәндәре медосмотр үтеүгә йәлеп ителгән.
Әлбиттә, барыһы ла ал да гөл түгел хужалыҡта, проблемалар быуа быуырлыҡ. Уларҙы ыңғай хәл итеү өсөн байтаҡ көс һәм ваҡыт кәрәк буласаҡ. Шулай ҙа мәсьәләләрҙе бойомға ашырыу өсөн коллектив бар көсөн һала, иртәнге көнгә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай. Был – иң мөһиме.

Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.